Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒИМАЛОВА Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (3.10.1957, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбирҙе а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2007), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Органик химия ин‑тында эшләй: 1993 й. алып — өлкән, 2008 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге 11‑дезоксипростагландиндарҙы, простагландиндарҙың...

ҒИМАЛОВА Фәниә Булат ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Фәниә Булат ҡыҙы (15.10.1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Әжекәй а.), физик. РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2008). БР‑ҙың мәғариф алдынғыһы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Өфөлә эшләй: 81‑се урта мәктәптә, 1974 й. алып Химия ин‑тында, 1985 й. — Геология ин‑тында, 1993— 2011 йй....

ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР

ҒИЛМИ‑ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР, инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең, производство новаторҙарының һәм ғалимдарҙың производствоны камиллаштырыуға һәм фәнни‑техник прогресты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүсе ирекле ойошмалары. Рәсәйҙә Ғ.‑т.й. 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1921 й. РСФСР Хөкүмәте тарафынан ғилми йәмғиәттәргә...

ҒИЛМЕТДИНОВ Әмир Тимерйән улы

ҒИЛМЕТДИНОВ Әмир Тимерйән улы (3.8.1955, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Мортаза а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (2005 й. тиклем Стәрлетамаҡ филиалында). Фәнни хеҙмәттәре оксигенаттарҙы тикшереүгә һәм уларҙы файҙаланып альтернатив мотор яғыулыҡтары...

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Леонид Петрович

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Леонид Петрович (1.1.1933, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Тымбаҡты а. — 12.7.1994, Мәскәү), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1980). Мәскәү химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Мәскәүҙә эшләй: Шиналар етештереү сәнәғәте ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, лаб. нач., сектор мөдире;...

ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы

ҒӘЛИН Фәнүр Зөфәр улы (1.11.1947, БАССР‑ҙың Нуриман районы Ҡыҙылъяр а. — 27.11.2017, Өфө ҡ.), химик-органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1972 й. алып Органик химия институтында эшләй:...

ҒӘЛИМОВ Жәмил Фәйзулла улы

ҒӘЛИМОВ Жәмил Фәйзулла улы [5.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 22.4.2021, Өфө ҡ.], технолог. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың химия сәнәғәте...

ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы

ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы (13.6.1947, Чимкент ҡ. — 16.9.1999, Өфө ҡ.), химик-технолог. Химия фәндәре докторы (1999). Ҡаҙаҡ химия-технология институтын тамамлағандан һуң (Чимкент ҡ., 1970) 1973 й. тиклем “Альметьевнефть” НГДУ‑һында, 1974 й. алып “Чимкентоблгаз” тресында, 1985 й. — Нефтехимия эшкәртеү...

ҒӘЛИӘХМӘТОВ Рәил Ниғәмәтйән улы

ҒӘЛИӘХМӘТОВ Рәил Ниғәмәтйән улы (28.11.1956, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Арыҫлан а.), химик. Техник ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1980 й. тиклем, 1985—89 йй. һәм 2005—11 йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1985 й. алып сектор нач.,...

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Зөфәр Карам улы [13.3.1938, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Байҡы-Юныс а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 19.4.2002, Тула ҡ.], аппаратсы. 1956 й. алып “Щёкиноазот” ААЙ‑нда (Тула өлк.) эшләй. Ғ. ҡатнашлығында пр‑тиела хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең һәм производствоны интенсивлаштырыуҙың Щёкин ысулы...

ҒӘЗИЗОВ Флүс Мирзасәлих улы

ҒӘЗИЗОВ Флүс Мирзасәлих улы (25.6.1937, ТАССР- ҙың Симәк а. — 4.2. 2008, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик-технолог. БР ФА-ның почётлы акад. (1995), техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). РФ-тың (1993) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. химигы. Ҡазан химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) Стәрлетамаҡта “Авангард”...

ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы

ҒӘЗИЗОВ Таһир Хәсән улы (12.9.1935, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а. — 28.11.2010, Ҡазан ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (1986). Ю.Х. Ғәзизовтың ағаһы. Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1962) РФА Ҡазан фәнни үҙәгенең Органик һәм физик химия институтында эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1986...

ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы (3.5. 1962, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.) инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). И.Ә.Ғәбитовтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы...

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы

ҒАТАУЛЛИН Раил Рәфҡәт улы (3.3.1959, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Арыҫлан а.), химик. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Химпром” ПБ‑нда (Өфө ҡ.), 1986 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап Өфө химия институтында (2004 й....

ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы

ҒАРИФУЛЛИН Флорит Сәғит улы [19.10.1948, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны 1‑се Рәтамаҡ а. (хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Рәтамаҡ а.) — 23.5.2010, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2003). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1965—67 йй. “Башзападнефтеразведка” тресының Бәләбәй быраулау контораһында...

ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы

ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы (11.9.1930, ТАССР‑ҙың Нөнәгәр а. — 2.10.2013, Ҡазан ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Фәнни-производство эшмәкәрлеге дегидрирлау һәм хлорорганик синтезлау өсөн катализаторҙар эшләү, күп көкөртлө ҡуйы нефттәрҙе, битумлы тоҡомдар эшкәртеүҙең...