Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГУТТАПЕРЧА

ГУТТАПЕРЧА (ингл. Guttapercha), 1,4‑транс‑полиизопрен, һыҙыҡлы гомосылбырлы полимер; тәбиғи каучуктың изомеры. Тәбиғи (ҡарама япраҡлы эвкоммия ағасы һәм сөйәлле зелпе латексының коагуляцияһы продукты) һәм синтетик Г. була. Синтетик Г. төҙөлөшө һәм кристаллығының бик даими булмауы, мол. м. ҙурыраҡ һәм...

ГУДРОН

ГУДРОН (фр. goudron), нефттән бензин, кәрәсин, дизель фракцияларын һәм май фракцияһының байтаҡ өлөшөн ҡыуҙырғандан һуң ҡалған ыҫмала рәүешендәге ҡара масса. Төп компоненттары: углеводородтар, нефть ыҫмалалары, асфальтендар һәм ш. уҡ нефттә булған металдар. Тығыҙлығы 960—1050 кг/м3, һыуҙа эремәй, бензинда...

ГРУДНИКОВ Игорь Борисович

ГРУДНИКОВ Игорь Борисович (19.3.1938, Өфө), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1990). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында эшләй (1973 й. алып лаб. мөдире), 1995 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть сеймалының төрлө төрҙәренән...

ГЛИЦЕРИН

ГЛИЦЕРИН (гр. glykeros — тәмле),1,2,3‑триоксипропан, пропантриол-1,2,3, HOCH2CH(OH)‑CH2OH, өсатомлы спирт. Хайуан һәм үҫемлек майҙары составына инә; Г. сығарылмалары (моно‑, ди‑ һәм триглицеридтар) төрлө биол. процестарҙа ҡатнаша (ҡара: Липидтар). Төҫһөҙ, еҫһеҙ, татлы, сироп һымаҡ шыйыҡлыҡ; tиреү 17,9°С,...

ГЛИКОЛДӘР

ГЛИКОЛДӘР, д и о л д а р, ике атомлы спирттар. Түбән (моно‑, ди‑, три‑ этиленгликолдәр; 1,2‑ һәм 1,3‑пропиленгликолдәр һ.б.) һәм юғары (полиэтиленгликолдәр) Г. айыралар. Түбән Г. — төҫһөҙ, татлы, еҫһеҙ ҡуйы шыйыҡсалар, tҡайнау 190°С юғарыраҡ, tтуңыу ‒4°С түбәнерәк, һыу, альдегидтар, аминдар һ.б. м‑н...

ГЛИКОЗИДТАР

ГЛИКОЗИДТАР, молекулалары углеводлы (гликозид) һәм углеводһыҙ (агликон) фрагменттарҙан торған органик берләшмәләр. Моно‑ йәки олигосахаридтарҙың циклик формала‑рының спирттар (фенолдар), тиолдар (ҡара: Меркаптандар) һәм аминдар м‑н конденсирланған продукттары булып тора; ярашлы рәүештә O‑, S‑, N‑Г....

ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович

ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович (19.9.1936, Алма-Ата), физико-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). Фәнни хеҙмәттәре физик химия, химик технология, юғары молекулалы берләшмәләр химияһы, биол. һәм соц. термодинамика, физикохимик медицина һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. тарафынан ҡатмарлы...

ГИЛЕВА Наталья Георгиевна

ГИЛЕВА Наталья Георгиевна (26.2.1956, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2008 йй. поликонденсация төркөмө етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармҡалы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә...

ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ

ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гидро... һәм металлургия), металдарҙы мәғдәндән, концентраттарҙан һәм төрлө етештереү ҡалдыҡтарынан химик реагенттарҙың һыуҙағы эретмәләре ярҙамында (һуңынан был эретмәләрҙән уларҙы сығарыу) айырып алыу. Г. тиклем механик әҙерлек башҡарыла: мәғдәнде эшкәртеү (ваҡлау, он‑ тау, классификациялау)...

ГИДРОКРЕКИНГ

ГИДРОКРЕКИНГ, ауыр нефть фракцияларын юғары парциаль водород баҫымы тәьҫирендә каталитик эшкәртеү. 360—450°С т‑рала һәм 5—20 МПа баҫым аҫтында алюмокобальт һәм алюмоникельмолибден, алюмоникельвольфрам катализаторҙары ярҙамында үткәрелә. Г. ваҡытында юғары молекуляр углеводородтар тарҡала, артабан барлыҡҡа...

ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ

ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ, файҙаланылған сеймалдың төрө б-са органик булмаған (цемент һәм балсыҡ нигеҙендә), органик (битумлы, битум-полимерлы; полиэтилен, поливинилхлорид нигеҙендә полимерлы; полиуретан ыҫмалалары һәм эпоксид ыҫмалалары), металл (цинкланған һәм цинкланмаған ҡорос, еҙ,...

ГИДРИРЛАУ

ГИДРИРЛАУ, гидрогенлау, органик берләшмәләрҙең молекулаларына водород ҡушылыуы. Башҡарылыу шарттары б-са — каталитик гомогенлы Г. (катализаторҙар – ҡайһы бер үҙгәреүсән металдар, уларҙың берләшмәләре) һәм гетерогенлы Г. (палладий, платина, никель, үҙгәреүсән металдарҙың ҡайһы бер оксидтары, сульфидтары...

ГИДРАЗИНДАР

ГИДРАЗИНДАР, гидразин молекулаһында (H2N—NH2) бер йәки бер нисә водород атомын R1, R2, R3, R4=H, Alk, Ar һ.б. алыштырып барлыҡҡа килгән R1R2N—NR3R4 дөйөм формулалы химик берләшмәләр. Органик булмаған (гидразоний сульфаттары, хлоридтары, тетрафторгидразин, карбазидтар) һәм органик; органиктарҙы алыштырыусылар...

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР, герметиктар, агрегаттарҙа, приборҙарҙа, конструкцияларҙа, ш. иҫ. төҙөлөш конструкцияларында тоташҡан урындарҙы, йөйҙәрҙе тығыҙландырыу һәм ярыҡтарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланылған ҡуйырып ағыусы материалдар. Тәбиғи (битумдар, гудрондар нигеҙендә) һәм синтетик (полисульфидтар,...

ГЕРБИЦИДТАР

ГЕРБИЦИДТАР (лат. herba — үлән һәм caedo — үлтерәм), ҡый үләндәрен һ.б. кәрәкмәгән үҫемлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән пестицидтар төркөмөнән химик препараттар. Г. ш. уҡ арборицидтарҙы (кәрәкмәгән ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бөтөрөү өсөн) һәм альгицидтарҙы (ылымыҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн) индерәләр. Тотош...

ГЕОХИМИЯ

ГЕОХИМИЯ, Ерҙең химик төҙөлөшө, химик элементтарҙың геосферала таралыуы, күсеп йөрөүе (тупланыуы һәм тарҡалыуы) т‑дағы фән. Аналитик, физик, изотоп Г., биогеохимия, литосфера, гидросфера, атмосфера, метаморфизм, магматизм, мәғдән барлыҡҡа килеү, ландшафт Г. һ.б. айырыла. Химик элементтарҙың таралыуы...

ГАН Тамара Оскаровна

ГАН Тамара Оскаровна (1.2.1950, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1994 й....

ГАЛЬВАНОТЕХНИКА

ГАЛЬВАНОТЕХНИКА, ғәмәли электрохимияның металл һәм металл булмаған изделиеларҙың өҫкө йөҙөнә электролитик юл м‑н металл ултыртыу процестарын үҙ эсенә алған өлкәһе. Г. изделиеларҙың өҫкө йөҙөн йоҡа (5—50 мкм) металл м‑н ҡаплау (гальваностегия) һәм уларҙың аныҡ металл күсермәләрен (матрицаларын) алыу...

ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ

ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ, окисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма. Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (ҡара: Аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) Г.э. айырып йөрөтәләр. Электролит (к-та йәки...

ГАЛОГЕНДАР

ГАЛОГЕНДАР (гр. hals – тоҙ һәм …генез), Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат). Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары...