Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЭРОЗОЛДӘР

АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына...

АЭРОГЕЛДӘР

АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында...

АЦЕТАЛДӘР

АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө);...

АУЫР МЕТАЛДАР

АУЫР МЕТАЛДАР, аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель, һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м3 ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр. Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш...

АТТРАКТАНТТАР

АТТРАКТАНТТАР (лат. attraho — үҙемә тартып торам), тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойған заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра. А. бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған....

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы...

АСФАЛЬТЕНДАР

АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән...

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. А.б. ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен,...

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...

АНАЛИТИК ХИМИЯ

АНАЛИТИК ХИМИЯ, матдәләрҙең химик составын һәм бер ни тиклем уларҙың химик төҙөлөшөн билдәләүсе ысулдар һәм саралар т‑дағы фән. Хәҙ. А.х. төп йүнәлештәре — химик анализдың яңы ысулдарын эшләү, булғандарын камиллаштырыу һәм үлсәүҙәрҙе автоматлаштырыу (айырыуса технол. процестарҙы тикшергәндә). Башҡортостанда...

АММИАК

АММИАК, NH3, азот м‑н водородтың иң ябай химик берләшмәһе. Тәбиғәттә азотлы органик матдәләрҙең тарҡалыуынан хасил була. Тонсоҡторғос еҫле төҫһөҙ газ; tиреү −77,7°С, tҡайнау −33,3°С, тығыҙлығы 790 кг/м3 (−40°С булғанда). Һыуҙа эреүсәнлеге яҡшы, спиртта, ацетонда һ.б. органик эреткестәрҙә — бер аҙ насарыраҡ....

АМИНДАР

АМИНДАР, аммиактағы водород атомын алкил, арил йәки алкиларил радикалдарына алмаштырыуҙан барлыҡҡа килгән азоторганик берләшмәләр. Беренсел RNH2, икенсел R2NH һәм өсөнсөл R3N; алифатик һәм ароматик А.; молекулалар составындағы азот атомы һанына ҡарап ди-, три-, полиаминдарҙы айыралар. Аҙ молекулалы...

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ, алюминорганик берләшмәләр һәм комплекслы алюмин гидридтары реакцияһы нигеҙендә органик һәм элементорганик матдәләр алыу. Шулай уҡ А.с. билдәле бер йүнәлештә барған алюминорганик берләшмәләрҙе синтезлауҙы ла аңлата. Башҡортостанда А.с. б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй....

АЛТЫН

АЛТЫН (Аurum), Au, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы; затлы металдарға ҡарай. Тәбиғәттә бер тотороҡло изотобы бар. Юғары дәрәжәләге деформация тәьҫирендә һығылмалылығын һаҡлап ҡалыусы йомшаҡ һары металл; tиреү 1046,5°С, tҡайнау 2947°С, тығыҙлығы 19320 кг/м3. Юғары т‑раларҙа...

АЛЛИЛ СПИРТЫ

АЛЛИЛ СПИРТЫ, 2‑пропен‑1‑ол, CH2=CHCH2OH, иң ябай туйындырылмаған спирт. Төҫһөҙ, еңел тоҡаныусан зәһәр еҫле шыйыҡса; tиреү –129°С, tҡайнау 96,9°С, тығыҙлығы 852 кг/м3; тоҡаныу концентрацияһы сиктәре 2,5—18%. Һыу һәм органик эреткестәр м‑н ҡатнаша. Тирене, тын алыу һәм күреү ағзаларының лайлалы тиресәһен...

АЛКИЛЛАШТЫРЫУ

АЛКИЛЛАШТЫРЫУ, органик берләшмә молекулаһына алкил төркөмдәрен индереү. Термик (юғары т‑ра һәм баҫым аҫтында) һәм каталитик (көкөрт, фосфор һ.б. к‑талар, бор фториды, алюмин һәм цинк хлоридтары, цеолиттар һ.б. ҡатнашлығында) А. айыралар. Башҡортостанда А. сәнәғәт ысулы 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып — Өфө...

АЛКАЛОИДТАР

АЛКАЛОИДТАР, (урта б. лат. alkali — һелте һәм гр. eidos — төр), составында азот булған тәбиғи сығышлы органик нигеҙҙәр. Структур яҡтан күп төрлөләр, физиологик активлыҡҡа эйәләр. А. — молекулалағы углерод‑азот каркасының төҙөлөшө (пиридин, хинолин, акридин, изохинолин, хиназолин, фенилэтиламин һ.б....

АЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында углерод атомдарынан торған бер йәки бер нисә цикл булған органик берләшмәләр (ароматик берләшмәләрҙән тыш). Молекулалағы ҡулсаларҙың (циклдарҙың) һаны б‑са моно‑, би‑ һәм полициклик берләшмәләрҙе айыралар. Моноциклик берләшмәләр ҡулсаһындағы углерод атомдарының...

АКУСТИК МАТЕРИАЛДАР

АКУСТИК МАТЕРИАЛДАР, биналарҙы биҙәү һәм төҙөкләндереү өсөн файҙаланылған тауыш йотоусы һәм тауыш үткәрмәүсе төҙөлөш материалдары. А.м. сифатында стена, бүлге, таяу, иҙән һ.б. йөҙләү өсөн ҡаты (пемзолит, перлит), бөгөлөүсән сүсле (ағас‑сүсле һәм минераль мамыҡ плиталар) һәм һығылмалы сүсһеҙ (пенополиуретан,...

АКТИВЛАШТЫРЫЛҒАН КҮМЕР

АКТИВЛАШТЫРЫЛҒАН КҮМЕР, тышҡы йөҙө ныҡ үҫешкән углеродлы материал. Углеродтан (масса б‑са 87—97%) тора, составында ш. уҡ водород, кислород һәм уны алғанда индерелгән активлаштырыусы өҫтәмәләр бар. Төҙөлөшө күҙәнәкле (күҙәнәктәр йөҙөнөң дөйөм майҙаны 450—1800 м2/г), күҙәнәктәр ҙурлығы б‑са шартлы рәүештә...