Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОЛУОЛ

ТОЛУОЛ, метилбензол, С6Н5СН3, ароматик углеводородтарҙың типик төрө. Нефттә, таш күмер, ҡарағай ыҫмалаһы составында бар. Яна торған ароматик еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; t иреү ‑94,99 °С, t ҡайнау 110,62 °С, t тоҡаныу 4 °С; тығыҙлығы 866,9 кг/м3, һауа м‑н ҡушылмаһының шартлау сиге күләмгә 1,27—7,0%, үҙенән‑үҙе...

ТОҘ КИСЛОТАҺЫ

ТОҘ КИСЛОТАҺЫ, хлорлы водород к‑таһы, HCl, көслө бер нигеҙле к‑та, хлорлы водородтың һыу эретмәһе. Ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса, техник Т.к. хлор, тимер тоҙҙары ҡушылмалары булғанға һарғылт йәшел төҫтә. Макс. ҡуйылығы яҡынса 36%, тығыҙлығы 1180 кг/м3; һауала “төтәй”. Химик яҡтан актив, кире нормаль потенциалы...

ТИРЕ

ТИРЕ, һыйыр малы, ваҡ мал, дөйә, болан, ат, сусҡа, ш. уҡ ҡайһы бер диңгеҙ имеҙеүселәре, ҡоштар, рептилиялар, балыҡтар тиреһенең урта ҡатламынан (дерма) махсус химик технология м‑н эшкәртеп алынған материал. Эшкәртелгән Т. ныҡ (тиҙ йыртылмай), һығылмалы, тышҡы йөҙө шыма, төҫө матур була, ферменттар,...

ТИМЕР

ТИМЕР (Ferrum), Fe, Д.И.Менделеев периодик системаһының VIII төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы билдәле, радиоактив изотоптары бар. Көлһыу көмөш төҫөндәге һығылмалы металл, tиреү 1534 °С, t ҡайнау 2870 °С, тығыҙлығы 7874 кг/м3. 769 °С тиклем магнит үҙенсәлектәрен һаҡлай; артабан йылытҡанда...

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ

ТЕТРАЭТИЛСВИНЕЦ, (С2Н5)4Рb. Төҫһөҙ, уртаса осоусан шыйыҡса, парҙары аҙ концентрацияла татлы емеш‑еләк еҫле, күп концентрацияла насар еҫле; t иреү ‑130°С, t ҡайнау 80°С (т.б. б‑са 13 мм), тығыҙлығы 1650 кг/м3; һыуҙа эремәй, органик эреткестәр м‑н ҡушыла. Бүлмә т‑раһында яй, яҡтыла һәм 100°С юғарыраҡ...

ТЕРПЕНДАР

ТЕРПЕНДАР, молекулалары C5H8 изопрен быуындарынан төҙөлгән углеводородтар. Үҫемлектәр туҡымаһында, ҡайһы бер бактерия һәм бәшмәктәрҙең йәшәйеш продукттарында, бөжәктәрҙең секрет бүленделәрендә табылған. Изопрен быуындарының һаны б‑са моно‑, сескви‑ (бер ярымлыҡ Т.), ди‑, три‑ (гормондар, стериндар),...

ТЕРМОПЛАСТАР

ТЕРМОПЛАСТАР, т е р м о п л а с т и к  м а с с а л а р, пластик массалар төрө, күп тапҡыр йомшартыла һәм ҡабаттан эшкәртелә ала. Реактопластарҙан айырмалы рәүештә изделиелар формалағанда Т. өс үлсәмле структура (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) барлыҡҡа килтермәй, ҡуйы ағыусан хәлгә күсеү һәләтен һаҡлай. Химик...

ТЕРМИК КРЕКИНГ

ТЕРМИК КРЕКИНГ, нефть фракцияларын юғары т‑рала эшкәртеү; был осраҡта углеводород молекулаларында атом‑ара бәйләнештәрҙең өҙөлөү реакцияһы бара һәм мол. м. аҙыраҡ булған берләшмәләр барлыҡҡа килә. Процесс т‑ра 400—600°С һәм баҫым 2—4 МПа булғанда үткәрелә; ауыр сеймал м‑н рециркуляцион еңел газойль...

ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД

ТЕРЕФТАЛОИЛХЛОРИД, С6Н4(СОCl)2, терефталь (бензол-1,4-дикарбон) к‑таһы дихлорангидриды. Ҡырҡыу еҫле төҫһөҙ кристалл, tиреү 82 °С, tҡайнау 266 °С, t тоҡаныу152 °С (асыҡ тигелдә); шыйыҡ хәлдә тығыҙлығы 1325 кг/м3 (90°С). Диэтил эфирҙа, бензолда, ацетонда, дүрт хлорлы углеродта, бензинда эрей. Һыуҙа, кислоталарҙың...

ТЕРЕГӨМӨШ

ТЕРЕГӨМӨШ (Hydrargyrum), Hg, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 7 тотороҡло изотобы бар. Т. 35 минералы билдәле (төп — киноварь, Т. сульфиды), кварцта, халцедонда, сульфидлы минералдарҙа, карбонаттарҙа, слюдаларҙа изоморф ҡушылма барлыҡҡа килтерә; алтынлы һоро тимер,...

ТӘЖРИБӘ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

ТӘЖРИБӘ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, продукцияның яңы төрҙәрен йәки инновацион технологик процестарҙы барлыҡҡа килтереү б‑са тәж.‑конструкторлыҡ йәки фәнни‑тикшеренеү эштәренең һуңғы этабы. Ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен сәнәғәт шарттарына макс. рәүештә яҡынайтылған, әммә бәләкәйерәк масштабта тикшереү...

ТӘБИҒИ СҮСТӘР

ТӘБИҒИ СҮСТӘР, н а т у р а л ь с ү с т ә р, еп һәм туҡыу әйберҙәре алыр өсөн ҡулланылған тәбиғи сығанаҡлы оҙон һығылмалы һәм ныҡ есемдәр. Органик (аҡһымлы — йөн, ебәк; целлюлозалы — джут, етен, сүс, мамыҡ, ҡара: Целлюлоза) һәм органик булмаған (минераль сүс — асбест) Т.с. айырыла. Т.с. сикләнгән оҙонлоҡ...

ТӘБИҒИ КАУЧУК

ТӘБИҒИ КАУЧУК, (C5H8)n составлы юғары молекулалы углеводород, изопрендың полимеры булараҡ ҡарала. Каучуклы үҫемлектәрҙең (башлыса бразилия гевеяһы) һөт һымаҡ һутында йәки уларҙың ҡабығы һәм япраҡтарының күҙәнәктәрендә айырым ҡушымта сифатында бар. Т‑ра ‑70°С булғанда һығылмалылығын юғалта, 80°С ирей...

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, үҫемлек, хайуан һәм микроб күҙәнәктәренән бүленеп алынған органик берләшмәләрҙе (башлыса ҡатмарлы структуралы) өйрәнгән фән. Биохимия, биоорганик химия, молекуляр биология м‑н тығыҙ бәйле. Т.б.х. төп маҡсаттары: тәбиғи берләшмәләрҙе табыу (организмдар йәшәйешенең аралаш йәки...

СЫЛБЫРЛЫ РЕАКЦИЯЛАР

СЫЛБЫРЛЫ РЕАКЦИЯЛАР, башланғыс матдәләрҙең продукттарға әүерелеүенең элементар акттары (сылбыр) күп тапҡыр сиратлашыуы аша актив киҫәксәләр ҡатнашлығында (химик процестарҙа – иркен радикал, атом, ҡуҙғытылған молекула, ядро процестарында – нейтрон) башҡарылған химик һәм ядро процестары. С.р. механизмы...

СУЛЬФОНДАР

СУЛЬФОНДАР, RR’SO2 дөйөм формулалы (R һәм R’ — алкил‑, алкенил‑, алкинил‑, арил‑радикалдар) көкөрторганик берләшмәләре. Шулай уҡ икеләтә һәм өсләтә сульфондар билдәле. Тәбиғәттә һирәк осрай; ҡайһы бер хайуандарҙың ҡанында һәм бөйөр өҫтө биҙҙәрендә диметилсульфон табылған. С. — төҫһөҙ, башлыса кристаллик...

СУЛЬФОКСИДТАР

СУЛЬФОКСИДТАР, дөйөм формулаһы RR¼"SO булған (R,R’ — алкил, аралкил, арил һ.б. радикалдар) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә һарымһаҡта (аллиин), редис орлоҡтарында (сульфофарен), әүернә һымаҡтар үҫемлектәре ғаиләһендә (изотиоцианаттар) табылған. Төҫһөҙ, аҙ осоусан шыйыҡ, кристаллик матдәләр; органик эреткестәрҙә...

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ, судноларҙың энергетик ҡулайламаларында, ш. иҫ. газ турбиналы ҡулайламаларҙа, яғыулыҡ сифатында ҡулланылған углеводородтар ҡатышмаһы. Агрегат хәленә ҡарап ҡаты (сеймал — антрацит, ядро яғыулығы), шыйыҡ (нефть, һәүерташтар, һоро күмер һ.б.), газ хәлендәге (углеводород газдар, водород һ.б.)...

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, циклопентанопергидрофенантрен сығарылмалары. Үҫемлек hәм хайуандар организмы составына инә (биосинтез күберәк ҡатмарлы төҙөлөшлө умырт ҡалыларҙа ныҡ сағылдырылған, бөжәктәрҙә эшләп сығарылмай, уларҙың ҡау һалыу функцияhы аҙыҡ аша алынған С.б. м‑н контролдә тотола). Тәбиғи С.б....

СТЕРЕОХИМИЯ

СТЕРЕОХИМИЯ (гр. stereos — арауыҡлы һәм химия), молекулаларҙың арауыҡта төҙөлөшөн, уның физик һәм химик үҙенсәлектәренә йоғонтоһон өйрәнгән химия бүлеге. С. нигеҙендә хираллек (ҡара: Изомерҙар), конфигурация (ҡара: Полимерҙар стереоизомерияһы), конформация (молекулаларҙың арауыҡ формаһы) төшөнсәләре...