Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЭРОПОРТТАР

АЭРОПОРТТАР (аэро... һәм порт), граждандар авиацияһы саралары м‑н даими рәүештә пассажирҙар, йөк, почта ташыусы һәм һауа суднолары осошон ойоштороуҙы, хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеүсе транспорт предприятиелары. А. ер өҫтө хеҙмәттәре, күтәрелеү-ултырыу һыҙаттары, аэровокзалы (ҡара: Вокзалдар) булған аэродромдан...

АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы

АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы (15.9.1924, Төркөстан АССР‑ы Кина‑Аральск а. — 20.7.2000, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1958). 1943 й. алып — ВЛКСМ‑дың Бөрө район ком‑тында,...

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, ауыл ерендә объекттар (малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермалары, а.х. техникаһын ремонтлау, а.х. продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиелары, мелиорация ҡоролмалары, электрлаштырыу, торлаҡ, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар һ.б.) төҙөү һәм яңыртыуға махсуслашҡан төҙөлөш тармағы. Башҡортостанда...

АУКЦИОН

АУКЦИОН (лат. аuctio — халыҡ алдында һатыу), билдәләнгән ваҡытта билдәле урында үткәрелгән халыҡ алдында тауарҙар һатыу ысулы. А. һатыла торған тауарҙы йәки мөлкәтте иң юғары хаҡ тәҡдим иткән кеше һатып ала. А. төп төрҙәре: тауар, валюта, кредит А. Шулай уҡ бөтә А. асыҡ (теләүселәр ҡатнашлығында) һәм...

АУДИТ

АУДИТ (ингл. audit), иҡт. субъекттарҙың бухгалтер (финанс) отчётлылығын, түләү-иҫәп документтарын, һалым декларацияларын һ.б. финанс йөкләмәләрен бойондороҡһоҙ ведомстволарҙан тыш тикшереүҙе тормошҡа ашырыу б‑са аудиторҙарҙың (аудитор фирмаларының) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрө. Аудиторҙар функцияларына...

АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы

АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы (13.4.1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), нефтсе. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1994), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1986). 1962 й. алып “Туймазабурнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры; 1970 й. башлап Өфө быраулау эштәре идаралығы быраулау мастеры, 1996—2002 йй....

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Асҡын р‑ны Асҡын а. нигеҙ һалына, 1995 й. Башҡортостан ҡулланыусылар союзының Төй ҡулланыусылар йәмғиәте составына инә. Комб‑т составына крахмал, алкоголһеҙ эсемлектәр, макарон, кондитер изделиелары, тоҙло балыҡ, кеҫәл етештереү цехтары; 1200 т һыйҙырышлы йәшелсә...

АСҠАРОВ Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы

АСҠАРОВ Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (12.12.1936, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Түбәнге Уҫылы а. — 8.3.1991, Стәрлетамаҡ ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1960—91 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында эшләй: аппаратсы, смена нач., инженер-технолог, 1979—87 йй. бүлек начальнигы. А. ҡатнашлығында респ. синтетик...

АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы

АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы [5.6.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 1988, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1959). 1945 й. алып “Ишимбайнефть” тресының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы; 1948 й. башлап “Туймазабурнефть” тресының...

АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ

АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, кеүәҫ, емеш-еләк, газлы һәм минераль һыуҙар сығарыу б‑са аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1913 й. Өфөлә минераль һыуҙар ҡойоу һәм шыжлап торған эсемлектәр етештереү б‑са 4 ф‑ка (ш. иҫ. береһе пар двигателе м‑н) эшләй, Өфө губ. —...

АҠСА ӘЙЛӘНЕШЕ

АҠСА ӘЙЛӘНЕШЕ, тауарҙың әйләнешен, тауарһыҙ түләүҙәрҙе, иҫәп‑хисапты хеҙмәтләндереүсе ҡулаҡсалы һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса хәрәкәте. Ҡулаҡсалы А.ә. тауарға һәм хеҙмәтләндереүгә түләү б‑са иҫәп‑хисапта, эш хаҡын, премия, пособие, пенсия, стипендия, страховкаларҙы түләүҙә ҡулланыла. Ҡулаҡсаһыҙ А.ә. — хаҡтың...

АКЦИЯЛАР

АКЦИЯЛАР (нем. Aktie), ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө. Акционерҙар йәмғиәттәре тарафынан сикләнмәгән әйләнеш ваҡыты м‑н сығарыла; хужаларының (акционерҙарҙың) АЙ килеменең өлөшөн дивидендтар рәүешендә алыу, АЙ м‑н идара итеүҙә ҡатнашыу һәм АЙ бөтөрөлгәндә уның милкенең бер өлөшөнә хоҡуғын нығыта. А. исемле...

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең ойоштороу-хоҡуҡи формаһы; устав капиталы акционерҙарҙың йөкләмә хоҡуҡтарын раҫлаусы билдәле бер һандағы акцияларға бүленгән коммерция структураһы. Ойоштороу документы булып АЙ‑ларҙың уставы тора, унда йәмғиәттең маҡсаты, капитал күләме, идара итеү тәртибе,...

АКЦИЗ

АКЦИЗ (фр. аccise), киң ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүгә һалынған ситләтелгән һалым төрө. А. күләме проценттарҙа акцизланған тауар хаҡынан сығып иҫәпләнә, уның хаҡына йәки хеҙмәтләндереү тарифына индерелә, ҡулланыусылар тарафынан түләнә, дәүләт һәм урындағы бюджеттың мөһим килем сығанағы булып...

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы

АЙЫУХАНОВ Мәсғүт Баян улы (28.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Айыухан а. — 10.3.2000, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1982). БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1955), 1961 й. алып шунда уҡ эшләй: 1980—90 йй....

АҘЫҠ-ТҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ

АҘЫҠ-ТҮЛЕК СӘНӘҒӘТЕ, туҡланыу продукттары, ш. уҡ йыуыу саралары, парфюмерия-косметика һәм тәмәке изделиелары сығарыу б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. БР‑ҙа аҙыҡ‑тәм сәнәғәте, балыҡ сәнәғәте, ит сәнәғәте, май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәтенән тора (ҡара: табл.). Өфөлә А.‑т.с. 19 б. 50‑се йй. аҙ. үҫешә...

АҘЫҠ-ТӘМ СӘНӘҒӘТЕ

АҘЫҠ-ТӘМ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа кондитер сәнәғәте, ликёр-араҡы сәнәғәте, макарон сәнәғәте, май эшкәртеү сәнәғәте, парфюмерия-косметика сәнәғәте, һыра ҡайнатыу сәнәғәте, йәшелсә-емеш сәнәғәте, шәкәр сәнәғәте, икмәк бешереү сәнәғәте, алкоголһеҙ эсемлектәр производствоһынан һ.б. тора...

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, АЙ. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына ағас конструкциялар, ишек, тәҙрә блоктары етештереү цехтары инә. 2021 й. 40‑тан ашыу кеше эшләгән. Ағас-таҡта, тәҙрә, ишек блоктары, йыйылма-кәртәле баҡса йорттары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.  1942 й. 6‑сы төҙөлөш контораһы эргәһендәге...

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағасты механик һәм химик-механик юл м‑н эшкәртеүсе урман сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа таҡта ярыу, фанер-плита (ҡара: Ағас плита, Фанер производствоһы), мебель (ҡара: Мебель сәнәғәте), тара, шырпы производстволары, урман химияһынан тора. Башҡортостанда урман кәсептәре (урман әҙерләү...

АҒАС ПЛИТА

АҒАС ПЛИТА, ҡабығынан һыҙырылған йәки ныҡ ваҡланған ағасты эшкәртеү юлы м‑н алынған төҙөлөш материалы. БР‑ҙа елемләп йәбештерелгән фанер (ҡара: Фанер производствоһы), ағас-юнысҡы, ағас‑сүс, цемент-юнысҡы плиталары сығарыла. А.п. төҙөлөш конструкцияларында, изделиеларында, йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе...