Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӨҺИМ ОРГАНИК СИНТЕЗ ПРОДУКТТАРЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

МӨҺИМ ОРГАНИК СИНТЕЗ ПРОДУКТТАРЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, синтетик спирттар, фенол, ацетон, органик кислоталар, альдегидтар, кетондар, синтетик йыуыу саралары һәм углеводород сеймалынан органик синтездың башҡа продукттарын эшләп сығарыу б‑са нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. үҫешә башлай....

МӨРСӘЛИМ ИТ КОМБИНАТЫ

МӨРСӘЛИМ ИТ КОМБИНАТЫ, 1976 й. Салауат р‑нында ойошторола, 1981 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1995 й. алып ААЙ, 2000 й. ябыла. Составына һуғым, тире эшкәртеү, колбаса, һыуытыу цехтары; мал ҡабул итеү базаһы ингән. 2000 й. 142 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. А.А.Москвичёв,...

МОСТООТРЯД №30, предприятие

МОСТООТРЯД №30, “Уралмостострой” ЯАЙ филиалы. Класһыҙ күперҙәр, юл күперҙәре, терәү стеналары, причалдар, яр буйы нығытмалары, ер аҫты үткәүелдәре төҙөү, тәрәнгә һалынған фундаменттар ҡороу эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына төҙөлөш участкалары, етештереү базаһы һ.б. инә. 2012 й. 580 кеше...

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ

МОНОПОЛИЯҒА ҠАРШЫ СӘЙӘСӘТ, дәүләттең иҡт. сәйәсәт сиктәрендә конкуренцияны үҫтереүгә, монополистик эшмәкәрлекте һәм намыҫһыҙ конкуренцияны сикләүгә һәм бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралары комплексы; предприятиелар төҙөүҙе, үҙгәртеп ҡороуҙы, ябыуҙы, акцияларҙы күпләп һатып алыуҙы контролдә тотоу; билдәле...

МОНОПОЛИЯ

МОНОПОЛИЯ (моно... һәм pōleјō — һатам), 1) дәүләткә, пр-тиеға, ойошмаға, физик шәхескә ниндәйҙер эшмәкәрлек алып барыуға бирелгән айырым хоҡуҡ; 2) билдәле бер тауар йәки хеҙмәт күрһәтеү баҙарында өҫтөнлөк иткән эре компаниялар, уларҙың берләшмәләре. М. өс төргә айыралар: ябыҡ (юридик тыйыуҙар һәм сикләүҙәр...

МИНДӘК РУДНИГЫ

МИНДӘК РУДНИГЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары, ағас- таҡта һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1931 й. Учалы р‑нында “Башзолото” тресы составындағы Миндәк приискыһы булараҡ ойошторола, 1954 й. алып “Южуралзолото” тресының (Мейәс ҡ.), 1967 й. — “Уралзолото” берекмәһенең (Свердловск ҡ.) М.р., 1992 й. — “Башзолото”...

МИЛЛИ КИЛЕМ

МИЛЛИ КИЛЕМ, макроиҡтисад статистикаһының иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән аҙаҡҡы тауар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтарында, капитал ҡулланыуға һәм ситләтелгән һалымдар (ҡара: Һалымдар һәм йөкләмәләр) түләүгә киткән сығымдарҙы алып ташлап, сағылдырылған хаҡын дөйөмләштереүсе...

МИЛЛИ ИҠТИСАД

МИЛЛИ ИҠТИСАД, билдәле бер илдең, конкрет дәүләттең бөтөн бер хужалыҡ, соц., ойоштороу системаһы булараҡ ҡаралған иҡтисады, тәбиғәт- экология, хеҙмәт, етештереү, фән-техника һәм техника-технология, мәғлүмәт-идара итеү, финансты үҙ эсенә алған дөйөм иҡт. потенциалға эйә; дәүләт идара итеүе һәм көйләүе,...

МИЛЛИ БАЙЛЫҠ

МИЛЛИ БАЙЛЫҠ, илдең финанс йөкләмәләре ҡиммәтенә кәметелгән иҡт. активтары йыйылмаһы. Иҡт. активтар — институциональ берәмектәрҙең милек хоҡуғы булып, уларға эйә булыуҙан йәки улар м‑н файҙаланыуҙан табыш алынған иҡт. объекттар (схеманы ҡара). СССР барлыҡҡа килгәндән һуң тәүге йылдарҙа Үҙәк статистика...

МИЛЕК

МИЛЕК, матди һәм матди булмаған байлыҡтарҙы үҙләштереү—тартып алыу сәбәбе б-са һәм процесында субъекттар (индивидуаль, коллектив, ойошма, дәүләт) араһындағы мөнәсәбәттәр. Конкрет субъектта аҡса м-н баһаланған матди (мөлкәт, тәбиғәт ресурстары, продукция һ.б.) һәм матди булмаған (эшсе көс, сауҙа маркаһы,...

МИКРОБИОЛОГИЯ СӘНӘҒӘТЕ

МИКРОБИОЛОГИЯ СӘНӘҒӘТЕ, етештереү процестары нефть углеводородтарынан һәм газдан, ағас гидролизаттарынан, үҫемлек ҡалдыҡтарынан һ.б. алынған продукттарҙың микробиологик синтезына нигеҙләнгән сәнәғәт. Аминокислоталар, ферментлы препараттар (ҡара: Ферменттар), медицина өсөн тәғәйенләнмәгән антибиотиктар,...

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ

МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ, ҡорос һәм алюмин төҙөлөш конструкциялары (ҡара: Металл конструкциялар); контейнерлы һәм йыйылмалы- һүтелмәле биналар һәм йорттар; етештереүгә ҡағылышлы (төҙөлөш металл изделиелары, а.х. һәм йәшелсә баҡсалары өсөн ҡорамалдар, металл транспорт тараһы, ҡара...

МЕНЕДЖМЕНТ

МЕНЕДЖМЕНТ (ингл. management), ойошмаларҙың үҙҙәре башҡарған эштең һөҙөмтәле булыуын арттырыу өсөн эшләнгән һәм ҡулланылған идара итеүҙең принциптары, ысулдары, саралары һәм формаларының йыйылмаһы. М. етештереү, технологик, инновация, дәүләт, муниц., финанс, инвестиция һ.б. төрҙәрен айырып йөрөтәләр....

МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ

МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ, һаулыҡ һаҡлауҙа халыҡ мәнфәғәттәрен соц. яҡлау формаһы, страховка осрағы килеп тыуғанда мед. ярҙамы алыуҙы һәм иҫкәртеү сараларын финанслауҙы гарантиялай. РФ граждандарының мотлаҡ М.с. һәм ирекле М.с. хоҡуғы бар. Мотлаҡ М.с. дәүләт социаль страховкалауының бер өлөшө булып тора;...

МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ

МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ, дарыуҙар, медицина приборҙары, мед. өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр һәм техника етештергән сәнәғәт. Үҙ эсенә химик‑фарм. һәм мед.‑инструменттар сәнәғәттәрен, быяла, фарфор һәм пластик массанан мед. әйберҙәре эшләү производствоһын ала. Башҡортостанда М.с. барлыҡҡа килеүе 1905 й. Өфөлә...

МЕБЕЛЬ СӘНӘҒӘТЕ

МЕБЕЛЬ СӘНӘҒӘТЕ, торлаҡ һәм йәмәғәт биналары өсөн мебель етештергән ағас эшкәртеү сәнәғәте тармағы. 20 б. башында Өфө губернаһында һөнәрселек кәсебе яйға һалына: ағас һандыҡ, өҫтәл, буфет, ултырғыс, эскәмйәләр һ.б. етештерелә. Мебель имән, ҡарағай һ.б. ағастарҙан аҙ күләмдә, даналап етештерелгән. Тышлау...

МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы

МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы [15.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Уҫман а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 31.7.2020, Өфө ҡ.], иҡтисадсы. БР ФА академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984). РСФСР‑ҙың (1990) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

МӘСӘҒҮТ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ

МӘСӘҒҮТ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ, 1948 й. Дыуан р‑нында Мәсәғүт май з‑ды булараҡ ойошторола, 1968 й. “Анастасия” кинотеатры алып М.а.ҡ.һ.к., 1996 й. — ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына айыртылмаған һөт продукцияһы, ҡоро һөт етештереү, май цехтары ингән. 2007 й. 220 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм...

МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ. Сөгөлдөрҙән шәкәр, киптерелгән һығынды, һатыу өсөн эзбиз етештерә. Составында төп етештереү, эзбиз цехтары; һығынды киптереү бүлеге; сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары һ.б. бар. 2012 й. 397 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. ойошторола,...

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Киптерелгән айыртылмаған һөт, киптерелгән ҡаймаҡ, айыртылмаған һөт һәм майһыҙ һөт продукцияһы, аҡ май, йомшаҡ сыр, кеҫәл, майонез; һөт сывороткаһы нигеҙендә шампунь һәм кондиционер-бальзам, киптерелгән һөт нигеҙендә ванналар өсөн косметика сараһы һ.б. (40‑тан ашыу...