Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ

ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ, адм.‑команда иҡтисады шарттарында предприятиела, производство берекмәһендә йәки уларҙың бүлексәләрендә хужалыҡ эшмәкәрлеген сығымдарҙы һәм продукция етештереү һөҙөмтәләрен сағыштырыу нигеҙендә алып барыу формаһы. Х.и. төп принциптары: пр‑тиеларҙың хужалыҡ итеү яғынан үҙ аллы булыуы, коллективтың...

ХОСУСИЛАШТЫРЫУ

ХОСУСИЛАШТЫРЫУ (лат. рrivatus – хосуси), дәүләт йәки муниц. милекте (предприятиелар йәки уларҙың бүлексәләре, биналар, ҡоролмалар, ҡорамалдар, лицензиялар, акциялар, ер фонды, торлаҡ фонды һ.б.) хосуси милеккәалыу. Илдә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген көсәйтеү, иҡтисадҡа дәүләт субсидияларын һәм...

ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ

ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ, үҙ аллы хужалыҡ итеүсе субъект, предприятиеның төп саралары, капиталы хужаһы һәм ойоштороусыһы булған индивидуаль шәхестең хосуси милек хоҡуҡтары нигеҙендә эшләй. Ғаилә пр-тиеһы Х.п. бер төрө булып тора, ЯСЙ, ААЙ һ.б. формала булыуы мөмкин. Хеҙмәтте файҙаланыу формаһы б-са шәхси...

ХОЛДИНГ

ХОЛДИНГ, ике йәки унан да күберәк юридик шәхестең берләшмәһе, унда баш компания хоҡуғы нигеҙендә бер ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусылар эшмәкәрлегенә идара итә. Бүлендек ойошмаларҙы контролдә тотоу уларҙың устав капиталында өҫтөнлөклө ҡатнашыу һәм ҡануниәткә ярашлы хужалыҡ эшмәкәрлеген билдәләү ярҙамында...

ХЛЁСКИН Николай Артемьевич

ХЛЁСКИН Николай Артемьевич (1891, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а. — 9.8.1960, Өфө), химик. 1911—19 йй. Мәскәү юғары техник уч‑щеһында уҡыған. 1915—17 йй. Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтендә (Мәскәү) противогаздар етештереү оҫтаханалары һәм складтары мөдире,...

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ, химия, нефтехимия, нефть һәм газ сәнәғәттәре өсөн технологик ҡорамалдар һәм аппаратура етештереү б-са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Благовещен ҡ. Туапсе механика з-ды (ҡара: Благовещен арматура заводы), Ишембай ҡ. – И.В.Сталин ис. механика з-ды (ҡара:...

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәтенең минераль һ.б. сеймалды эшкәртеү м-н шөғөлләнгән тармаҡтары йыйылмаһы. Лак‑буяу сәнәғәтен, пластмасса изделиелар, быяла сүс материалдар, быяла пластиктар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар сәнәғәтен, төп химия сәнәғәтен, көнкүреш химияһы производствоһын, синтетик ыҫмалалар...

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡ (эшләмәгән инвалидтарҙан һәм льготалы шарттарҙа пенсия алған шәхестәрҙән тыш), пенсия йәшендәге эшләп йөрөгән граждандар һәм үҫмерҙәр, эшләп йөрөгән сит ил мигранттары. РФ-та хеҙмәткә яраҡлылыҡ ир-егет өсөн 16—59 йәш, ҡатын-ҡыҙ өсөн 16—54 йәш (ҡара: Халыҡтың...

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ, етештереү процесында хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге. Тауарҙың конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуҙың нигеҙе булып тора. Етештерелгән продукция күләме (башҡарылған эш күләме) һәм сарыф ителгән эш ваҡыты (сәғәт, смена, ай, квартал, йыл) йәки продукция берәмеген етештереүгә киткән ваҡыт...

ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ

ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ. Хеҙмәт Даны ордены СССР ЮС Президиумының 1974 й. 18 ғин. указы м-н бер пр-тиела, ойошмала, колхозда йәки совхозда күп йылдарға һуҙылған юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн материаль производствоның бөтә тармаҡтары эшселәрен һәм мастерҙарын, ш. уҡ производствоға...

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ, эшсе көсө баҙары. Х.б. ситуация хеҙмәткә һорау һәм тәҡдимдең нисбәте м-н билдәләнә, уның һөҙөмтәһендә баҙарҙа эшсе көсөнә тиң хаҡ урынлаша һәм иҡтисадта мәшғүллек (эшһеҙлек) кимәле асыҡлана. Хеҙмәткә һорау – түләй алыу һәләтен һәм производство ихтыяждарын иҫәпкә алып эш биреүселәргә талап...

ХӘТМУЛЛИН Флүр Хәким улы

ХӘТМУЛЛИН Флүр Хәким улы (11.3.1941, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Ябалаҡ а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1965—2005...

ХӘМЗИН Зиннур Рәхмәтулла улы

ХӘМЗИН Зиннур Рәхмәтулла улы (13.8.1948, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Баҙыҡ а.), аппаратсы. 1965—67 йй. Стәрлетамаҡ ағас эшкәртеү комб‑тының балта оҫтаһы‑станоксыһы, 1969 й. алып “Авангард” з‑ды аппаратсыһы, 1971—2004 йй. “Каустик” ЯАЙ (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.) аппаратсыһы, машинисы. Х. ҡатнашлығында янмай...

ХӘКИМОВ Әбүбәкер Һаҙый улы

ХӘКИМОВ Әбүбәкер Һаҙый улы [13.8.1926, Урал өлк. Араҡай а. (Свердловск өлк.) — 3.10.2003, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). КПСС‑тың Свердловск өлкә ком‑ты эргәһендәге 3 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен (1955), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1959)...

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ, ҡулланыу хаҡтары индексына яраҡлаштырылған (төп тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең ошо ваҡытта фактик билдәләнгән йыйылмаһы хаҡының базис ваҡытындағы хаҡына ҡарата үҙгәрешен билдәләй) ошо ваҡыттағы һалымдар һәм йөкләмәләрҙән, мотлаҡ түләүҙәрҙән (страховкалау, кредит...

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ, халыҡтың натуралата һәм реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килеме, ш. уҡ халыҡҡа бушлай йәки льготалы шарттарҙа хеҙмәт күрһәткән төрлө ойошмаларҙың матди сығымдары суммаһы. Х.р.к. — милли килемдең халыҡ ҡулланыу йәки аҡса йыйыу өсөн файҙаланған бер өлөшө; ваҡлап һатыу хаҡтарының һәм һалым...

ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ

ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ, граждандарҙың үҙ (шәхси) һәм йәмәғәт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән һәм, ҡағиҙә булараҡ, килем килтергән эшмәкәрлеге. Беренсел һәм икенсел (бер нисә урында эшләү), тулы һәм өлөшләтә мәшғүллек айырыла. Иҡтисадта мәшғүл кешеләр иҫәбенә түләнгән эше булған, ш. уҡ ғаилә пр-тиеларында...

ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ

ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ, билдәле бер илдә йәки төбәктә социаль төркөмдәрҙең, халыҡтың физик, рухи, матди ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелеү дәрәжәһен билдәләгән комплекслы күрһәткес. Йән башына тура килгән килем (ҡара: Халыҡтың аҡса килеме), ҡулланылған матди байлыҡ һәм хеҙмәттәрҙең дөйөм күләме (ш. иҫ. торлаҡ...

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА СЫҒЫМЫ

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА СЫҒЫМЫ, халыҡтың үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә тотонған аҡсаһы. Ҡулланыу сығымдары (тауар һатып алыу һәм торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, мәғариф, элемтә, медицина системалары, пассажирҙар транспорты һ.б. хеҙмәттәр өсөн түләү) һәм ҡулланыу м-н бәйләнмәгән (һалым, йөкләмә һ.б. мотлаҡ түләүҙәр,...

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА КИЛЕМЕ, халыҡтың алған һәм йыйған аҡсаһы. Халыҡтың бөтә категорияларының эш хаҡы; эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡ продукттарын һатыу һәм шәхси хеҙмәт эшмәкәрлегенән, милектән (дивидендтар, күсемһеҙ милекте һатыу һ.б.) килгән килемдәр; соц. тәьминәт һәм халыҡты соц. яҡлау б-са аҡсалата...