Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. Знаменка спирт з‑ды базаһында Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзы составында Ш.к.к. булараҡ ойошторола, 1995 й. ябыла. Составына консервалау, киптереү, кондитер цехтары; алкоголһеҙ эсемлектәр, крахмал производстволары ингән. 1995 й. 40‑тан...

ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ

ҺЫУ МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ, ҡулланыусыларҙы (халыҡ, сәнәғәт, транспорт һ.б.) һыу м‑н тәьмин итеү б‑са саралар йыйылмаһы. Ер өҫтө һыуҙарын һәм ер аҫты һыуҙарын файҙаланыу нигеҙендә башҡарыла. Һ.м.т.и. системаһы (һыу үткәргес) эсенә һыу алыу ҡоролмаһы, насос станциялары, һыу үткәргестәр, таҙартыу ҡоролмалары,...

ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ

ҺЫРА ҠАЙНАТЫУ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Өфө губ. 1867 й. сауҙагәр В.И.Видинеев (Романовская пустошь торама пункты) һәм 1879 й. Австрия подданныйы Г.И.Вольмут тарафынан һыра ҡайнатыу з‑дтары (Беренсе донъя һуғышына тиклем эшләй) төҙөлөүгә бәйле үҫешә башлай. 20 б. 20‑се йй....

ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ

ҺУНАРСЫЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫ, тәбиғәтте файҙаланыуҙың һунар итеү хайуандарын һәм улар йәшәгән мөхитте (һунарсылыҡ биләмәләрен) дөйөм хоҡуҡи, иҡт. һәм фәнни‑техник нигеҙҙә тотороҡло файҙаланыуҙы, һаҡлауҙы һәм тергеҙеүҙе тәьмин иткән тармағы. БР урман хужалығының Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән...

ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

ҺУҠЫРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1925 й. Һ.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1996 й. алып хәҙ. исемен йөрө­тә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — күреү б‑са инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау....

ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ

ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ, иҡтисад теорияһының һатып алыусылар һәм һатыусыларҙың үҙ‑ара бәйләнешен билдәләгән категорияһы. Һорау — һатып алыусының хаҡы төшә барған тауарҙарҙы арта барған күләмдәрҙә һатып алыу һәләтлеген, тәҡдим етештереүсенең хаҡы арта барған тауарҙы арта барған күләмдәрҙә һатырға әҙер булыуын...

ҺАУА ТРАНСПОРТЫ

ҺАУА ТРАНСПОРТЫ, һауа юлдары буйлап пассажирҙар, почта һәм йөк ташыған транспорт төрө. Авиапредприятиелар (һауа суднолары паркы булған), аэропорттарҙан, ш. уҡ кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү, авиация техникаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнгән учреждение, ойошма һәм пр‑тиелар селтәренән...

ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. БР буйынса төбәк бүлексәһе 1926 й. Бөтә Рәсәй һаңғырау‑телһеҙҙәр берекмәһенең Өфө ҡала бүлеге булараҡ ойошторола, 1928 й. алып Башҡортостан өлкә бүлеге; 1950 й. башлап Һ.й. Башҡортостан бүлеге, 1996 й. — Башҡортостан республика ойошмаһы,...

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР. Һалым — дәүләт һалым йыйыу хеҙмәте тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән уларҙың аҡсаларының бер өлөшөн тартып алыу формаһында йыйылған ҡайтарылмай торған мотлаҡ түләү. Йөкләмә — дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа вәкәләтле органдар һәм вазифалы кешеләр...

ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ

ХУЖАЛЫҠ ИҪӘБЕ, адм.‑команда иҡтисады шарттарында предприятиела, производство берекмәһендә йәки уларҙың бүлексәләрендә хужалыҡ эшмәкәрлеген сығымдарҙы һәм продукция етештереү һөҙөмтәләрен сағыштырыу нигеҙендә алып барыу формаһы. Х.и. төп принциптары: пр‑тиеларҙың хужалыҡ итеү яғынан үҙ аллы булыуы, коллективтың...

ХОСУСИЛАШТЫРЫУ

ХОСУСИЛАШТЫРЫУ (лат. рrivatus – хосуси), дәүләт йәки муниц. милекте (предприятиелар йәки уларҙың бүлексәләре, биналар, ҡоролмалар, ҡорамалдар, лицензиялар, акциялар, ер фонды, торлаҡ фонды һ.б.) хосуси милеккәалыу. Илдә инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген көсәйтеү, иҡтисадҡа дәүләт субсидияларын һәм...

ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ

ХОСУСИ ПРЕДПРИЯТИЕ, үҙ аллы хужалыҡ итеүсе субъект, предприятиеның төп саралары, капиталы хужаһы һәм ойоштороусыһы булған индивидуаль шәхестең хосуси милек хоҡуҡтары нигеҙендә эшләй. Ғаилә пр-тиеһы Х.п. бер төрө булып тора, ЯСЙ, ААЙ һ.б. формала булыуы мөмкин. Хеҙмәтте файҙаланыу формаһы б-са шәхси...

ХОЛДИНГ

ХОЛДИНГ, ике йәки унан да күберәк юридик шәхестең берләшмәһе, унда баш компания хоҡуғы нигеҙендә бер ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусылар эшмәкәрлегенә идара итә. Бүлендек ойошмаларҙы контролдә тотоу уларҙың устав капиталында өҫтөнлөклө ҡатнашыу һәм ҡануниәткә ярашлы хужалыҡ эшмәкәрлеген билдәләү ярҙамында...

ХЛЁСКИН Николай Артемьевич

ХЛЁСКИН Николай Артемьевич (1891, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а. — 9.8.1960, Өфө), химик. 1911—19 йй. Мәскәү юғары техник уч‑щеһында уҡыған. 1915—17 йй. Рәсәй Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтендә (Мәскәү) противогаздар етештереү оҫтаханалары һәм складтары мөдире,...

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ

ХИМИЯ ҺӘМ НЕФТЬ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ, химия, нефтехимия, нефть һәм газ сәнәғәттәре өсөн технологик ҡорамалдар һәм аппаратура етештереү б-са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Благовещен ҡ. Туапсе механика з-ды (ҡара: Благовещен арматура заводы), Ишембай ҡ. – И.В.Сталин ис. механика з-ды (ҡара:...

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәтенең минераль һ.б. сеймалды эшкәртеү м-н шөғөлләнгән тармаҡтары йыйылмаһы. Лак‑буяу сәнәғәтен, пластмасса изделиелар, быяла сүс материалдар, быяла пластиктар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар сәнәғәтен, төп химия сәнәғәтен, көнкүреш химияһы производствоһын, синтетик ыҫмалалар...

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ

ХЕҘМӘТ РЕСУРСТАРЫ, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге халыҡ (эшләмәгән инвалидтарҙан һәм льготалы шарттарҙа пенсия алған шәхестәрҙән тыш), пенсия йәшендәге эшләп йөрөгән граждандар һәм үҫмерҙәр, эшләп йөрөгән сит ил мигранттары. РФ-та хеҙмәткә яраҡлылыҡ ир-егет өсөн 16—59 йәш, ҡатын-ҡыҙ өсөн 16—54 йәш (ҡара: Халыҡтың...

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ

ХЕҘМӘТ ЕТЕШТЕРЕҮСӘНЛЕГЕ, етештереү процесында хеҙмәттең һөҙөмтәлелеге. Тауарҙың конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуҙың нигеҙе булып тора. Етештерелгән продукция күләме (башҡарылған эш күләме) һәм сарыф ителгән эш ваҡыты (сәғәт, смена, ай, квартал, йыл) йәки продукция берәмеген етештереүгә киткән ваҡыт...

ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ

ХЕҘМӘТ ДАНЫ ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ. Хеҙмәт Даны ордены СССР ЮС Президиумының 1974 й. 18 ғин. указы м-н бер пр-тиела, ойошмала, колхозда йәки совхозда күп йылдарға һуҙылған юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн материаль производствоның бөтә тармаҡтары эшселәрен һәм мастерҙарын, ш. уҡ производствоға...

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ

ХЕҘМӘТ БАҘАРЫ, эшсе көсө баҙары. Х.б. ситуация хеҙмәткә һорау һәм тәҡдимдең нисбәте м-н билдәләнә, уның һөҙөмтәһендә баҙарҙа эшсе көсөнә тиң хаҡ урынлаша һәм иҡтисадта мәшғүллек (эшһеҙлек) кимәле асыҡлана. Хеҙмәткә һорау – түләй алыу һәләтен һәм производство ихтыяждарын иҫәпкә алып эш биреүселәргә талап...