Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФӘТИХОВА Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы

ФӘТИХОВА Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы (3.1.1954, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а.), эстрада артисы. БР‑ҙың халыҡ (2012), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1974; К.Ф.Ғәҙелшин курсы). 1972 й. алып (өҙөклөк м‑н) БАДТ‑ла баянсы‑концертмейстр, 1975—2014 йй. Башҡ. филармонияһының...

ФАНТАЗИЯ

ФАНТАЗИЯ (гр. phantasia — хыял), бер дәүергә хас булған (йөкмәткеле, структур) үҙенсәлекле комбинациянан ғибәрәт инструменталь (һирәгерәк вокаль) музыка жанры. Башҡортостанда тәүге Ф. К.Й.Рәхимов ижад итә: Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн башҡ. темаларына Ф., Домралар секстеты өсөн башҡ. темаларына...

УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 2000 й. нояб. асыла. У.ф. тәүге ижади коллективы бейеү ансамбленән (етәксеһе – Р.Й.Низаметдинов, 2005—06 йй. Ф.Ғ.Амантаева), халыҡ музыка ҡоралдары оркестрынан (етәксеһе Р.Р.Ғабдуллин) һәм солистарҙан (Ғ.А.Батыршин, С.Б.Исламова, К.М.Ишбулдин, Л.Ф.Ҡужагилдина, Р.Ә.Мәхмүтова, И.С.Юламанов...

ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ

ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ, драма театрҙарының спектаклдәрендәге музыка. Сәнғәттең башҡа төрҙәре м‑н бер рәттән Т.м. күренештең эмоциональ фоны булып хеҙмәт итә, персонаждарҙы, соц. мөхитте характерлай, тарихи һәм милли колоритты күҙ алдына баҫтыра, конфликт үҫешенең төп этаптарын билдәләй, ҡайһы берҙә сәхнәнән...

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы (27.8. 1947, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Латип а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1995) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; А.Л.Легкота класы), ӨДСИ‑не (1975; М.А. Букатова класы) тамамлаған. 1969 й. алып Башҡ. филармонияһының Башҡ. хор капеллаһы, 1982 й. —эстрада солисы,...

СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович

СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович (20.8.1969, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2016). Композиторҙар союзы (1999), РФ Композиторҙар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; З.Ғ.Исмәғилев класы) М.Ғафури ис. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының (Өфө) Ҡала эстрада‑тынлы оркестры...

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы [15.9.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асҡар а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 3.7.2003, шунда уҡ], композитор. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1961). 1947—53 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһында уҡыған...

РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы

РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы (12.5.1967, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (1999) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1986; Р.Р.Рәхимов класы), ӨДСИ‑не (1994; И.Ҡ.Илбәков класы) тамамлаған. 1989—90 йй. Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбендә, 1993 й. алып...

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы

РӘХИМОВ Рауил Ғәлим улы (20.4.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Рәжәп а.), музыка белгесе‑фольклорсы, педагог‑методист, баянсы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Өфө сәнғәт училищеһын (1967; Ф.М.Сиражетдинов класы), Гнесиндар исемендәге музыкаль‑педагогия институтын (Мәскәү ҡ., 1972; А.Н.Гусь класы) тамамлаған....

РАЙЦЫН Оскар Моисеевич

РАЙЦЫН Оскар Моисеевич (21.10. 1892, Житомир ҡ., Украина — 5.7. 1966, Өфө), дирижёр, хормейстер, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; А.К.Лядов класы) Житомир, Киев (1925 й. алып), Баҡы (1930 й. алып), Симферополь (1931 й. алып), Иваново (1932 й. алып), Һарытау (1933 й. алып),...

ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА

ПРОГРАММАЛЫ МУЗЫКА, йөкмәткеһен асыу өсөн телдән аңлатма биреү м‑н оҙатылған инструменталь музыка. Дөйөмләштерелгән (муз. әҫәрҙең һәм уның бүлектәренең исеме, эпиграфы була) һәм конкрет (муз. әҫәрҙең сюжет нигеҙен әҙәби әҫәр йәки комп. ижад иткән программа тәшкил итә) программа айырыла. Программалыҡ...

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович (30.7.1927, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ергән ҡсб), йырсы (лирик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1965). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыған (1945—48; А.Чернов‑Шер класы). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; С.П.Юдин класы) 1995 й. тиклем...

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна (19.9. 1957, Свердловск өлк. Буланаш ҡсб), йырсы (сопрано). РФ‑тың атҡ. (1992), БР‑ҙың халыҡ (1997) артисы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1979—93 йй. “Москонцерт” берекмәһе солисы, бер үк ваҡытта 1985—97 йй. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад., 2002 й. алып М.М.Ипполитов‑Иванов...

ПЕНТАТОНИКА

ПЕНТАТОНИКА (гр. pénte — биш һәм tónos — тон) биш баҫҡыстан торған октава диапазонындағы тауыш системаһы. Күп халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, татар, мари көйҙәре П. нигеҙләнгән. П. 4 тибы билдәле: ярым тонһыҙ, ярым тонлы, ҡатнаш тонлы, темперациялы. Ярым тонһыҙ П. таҙа квинталар буйлап ойоша (до‑соль‑ре‑ля‑ми);...

ОРНАМЕНТИКА

ОРНАМЕНТИКА, көйҙө биҙәү, уның тәьҫирен көсәйтеү, башҡарыусының виртуоз оҫталығын күрһәтеү өсөн ҡулланылған сағыштырмаса ваҡ оҙонлоҡтағы тауыштарҙан торған мелодик боролоштар. О. мелизмдар, тираталар, пассаждар, колоратуралар, глостар, фиоритуралар, фигурациялар инә. Тулыһынса нотаға һалынған, айырым...

ОРКЕСТРҘАР

ОРКЕСТРҘАР, музыка әҫәрҙәрҙе төрлө инструменттарҙа бергәләп башҡарыусы музыканттар коллективы. Инструменттарҙың составы (симфоник, ҡыллы, тынлы, һуҡма, халыҡ музыка ҡоралдары О. һ.б.) һәм тәғәйенләнеше (хәрби, уҡыусылар, һәүәҫкәр, эстрада, джаз һ.б.) б‑са айырыла. Инструменталь ансамблдәрҙән (һәр бер...

МУЗЫКАЛЬ ЭТНОГРАФИЯ

МУЗЫКАЛЬ ЭТНОГРАФИЯ, э т н о м у з ы к а ғ и л е м е, халыҡ музыкаһын өйрәнеүгә арналған фәнни дисциплина. Башҡорттарҙың муз. фольклоры т‑да тәүге мәғлүмәттәр иртә Урта быуаттың Европа һәм ғәрәп сәйәхәтселәре һәм миссионерҙары, 18 б. башындағы урыҫ сәйәхәтселәре һәм тикшеренеүселәре отчёттарында тупланған....

МУЗЫКАЛЬ МИНИАТЮРА

МУЗЫКАЛЬ МИНИАТЮРА, төрлө составтағы башҡарыусылар өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй күләмле муз. пьеса. Йыш ҡына ябай 2 йәки 3 өлөшлө, ҡайһы берҙә рондо рәүешендәге формалы була. Башҡ. музыкаһында көнкүреш бейеүҙәренә һәм йыр жанрҙарына (вальс, марш, инструменталь көй, романс) бәйле булған М.м., Европа муз....

МУЗЫКАЛЬ КОМЕДИЯ

МУЗЫКАЛЬ КОМЕДИЯ, комедия сюжетына ҡоролған муз.‑сәхнә әҫәре; опера‑буффа, зингшпиль, комик опера, водевиль кеүек жанрҙарға бүленә; йыш ҡына опереттаның синонимы булараҡ та ҡабул ителә. М.к. опереттанан төп айырмаһы: был әҫәрҙәге күренештәргә бәйле булмаған муз. номерҙарҙың (йыр, хор, инструменталь)...

МУЗЫКА ҒИЛЕМЕ

МУЗЫКА ҒИЛЕМЕ, муз. сәнғәтте төрлө аспекттарҙа (тарихи, теоретик, муз. тәнҡит һ.б.) өйрәнеүсе фән; сәнғәт ғилеменең бер тармағы. Революцияға тиклемге осорҙа Башҡортостанда музыка т‑дағы тәүге мәҡәләләр концерт тормошона арнала. Ситтән килгән музыканттарҙың (татар йырсылары Ф.Латипов, К.Мутыги, С.Әхмәҙиев,...