Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШӘФИҒУЛЛИНА Алһыу Тәлғәт ҡыҙы

ШӘФИҒУЛЛИНА Алһыу Тәлғәт ҡыҙы (27.9.1973, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (2010), БР‑ҙың халыҡ артисы (2000). Өфө хореография уч‑щеһын (1991; педагогы М.Ә.Кәримов), БДУ‑ны (1999), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2002) тамамлаған. 1991 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ан­самбле...

ХОРЕОГРАФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ХОРЕОГРАФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, хореография өлкәһендә белгестәр әҙерләү системаһы, хореографик эшмәкәрлек өсөн кәрәкле белем, оҫталыҡ һәм тәжрибә үҙләштереү процесы. Дөйөм (һәүәҫкәр эшмәкәрлек өсөн) һәм махсус (балетмейстерҙар, башҡарыусылар, педагогтар әҙерләү); урта һәм юғары Х.б.б. айырыла. Башҡортостанда...

ХОРЕОГРАФИЯ

ХОРЕОГРАФИЯ (гр. choreia — бейеү һәм ...графия), бейеү сәнғәте төрҙәре. Х. сәнғәтенең нигеҙен бейеүсенең көй ыңғайына ритмик хәрәкәтләнеүе тәшкил итә. Х. көнкүреш (бал һәм халыҡ бейеүҙәре) һәм сәхнә (эстрада бейеүе һәм балет) бейеүҙәре айырыла. Х. халыҡ бейеү ижады традицияларына нигеҙләнә. Революцияға...

ХОРЕОГРАФИК МИНИАТЮРА

ХОРЕОГРАФИК МИНИАТЮРА, бейеү-сәхнә тамашаһының бәләкәй формаһы. Эстрадала бейеү ансамблдәре репертуарының нигеҙен тәшкил итә, балет театрында була. Башҡорт сәхнәһендә Х.м. 20 б. 30-сы йй. аҙ. — 40-сы йй. башында Опера һәм балет театры һәм Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолғандан...

ХӘМЗИН Адоль Сағман улы

  ХӘМЗИН Адоль Сағман улы (7.2.1934, Өфө ҡ. — 17.5.2020, Санкт-Петербург ҡ.), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Ленинград хореография училищеһын (1953; педагогы А.И.Пушкин), Юғары профессиональ мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград ҡ., 1981) тамамлаған. 1953 й. алып Ленинград Бәләкәй...

ХАРИСОВА Светлана Әнүәр ҡыҙы

ХАРИСОВА Светлана Әнүәр ҡыҙы (14.5.1948, Өфө), балет артисы, балетмейстер. БР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2001). Ленинград хореография уч-щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ солисы, 1989 й. алып “БЭТО концерны” ААЙ-ның мәҙәниәт һарайын­да (Өфө) хореография ансамбле етәксеһе, 1992...

ХАРАКТЕРЛЫ БЕЙЕҮ

ХАРАКТЕРЛЫ БЕЙЕҮ, балет театрының тасуирлау сараларының береһе, сәхнә бейеүҙәренең айырым бер төрө. Х.б. нигеҙендә — балетм. эшкәртеүендәге халыҡ бейеүе. Классик бейеү Х.б. ҡайһы бер тасуирлау сараларын һәм бурыстарын үҙләштереп милли элементтар м-н байытыла. Шулай уҡ Х.б. төшөнсәһе башланғыс мәғәнәне...

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ, халыҡ сәнғәтенең иң боронғо төрө. Башҡорттарҙа Х.б. халыҡтың тарихи һәм соц. тормош шарттары йоғонтоһонда формалашҡан һәм үҫешкән. Унда хеҙмәт эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, төрлө йола һәм дини инаныуҙар, тирә-яҡ тәбиғәтте, йәнлек, ҡош, хайуан ҡылыҡта­рын образлы ҡабул итеү сағылдырылған....

ФӘСХЕТДИНОВ Әхәт Әхмәт улы

ФӘСХЕТДИНОВ Әхәт Әхмәт улы (21.3.1950, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. — 11.1.2010, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2002), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1987). Р.Ә.Фәсхетдиновтың ҡустыһы. Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын тамамлаған (1987). 1967 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғәскәров Ф....

СИМФОНИК БЕЙЕҮ

СИМФОНИК БЕЙЕҮ, хореография сәнғәтендә сәхнә бейеүе төрө. Симфоник музыка м‑н оҡшашлығы бар, был лирик‑драматик йөкмәткенең ижади дөйөмләштерелеүендә, полифоник структурала, темаларҙың эшкәртелеүендә һәм форма композицияһының үҫешендә асыҡ күренә. Балетта С.б. ваҡиғаларҙың хореографик образын барлыҡҡа...

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ-АРА БАЛЕТ СӘНҒӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ-АРА БАЛЕТ СӘНҒӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ. 1993 й. алып йыл һайын (1996—97 йй. башҡа) Өфөлә үткәрелә. 2003 й. фестиваль “Рәсәй мәҙәниәте” федераль программаһына индерелә. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында “Юрий Григорович балет” труппаһы (художество етәксеһе Ю.Н.Григорович), Бәләкәй симфоник...

НОҒМАНОВА Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы

НОҒМАНОВА Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы (22.8.1972, Баймаҡ ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2001) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.А.Кәримов), А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. (С.‑Петербург, 2008; педагогы Н.Б.Тарасова) тамамлаған. 1990—2013 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре...

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы

МӘЖИТОВ Ринат Марсель улы (18.9.1967, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2002) артисы. 1988—90, 1995—2012 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1992—95 йй. “Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле солисы. М. актёр оҫталығы, сағыу темперамент хас. Бейеүҙәре еңел һәм аныҡ хәрәкәттәр, юғары...

МАНАПОВ Илдар Илдус улы

МАНАПОВ Илдар Илдус улы (19.5.1983, Прага), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2008) артисы. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (2001; педагогы Ю.Г.Ушанов) БДОБТ солисы. М. сәнғәтенә сағыу индивидуаллек, юғары һәм күтәренке рухлы башҡарыу оҫталығы, партнёрын нескә тойоу...

ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы

ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы (31.7.1971, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Бикбирҙе а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2000) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.Ә.Кәримов), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2010; педагогы Е.С.Понькина) тамамлаған. 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғәскәров...

ИШБИРҘИН Хәлил Әнүәр улы

ИШБИРҘИН Хәлил Әнүәр улы (13.1.1963, Баймаҡ ҡ.), бейеүсе, балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). Р.Ғ.Туйсинаның улы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1991; педагогы Т.А.Устинова). 1983—89 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ филармонияһы Бейеү театрының художество...

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы [30.12.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) – 22.9.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.Ә.Исмәғилевтең улы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан...

ИЛЬЯСОВА Зөһрә Хәмит ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Зөһрә Хәмит ҡыҙы (17.11.1950, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1984), БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1975) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1969; педагогы Ф.И.Балабина), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2012) тамамлаған. 1969—80 йй. һәм 1990—92 йй. БДОБТ, 1980 й. алып Татар опера...

ИҘРИСОВА Александра Николаевна

ИҘРИСОВА Александра Николаевна (1.6.1922, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Морозов утары — 22.6.2012, Өфө ҡ.), бейеүсе. 1931—61 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. башҡарыу оҫталығы кәүҙәләндереү алымдарының килешле булыуы...

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы (18.2.1920, АСБР-ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны 2‑се Мырҙа а. – 4.2.2012, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). БАССР‑ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1945) артисы. 1941—63 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы....