Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠБЕЙЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт

Просмотров: 1002

АҠБЕЙЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абсолют бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап Оло Ҡыраҡа һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына күсә. Тәрәнлеге 350‑нән алып 400 м еткән күп һанлы тау араһы уйпатлыҡтары һәм уйһыулыҡтары менән йырғыланған. Палеозойҙың ультраһелтеле тоҡомдарынан, тау араһы уйпатлыҡтары ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан, эзбизташтан һәм ордовиктың, силурҙың һәм девондың төп эффузивтарынан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә Оло Һарғая й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) башлана. Ландшафтары һоро тау тупрағындағы асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора. Төньяҡ өлөшөндә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500—550 м бейеклеккә тиклем битләүҙәрҙә ҡайын‑ҡарағай урмандары үҫә, өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тау тупрағында ҡайын-ҡарағай-ҡарағас урмандары урынлашҡан; һырттың үрге өлөшөн лишайниктарҙан, петрофиттарҙан (ҡамғаҡ, ҡанүлән, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡоторма һ.б.) торған ҡая үҫемлектәре биләй. Көтөүлек итеп файҙаланыла.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023