Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫУАШСТАН

СЫУАШСТАН, С ы у а ш Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Свияга һәм Сура йй. (Волга й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Марий Эл, Мордовия, Татарстан респ., Түбәнге Новгород өлкәһе, Пенза һәм Ульяновск өлк. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы – Чебоксар. Иң юғары...

СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл

СЫУАШ‑ОЛҠАН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 198 кеше; 1920 – 245; 1939 – 241; 1959 – 238; 1989 – 159; 2002 – 140; 2010 – 158 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға...

СЫУАШ ФОЛЬКЛОРЫ

СЫУАШ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы сыуаштары фольклорының жанрҙары күп төрлө (эпик әҫәрҙәрҙән тыш). Йыйылған материалдың байтаҡ өлөшөн тылсымлы, йәки героик, тормош‑көнкүреш, хайуандар т‑дағы әкиәттәр (юмах, халап) тәшкил итә. Легендалар, тарихи риүәйәттәр, йомаҡтар (тупмалли юмах), мәҡәл һәм...

СЫУАШ ТЕЛЕ

СЫУАШ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Сыуашстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Һамар, Ульяновск өлк. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 1 млн 300 меңдән ашыу кеше; БР‑ҙа 98 меңдән күберәк кеше С.т. белә, ш. иҫ. 91 меңдән ашыу сыуаштар (2002)....

СЫУАШ НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

СЫУАШ НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Төкөн т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Нуғаҙаҡ күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 900 кеше; 1920 – 851; 1939 – 865; 1959 – 905; 1989 – 623; 2002 – 450; 2010 – 408 кеше. Сыуаштар йәшәй...

СЫУАШ ӘҘӘБИӘТЕ

СЫУАШ ӘҘӘБИӘТЕ, башҡорт әҙәбиәте м‑н боронғо тарихи бәйләнештәре бар. Байтаҡ күренекле сыуаш яҙыусылары, ш. иҫ. сыуаш милли әҙәбиәте классигы К.В.Иванов, Сыуашстандың халыҡ шағиры Я.Ухсай һ.б., Башҡортостанда тыуған. Башҡортостанда 20 б. башында сыуаш телендә китаптар нәшер ителә башлай. 1920–22 йй....

СЫУАЛКИП, Шишмә р‑нындағы ауыл

СЫУАЛКИП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Сыуалкип й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1605 кеше; 1920 – 1400; 1939 – 1011; 1959 – 1153; 1989 – 616; 2002 – 538; 2010 – 451 кеше. Татарҙар йәшәй...

СЫУАЛ, мейес

СЫУАЛ, тура мөрйәле, алды асыҡ мейес. Торлаҡ эсендә С., ғәҙәттә, ишек алдында урынлашҡан, стенаға терәлмәгән, традицион интерьер элементтарының береһе булған. Төп материал булып балсыҡ, ағас, ҡатламлы таш, һуңыраҡ кирбес хеҙмәт иткән. С. эшләр өсөн иҙәндә балсыҡтан ҡалҡыу көлдөксә әҙерләгәндәр, уның...

СЫТЫРМАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

СЫТЫРМАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Байман й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 738 кеше, 1920 – 690; 1939 – 457; 1959 – 417; 1989 – 234; 2002 – 215; 2010 – 188 кеше. Удмурттар, башҡорттар йәшәй (2002)....

СЫТЫРБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл

СЫТЫРБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 6 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта Булат й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 123 кеше; 1959 – 137; 1989 – 87; 2002 – 149; 2010 – 117 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй....

СЫСҠАНДАР

СЫСҠАНДАР (Muridae), кимереүселәр ғаиләһе. Яҡынса 120 заты, 500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 4 заттан (өй сысҡандары, урман һәм баҫыу сысҡандары, ваҡ сысҡандар, ғәҙәти ҡомаҡтар) 6 төрө бар. Кәүҙәһе төҙ, муйын билтәге айырылып тора, оҙонлоғо 7‑нән алып (ваҡ сысҡан) 27 см...

СЫСҠАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

СЫСҠАН, Б а ҡ с а л ы, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 111 кеше; 1920 – 175; 1939 – 208; 1959 – 190; 1989 – 102; 2002 – 116; 2010 – 109 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

СЫСӘРТ ЗАВОДТАРЫ

СЫСӘРТ ЗАВОДТАРЫ, Сысәрт й. (Исәт й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Һалйот, Һеңрән һәм Терһәк улустары башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалына; Түб. Сысәрт суйын, баҡыр иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1732 й. – ҡаҙна, Үрге Сысәрт тимер етештереү з‑ды 1847 й. П.Д.Соломирский һәм Турчаниновтар тарафынан...

СЫРЧИНА Нэлли Михайловна

СЫРЧИНА Нэлли Михайловна (23.12.1941, Өфө), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1962). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). ДОСААФ авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренерҙары М.С.Ғәлиәкбәров, С.А.Домрачев, В.А.Станкевич). РСФСР (1962) һәм СССР (1964) ДОСААФ‑ы чемп., Румынияла (1963) һәм...

СЫРЧИН Анатолий Константинович

СЫРЧИН Анатолий Константинович (13.8.1941, Өфө ҡ.), тренер. Парашют спорты буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1961), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1967), халыҡ‑ара (1988), Бөтә Союз (1976) һәм Бөтә Рәсәй (2018) категориялы судья. ӨАИ‑ны (1968), Ю.А.Гагарин исемендәге...

СЫРХЫУАТ, кешенең инфекцион ауырыуы

СЫРХЫУАТ, кешенең инфекцион ауырыуы, уға организмдың дөйөм ағыуланыуы һәм тән тиреһенең шешеп зарарланыуы хас. Тыуҙырыусыһы: А төркөмөндәге β‑гемолитик стрептококк. С. зарарланыу кимәле б‑са – буллёз, геморрагик, некротик, флегмоноз, эритематоз һ.б.; таралышы б‑са – локалл ºшкән, гиҙеүсе, метастатик;...

СЫРТЛАНОВТАР

СЫРТЛАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Ишбулды С. (1757–1833), указлы мулла. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Шиһабетдин С. (1793–1813), поход яҫауылы. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында...

СЫРТЛАНОВА‑ШЛЯХТИНА Елизавета Александровна

СЫР Т Л А Н О В А ‑ШЛ Я Х Т И Н А Елизавета Александровна (22.11.1881, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Соҡсон Заводы ҡсб, хәҙ. Пермь крайы Соҡсон ҡсб, – 11.12.1961, Өфө), актриса, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). 1912 й. алып – “Нур”, 1915–17 йй. – “Ширҡәт” труппалары, 1918–19 йй. – 1‑се һәм Төркөстан...

СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы

СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы (23.1.1969, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2010). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында эшләгән: 1998 й. башлап бүлек мөдире, 2001 й. – терапия б‑са баш врач урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1994–98 йй. БДМУ‑ла уҡыта. 2010...

СЫРТЛАНОВА Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы

СЫРТЛАНОВА Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (15.7.1912, Бәләбәй ҡ. – 1.10.1971, Ҡазан), лётчик, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тбилиси хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1941). 1930 й. алып Коканд ҡ., 1932 й. башлап Тбилисиҙа эшләгән. 1942 й. дек. башлап Төньяҡ Кавказ,...