Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТАРОСТИН Михаил Леонтьевич

СТАРОСТИН Михаил Леонтьевич (24.2.1955, Октябрьский ҡ.), спортсы. Спидвей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2002). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Нефтсе” спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.И. Ворсин). “Башҡортостан” (1973—94), “ЛУКОЙЛ—...

СТАРОСТА

СТАРОСТА, 16 б. — 20 б. 20‑се йй. башында Рәсәйҙә бәләкәй адм.‑терр. берәмектәргә һәм йәмәғәт коллективтарына етәкселек итер өсөн һайлап ҡуйылған кеше. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башҡ. улустарында С. абруйлы башҡ. вәкилдәре — бейҙәр, тархандар һ.б. араһынан һайланған. Вазифа нәҫел...

СТАРООБРЯДСЫЛЫҠ

СТАРООБРЯДСЫЛЫҠ, с т а р о в е р л ы ҡ, патриарх Никондың сиркәү реформаларын ҡабул итеүҙән баш тартҡан дини ағымдар йыйылмаһы. 17 б. 2‑се ярт. Урыҫ православие сиркәүенең бүлгеләнеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. С. эйәреүселәре (старообрядсылар) грек өлгөһө б‑са үҙгәртелгән дини китаптарҙы, йолаларҙы,...

СТАРОВА Наталья Владимировна

СТАРОВА Наталья Владимировна (15.8.1923, Курск губернаһы Поляна а. — 26.11.2005, Өфө ҡ.), генетик. БР ФА‑ның почётлы академигы (1994), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Харьков ауыл хужалығы институтын тамамлаған (1948). 1951 й. алып Степной урман‑тәжрибә...

СТАРИКОВ Владимир Николаевич

СТАРИКОВ Владимир Николаевич (15.1.1940, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Егән а. — 28.4.2007, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй. 1970 й. алып СССР ФА БФ‑та (өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире). 1973 й. башлап Төмән индустриаль ин‑тының хисаплау...

СТАРИКОВ Алексей Маркович

СТАРИКОВ Алексей Маркович (30.3.1909, Барнаул ҡ. — 17.3.1984, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1965). 1921 й. алып Барнаул, Риддер, Рубцовск, Староконстантинов, Алма‑Ата (1939—40 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ының урман сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары), Гурьев (1941—45 йй. “Эмбанефтестрой”...

СТАРИКОВ Агафон Герасимович

СТАРИКОВ Агафон Герасимович, Өфө провинцияһының дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Өфө провинцияһының Мәнеү а. дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссияға ер мәсьәләһе б‑са ялыуҙар м‑н наказ тапшырған. Чиновниктарҙың крәҫтиәндәргә ҡарата ғәҙел эш итмәүенә...

СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ҺӘМ ИНСТРУМЕНТТАР СӘНӘҒӘТЕ

СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ҺӘМ ИНСТРУМЕНТТАР СӘНӘҒӘТЕ, машиналар, ҡорамалдар, металл изделиелар һ.б. металл конструкция материалдары, тимерлек‑преслау, ҡойоу һәм ағас эшкәртеү ҡорамалдары, ҡырҡыу, үлсәү, абразив металл ҡырҡҡыс инструменттар һ.б. эшләп сығарыу өсөн металл эшкәртеү һәм ағас эшкәртеү станоктары,...

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ, мәғлүмәт сикле булған шарттарҙа ҡорамалдарҙы файҙаланыу хәүефһеҙлеге кимәлен, ремонтлау сифатын күтәреү, буш тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу, технологик процесты оптималләштереү өсөн станоктар системаларының торошон билдәләү. С.с.д. өҙлөкһөҙ йәки периодик рәүештә бер нисә...

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ

СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ, таралған номенклатуралағы бер йәки бер нисә әҙерләмәне эшкәртеү өсөн берләштерелгән идара итеү системаһы булған станоктар һәм ярҙамсы ҡорамалдар йыйылмаһы. Автоматик һәм автоматлаштырылған С.с. айырыла. Станок, робот (манипулятор), транспортёр, инструмент магазиндары, контроль‑үлсәү...

СТАНИЦА

СТАНИЦА, 1) 16—17 бб. Рәсәйҙә көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығышта ҡарауыл хеҙмәтенең бер төрө. С. составына станица башлығы, 10—20 станица кешеһе, юл күрһәтеүселәр ингән, улар алдан билдәләнгән маршрут б‑са йөрөп, разведка үткәргән һәм халыҡты теге йәки был дошман барымтаһы т‑да иҫкәрткән. Өфө өйәҙендә станица...

СТАНИСЛАВСКИЙ Сергей Кириллович

СТАНИСЛАВСКИЙ Сергей Кириллович (1723—1800), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ген.‑майор (1768). Дворяндарҙан. 1763 й. алып Көнбайыш Себерҙең гарнизон ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1773 й. окт. башлап 2 еңел ялан командаһы һәм Себер казактары отряды (1200 кеше) башында Себер губернаһынан...

СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, МЕТРОЛОГИЯ ҺӘМ СЕРТИФИКАЦИЯЛАУ ҮҘӘГЕ

СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, МЕТРОЛОГИЯ ҺӘМ СЕРТИФИКАЦИЯЛАУ ҮҘӘГЕ,БР‑ҙа федераль дәүләт учреждениеһы. БР терр‑яһында үлсәмдәр берлеген; метрология хеҙмәттәренең, һынау һәм аналитик лаб., сертификация органдарының аккредитацияһын; продукцияны һынап ҡарауҙы һәм эксперт баһалауын; пр‑тие ҡаҙаныштарын пропагандалауҙы...

СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ

СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, продукцияны етештереү һәм уның әйләнеше сфераларында тәртип булдырыу өсөн ҡағиҙәләрҙе һәм характеристикаларҙы ирекле рәүештә уларҙы күп тапҡыр файҙаланыу маҡсатында билдәләүгә һәм продукцияның, эш һәм хеҙмәттәрҙең конкурентлығын арттырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек. СССР‑ҙа дәүләт С....

СТАН, Рәсәйҙә бер нисә улустан торған полиция‑терр. берекмә

СТАН, Рәсәйҙә бер нисә улустан торған полиция‑терр. берекмә. Хөкүмәттең 1837 й. 3 июнендәге “Земство полицияһы тураһында положение” һына ярашлы ойошторола. С. составына үҙенең полиция органдары булмаған торама пункттар ингән. С. башында стан приставы (урындағы дворяндар йыйылышы тарафынан һайланған...

СТАЛИН Иосиф Виссарионович

СТАЛИН (Джугашвили) Иосиф Виссарионович [9.12.1879 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6.12.1878), Тифлис губ. Гори ҡ. — 5.3.1953, Мәскәү], сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1939). СССР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1939). Советтар Союзы Геройы (1945). Советтар Союзы Генералиссимусы (1945). 1898 й. алып...

СТАЛАКТИТТАР

СТАЛАКТИТТАР (гр. stalaktós — тамсынан үҫкән), мәмерйә стеналарының өҫкө өлөшөндә һәм түбәһендә боҙбармаҡ, көпшә, шаршау формаһында һарҡыған тамсыларҙан барлыҡҡа килгән минераль төҙөлөштәр (йыш ҡына кальциттан торалар). Көпшәле С. һыу эске канал буйлап аға, сыҡҡан урынында стеналарҙы ултырма минерал...

СТАЛАГМИТТАР

СТАЛАГМИТТАР (гр. stálagma — тамсы), мәмерйәләр төбөндә һарҡыған тамсыларҙан барлыҡҡа килгән минераль төҙөлөштәр (йыш ҡына кальциттан торалар). Күп осраҡта сталактит аҫтында хасил булалар, уның м‑н ҡушылып үҫкән саҡта сталагнат барлыҡҡа килтерәләр. Нәҙек һәм оҙон С. — мәмерйәләрҙең сағыштырмаса ҡоро...

СТАДИОНДАР

СТАДИОНДАР (гр. stadion — спорт ярыштары өсөн урын), тамашасы өсөн трибуналар м‑н уратып алынған спорт йәҙрәһен (футбол яланы, еңел атлетика өсөн йүгереү юлдары, һикереү һәм ырғытыу урындары), спорт уйындары һәм гимнастика өсөн майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә алған комплекслы спорт ҡоролмалары. Башҡортостанда...

СТАВРОПОЛЬ ПРОВИНЦИЯҺЫ

СТАВРОПОЛЬ ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1745 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Волга аръяғының төп өлөшөн, Яңы Кама аръяғы сик һыҙығын (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы), Һамар ҡ. үҙ эсенә алған. Төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта — Бөгөлмә ведомствоһы, көньяҡта — Ырымбур провинцияһы, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта...