Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к һ е ҙ  б е р л ә ш м ә л ә р, молекулалар каркасында теүәл (С=С, С≡С) бәйләнештәр булған органик берләшмәләр. Теүәл бәйләнештәр характеры б‑са Т.б. икеләтә (олефиндар, циклоалкендар) һәм өсләтә (алкиндар, циклоалкиндар) бәйләнешле, теүәл бәйләнештәре һаны б‑са ике...

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ (Dryopteris), ҡалҡанут һымаҡтар йәки аспидия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре — Африка һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр,...

ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 66 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 9 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 288 кеше; 1920 — 299; 1939 — 333; 1959 — 286; 1989 — 373; 2002 — 442; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 141; 1939 — 158; 1959 — 182; 1989 — 144; 2002 — 119; 2010 —121 кеше....

ТУҠ БУҒА

ТУҠБУҒА (?—1313), Алтын Урҙаның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт. Туҡта хан (Туҡтағи) үлгәс, 1312 й. үҙен Алтын Урҙа хакимы тип иғлан итә. Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренең фетнәһе һөҙөмтәһендә үлтерелә. Әҙәб.: У т е м и ш - х а д ж и. Чингиз-наме. Алма-Ата, 1992. Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Туҡ (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) улустары һәм Быҙаулыҡ өйәҙенең Йомран-Табын улусынан АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.‑С.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡ-көнсығышта, көнсығышта...

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы [14.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 7.11.1981, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы)....

ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы

ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы [14.1.1862, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 1932, Ырымбур ҡ.], Өфө губернаһынан 2‑се (1907) һәм 3‑сө (1907—12) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡорт. Туҡаевтар нәҫеленән. 1905 й. алып Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Стәрлебаш...

ТУҠАЕВ Рифҡәт Ғәлимйән улы

ТУҠАЕВ Рифҡәт Ғәлимйән улы (10.10.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 19.6.1995, Андижан ҡ., Үзбәкстан), Дан орд. тулы кавалеры. Үзбәк ССР‑ының атҡ. уҡытыусыһы. СССР‑ҙың мәғариф отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент пед. ин‑тын (1962), Марксизм-ленинизм ин‑тын (Андижан,...

ТУҠАЕВТАР

ТУҠАЕВТАР, дин әһелдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Ниғмәтулла Биктимер улы Т. [1773, Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 27.3. 1844, шунда уҡ], имам‑хатип, мөҙәрис. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Вятка губ. Маскара а., Бохара ҡ. мәҙрәсәләрҙә уҡый (1801—12). 1812 й. алып...

ТУҠАЙ Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы

ТУҠАЙ (Туҡаев) Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Мөхәммәтғариф улы; 14.4.1886, Ҡазан губ. Ҡушлауыс а. — 2.4.1913, Ҡазан), татар шағиры, публицист. Яңы татар әҙәбиәтенә, хәҙ. татар теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шағирҙың күп яҡлы фекерләү оҫталыƒы һәм шәхесе уның ижадында татар халҡының...

ТУҠАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 26 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 456 кеше; 1920 — 607; 1939 — 643; 1959 — 482; 1989 — 503; 2002 — 548; 2010 — 547 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

ТУҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Йылболаҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Йылболаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 60 кеше; 1939 — 185; 1959 — 220; 1989 — 134; 2002 — 133; 2010 — 123 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ТУҠАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 — 253 кеше; 1959 — 254; 1989 — 114; 2002 — 109; 2010 — 101 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се...

ТУҠАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Дүшәмбикә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 99 кеше; 1959 — 130; 1989 — 157; 2002 — 173; 2010 — 183 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

ТУҠАЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 11 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 168 кеше; 1959 — 194; 1989 — 133; 2002 — 105; 2010 — 80 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Яңы Балтас а. кешеләре нигеҙ һала....

ТУҠАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1447 кеше; 1920 — 1586; 1939 — 1451; 1959 — 1109; 1989 — 604; 2002 — 634; 2010 — 587 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ТУҠАЙТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТУҠАЙТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 136 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 527 кеше; 1920 — 539; 1939 — 532; 1959 — 447; 1989 — 180; 2002 — 152; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТУҠАН ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТУҠАН ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҒЫ, БР‑ҙа иң ҙуры. Белорет р‑нында урынлашҡан, Башҡорт мегантиклинорийының үҙәк өлөшөнә тура килә. Егәҙе-Комаров свитаһының һәм әүжән свитаһы аҫҡы өлөшөнөң күмер‑балсыҡ һәүерташтары һәм карбонаттары буйлап ашалыу ҡатлауы мәғдән һыйҙырыусы булып тора. Оҙонлоғо бер нисә йөҙ метрҙан...

ТУҠАН, Белорет р‑нындағы ауыл

ТУҠАН, Белорет р‑нындағы ауыл, Туҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 78 км һәм Олойылға т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 251 кеше; 1920 — 440; 1939 — 3220; 1959 — 5542; 1989 — 2305; 2002 — 1805; 2010 — 1331 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...