Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУРИЗМ

ТУРИЗМ (фр. tourisme), кешеләрҙең даими йәшәгән урынынан һауыҡтырыу, танып белеү, профессиональ‑эш, дини, спорт һ.б. маҡсаттарҙа сәйәхәт итеүе. Т. авто-, мототуризм, һыу, тау, ҡатнаш, атлы, саңғыла, йәйәү, спелеотуризм һ.б. төрҙәре; йәш‑ара, мәҙәни‑танып белеү, рекреацион, ваҡиғалы, спорт, экологик...

ТУРИЗМ, ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҺӘМ ЭКСКУРСИЯЛАР ҮҘӘГЕ

ТУРИЗМ, ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҺӘМ ЭКСКУРСИЯЛАР ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1932 й. Башҡ‑н үҙәк балалар экскурсия‑туристик станцияһы булараҡ асыла, 1941 й. Респ. балалар экскурсия‑туристик станцияһы, 1946 й. алып Башҡ‑н респ. балалар экскурсия‑туристик станцияһы, 1977 й. — Респ. йәш туристар станцияһы, 1991...

ТУРИСТИК КЛУБТАР

ТУРИСТИК КЛУБТАР, поход һәм сәйәхәт яратыусыларҙы берләштергән йәмәғәт йәки шәхси ойошмалар. Т.к. төп маҡсаттары һәм бурыстары: матди‑техник база булдырыу һәм үҫтереү, физкультура‑һауыҡтырыу һәм спорт саралары үткәреү, тренерҙар советы һәм судьялар коллегияһының методик эшмәкәрлеген ойоштороу, клуб...

ТУРИСТИК БАЗАЛАР

ТУРИСТИК БАЗАЛАР, туристарҙы урынлаштырыу, ашатыу, мәҙәни‑көнкүреш һәм физкультура‑һауыҡтырыуҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән ҡунаҡхана тибындағы пр‑тиелар. Курорт зоналарында, ауыл биләмәләрендә, тәбиғәт ҡомартҡылары эргәһендә урынлашҡан. Йыл әйләнәһенә йәки миҙгелле эшләй. Өфөлә тәүге “Сәләмәтлек”...

ТУРИСТИК МАРШРУТТАР

ТУРИСТИК МАРШРУТТАР, мәҙәни яҡтан танып‑белеү, һауыҡтырыу, спорт һ.б. маҡсаттарҙа тарихи урындарҙы, мәҙәни объекттарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын һ.б. күрергә теләүсе туристарҙың алдан планлаштырылған йөрөү юлдары. Хәрәкәт йүнәлеше б‑са билдәле, түңәрәк, радиаль һ.б. Т.м.; хәрәкәт итеү ысулы б‑са авто‑,...

ТУРИСТИК ОЙОШМАЛАР

ТУРИСТИК ОЙОШМАЛАР, туристик сәйәхәттәрҙе ойоштороу һәм үткәреүҙе тәьмин иткән учреждениелар (пр‑тиелар). Ҡулланыусыларға хеҙмәттәр комплексын (туроператорҙар) тәҡдим иткән хеҙмәтләндереүсе Т.о. (үҙенең йәки ҡуртымға алынған ҡунаҡханаһы, рестораны, транспорты була); башҡа ойошма (турагенттар) хеҙмәттәрен...

ТУРИСТИК СЛЁТТАР

ТУРИСТИК СЛЁТТАР, бер йәки бер нисә туризм төрө б‑са дистанцияларҙа ярышты, уйын һәм конкурс программаһын үҙ эсенә алған комплекслы саралар. Туристик сезондың башында һәм аҙағында коллективтарҙың туристик маршруттарға әҙерлеген ҡарау смотры кеүек уҙғарыла. Башҡортостанда район, ҡала һәм республика Т.с....

ТУРИСТИК СПОРТ СОЮЗЫ

ТУРИСТИК СПОРТ СОЮЗЫ, йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. БАССР Туризм федерацияһы булараҡ ойошторола, 1976 й. алып Туризм һәм экскурсиялар б‑са Башҡ‑н өлкә советының Спорт туризмы федерацияһы, 1991 й. башлап Башҡортостан Республикаһының Спорт туризмы федерацияһы. Туризм б‑са спорт туризмы,...

ТУРИСТИК СУДНОЛАР

ТУРИСТИК СУДНОЛАР, пассажирҙарҙы круизда йөрөткән һыу транспорты. 1934 й. Башҡ‑н йылға пароходсылығы тарафынан тәүге Өфө—Мәскәү—Өфө туристик круизы ойошторола. 50‑се йй. башынан Ижевск, Өфө, Силәбе ҡҡ. сәйәхәт һәм экскурсия бюролары, 90‑сы йй. уртаһынан — туристик фирмалар, пр‑тиелар һ.б. ойошмалар...

ТУРКИН Александр Гаврилович

ТУРКИН Александр Гаврилович [10.2. 1870, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Үрге Өпәле завод ҡсб, хәҙ. Үрге Өпәле ҡ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Пермь губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Архангело‑Пашийский завод ҡсб), — ҡайһы бер мәғлүмәттәр б‑са, 1919 й. дек., Новониколаевск ҡ. янында], яҙыусы. Уның т‑дағы биографик...

ТУРҠА СӘСКӘ

ТУРҠА СӘСКӘ (Scutellaria), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ төклө тамырһабаҡлы үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, төҙ йәки күтәрелеүсән, ябай йәки ҡапма‑ҡаршы...

ТУРМАЛИН

ТУРМАЛИН (нем. Turmalin), ҡулсалы силикаттар ярым класы минералы, XY3Z6[Si6O18][BO3]3(OH,F)1+3, унда X — Na, Ca, K; Y — Mg, Fe2+, Mn, Li, Al; Z — Al, Mg, Fe3+. Сикле компоненттары булған изоморф рәттәре хас: шерл (Y — Fe2+), дравит (Y — Mg), эльбаит (Y — Li, Al) һ.б. Кристалдары призма формаһында, сферик...

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ

ТУРНЕЙ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Фамен ярусында ята, визе ярусы м‑н ҡаплана. 19 б. 60‑сы йй. Бельгияла айырып күрһәтелә, исеме Турне ҡ. алынған. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә һәм Уралдың көнбайыш битләүендә (бында турней быуатында Кама‑Кинәле бөгөлдәре системаһы үҫеше ултырма тоҡомдар...

ТУРОВЦЕВ Михаил Михайлович

ТУРОВЦЕВ Михаил Михайлович (29.6.1905, Тамбов губ. Козлов ҡ. — 29.1.1965, Өфө), тупраҡ белгесе. А.х. ф. канд. (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1951). 1933 й. алып Башҡ‑н тупраҡ-ботаника бюроһында (Өфө) эшләй. 1937 й. башлап Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһында:...

ТУРТЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТУРТЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Вояҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 727 кеше; 1939 — 623; 1959 — 563; 1989 — 169; 2002 — 125; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич (27.10.1918, Вятка губернаһы Белогорье а. — 24.12.1986, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө ҡсб, хәҙер Дүртөйлө ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1941 й. Иран походында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 1940 й. башлап...

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич

ТУСНОЛОБОВ Степан Сергеевич (27.10.1918, Вятка губернаһы Белогорье а. — 24.12.1986, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Дүртөйлө ҡсб, хәҙер Дүртөйлө ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1941 й. Иран походында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. 1940 й. башлап...

ТУСЫБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

ТУСЫБАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 90 км алыҫлыҡта Шурпанғош й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 881 кеше; 1920 — 1019; 1939 — 862; 1959 — 778; 1989 — 467; 2002 — 464; 2010 — 381 кеше....

ТУҪНАҠТАР

ТУҪНАҠТАР, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында бойондороҡло халыҡ категорияһы. Оҙаҡҡа йәки ғүмерлеккә башҡ. байҙарының (йышыраҡ игенселек үҫешкән төбәктәрҙә; ҡара: Игенселек), йәки ҡалала йәшәгән урыҫтарҙың ҡул аҫтына эләккән аҫабабашҡорттар Т. булып киткән. Т. үҙ хужалығы булмағанға күрә яһаҡ...

ТУТ

ТУТ, үҫемлектәрҙең тут бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Вегетатив ағзаларҙа ҡыҙғылт көрән пустулалар барлыҡҡа килә, эпидермис тишелгән осраҡта уларҙан бәшмәк споралары ҡойола. Иген, техник культуралар, ҡырағай үләндәр, ағас һәм ҡыуаҡтар зарарлана. Ауырыу үҫемлектәрҙең матдәләр алмашыныуы боҙола,...