Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАНДУҒАСТАР

ҺАНДУҒАСТАР, былбылдар (Luscinia), барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 6 төрө билдәле: көйәҙ Һ., көньяҡ, йәки көнбайыш Һ., ябай, йәки көнсығыш Һ. Евразияла, күк Һ., һыҙғырыусы Һ. — күбеһенсә Алыҫ Көнсығыштың көньяғында һәм Себерҙә, ҡыҙыл Һ. Себерҙә таралған. Башҡортостанда 3 төрө осрай. Күсәр...

ҺАНДУҒАС, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҺАНДУҒАС, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Һандуғас й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 482 кеше; 1920 — 494; 1939 — 529; 1959 — 484; 1989 — 415; 2002 — 437; 2010 — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ҺАН, һүҙ төркөмө

ҺАН, предметтың иҫәбен һәм уның һан яғынан билдәһен аңлатҡан һүҙ төркөмө. Һ. лексиканың иң боронғо ҡатламдарының береһе булып тора. Башҡа күп телдәрҙәге кеүек, башҡорт теле нигеҙендә кешеләр һанарға өйрәнгән 10 бармаҡҡа нигеҙләнгән унаулы система ята. Һ. яҙма рәүештә биреү өсөн интернациональ идеограммалар...

ҺАН МЕНӘН ПРОГРАММАЛАНҒАН ИДАРА ИТЕҮ СТАНОГЫ

ҺАН МЕНӘН ПРОГРАММАЛАНҒАН ИДАРА ИТЕҮ СТАНОГЫ, металл ҡырҡыу станогының бер төрө, индивидуаль, аҙ сериялы һәм сериялы етештереү шарттарында деталдәрҙе юғары етештереүсәнле механик эшкәртеү өсөн ҡулланыла. Һ.м.п.и.и.с. төп технологик төркөмөнә ҡырыу, тишеү һәм киңәйтеү, фрезерлау, шымартыу станоктары,...

ҺАН

ҺАН, предметтарҙың йәки заттарҙың һан яғынан характеристикаһын белдергән грамматик категория. Һ. исемдәргә һәм зат алмаштарына хас, һүҙҙәрҙең башҡа лексик‑грамматик төркөмдәре Һ. синтаксик категорияһына эйә (Һ. формаһы исем һәм зат алмаштары формалары м‑н яраша). Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт...

ҺАМАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ҺАМАР, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Һамар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1120 кеше; 1920 — 1565; 1939 — 1698; 1959 — 1191; 1989 — 843; 2002 — 906; 2010 — 877 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ҺАМАР, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҺАМАР, Я ң ы Һ а м а р, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Суртанды күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 191 кеше; 1939 — 259; 1959 — 184; 1989 — 180; 2002 — 232; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар,...

ҺАМАР‑ИВАНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ҺАМАР‑ИВАНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Ужа й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1906 й. — 255 кеше; 1920 — 447; 1939 — 370; 1959 — 156; 1989 — 324; 2002 — 365; 2010 — 320 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

ҺАМАР УРТА МӘКТӘБЕ

ҺАМАР УРТА МӘКТӘБЕ, Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. 1894 й. 2 йыллыҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы,...

ҺАМАР ӨЛКӘҺЕ

ҺАМАР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Татарстан һәм Ҡаҙағстан респ., Ульяновск, Һарытау өлкәләре, Ырымбур өлкәһе м‑н сиктәш. Үҙәге — Һамар ҡалаһы. 1928 й. 14 майында Урта Вол­га өлк. булараҡ ойошторола (ҡара: Һамар губернаһы), 1929 й. алып Урта Волга крайы, 1935 й. — Куйбышев крайы, 1936 й. — Куйбышев өлк., 1990...

ҺАМАР ДӘҮЛӘТ ТИМЕР ЮЛДАР УНИВЕРСИТЕТЫ

ҺАМАР ДӘҮЛӘТ ТИМЕР ЮЛДАР УНИВЕРСИТЕТЫ. Өфөләге филиалы 1958 й. Өфө уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1998 й. хәҙ. статусын ала. 1 каф., 7 лаб., компьютер класы, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 10 һөнәр б‑са алып барыла: күперҙәр һәм транспорт тоннелдәре; күтәреү‑транспорт,...

ҺАМАР ДӘҮЛӘТ АРХИТЕКТУРА‑ТӨҘӨЛӨШ УНИВЕРСИТЕТЫ

ҺАМАР ДӘҮЛӘТ АРХИТЕКТУРА‑ТӨҘӨЛӨШ УНИВЕРСИТЕТЫ. Бәләбәй ҡ. филиалы 1994 й. дөйөм техника ф‑ты булараҡ асыла, 1998 й. башлап Һ.д.а.‑т.у., 2016 й. — Бәләбәй ҡ. Һамар техник ун‑ты филиалы. 3 каф., 4 лаб., 2 компьютер класы, китапханаһы һ.б. бар. Уҡыуҙы тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе...

ҺАМАР ГУБЕРНАҺЫ

ҺАМАР ГУБЕРНАҺЫ, 1851 й. Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һарытау губернаһының Николаевск һәм Яңы Үҙән өйәҙҙәренән, Сембер губ. Ставрополь, Сызрань, Һамар өйәҙҙәренең бер өлөшөнән ойошторола. 19 б. аҙ. төньяҡта — Ҡазан губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Өфө губернаһы, көнсығышта...

ҺАМАР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ

ҺАМАР БҮЛЕКСӘҺЕ АУЫЛЫ, “Красная Башкирия” совхо зының Һамар бүлексәһе ауылы, Һамар, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Красная Башкирия а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 115 кеше; 1959 — 289; 1989 — 491;...

ҺАМАҠ, көй

ҺАМАҠ, һамаҡ көй, 1) башҡорт фольклорында әҫәрҙәрҙе (бәйет, сеңләү, арбау, үтенеү, әйтешмәктәрҙе, ш. уҡ эпос, әкиәт, легендаларҙың айырым шиғри өлөштәрен) башҡарыу стиле. Һ. шулай уҡ хәрәкәткә бәйле булыуы мөмкин, мәҫ., бейеүгә (һамаҡлап бейеү), уйынға (һамаҡлап уйнау). Көйлө (бер юғарылыҡтағы өндәрҙең...

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР

ҺАЛЫМДАР ҺӘМ ЙӨКЛӘМӘЛӘР. Һалым — дәүләт һалым йыйыу хеҙмәте тарафынан ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән уларҙың аҡсаларының бер өлөшөн тартып алыу формаһында йыйылған ҡайтарылмай торған мотлаҡ түләү. Йөкләмә — дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа вәкәләтле органдар һәм вазифалы кешеләр...

ҺАЛЫМДАР

ҺАЛЫМДАР, халыҡтың дәүләт файҙаһына мотлаҡ түләүҙәре. 14—16 бб. башҡорттар яһаҡ һәм “дисәтинә” оброгы — һәр 10 йорттан 1 баш мал (ҡара: Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы, Ҡазан ханлығы) түләгән. Һ. йыйыу м‑н даруғалар һәм баҫҡаҡтар шөғөлләнгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан...

ҺАЛЫМ ПОЛИЦИЯҺЫ

ҺАЛЫМ ПОЛИЦИЯҺЫ, РФ хоҡуҡ һаҡлау органдарының бер төрө. РФ ҡануниәте акттарына ярашлы 1992 й. РФ Дәүләт һалым инспекцияһы эргәһендә БР б‑са Һалым тикшереүе идаралығы ойошторола, 1993 й. алып БР Һ.п. департаменты, 1995 й. башлап РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы. Эшмәкәрлегенең...

ҺАЛМАҠ КӨЙ

ҺАЛМАҠ КӨЙ, башҡорт муз. фольклористикаһындағы мелодик стиль; башҡорт халыҡ музыкаһы жанры. Һ.к. үҙ эсендә оҙон көй һәм күберәк ҡыҫҡа көй үҙенсәлектәрен берләш­терә. Һ.к. әкрен темп, ижек эсендәге көй боролоштарының сиклелеге (бер ижеккә ике‑өс тауыш), бәләкәй диапазон, көйләп һөйләү һәм көйләп йырлау...

ҺАЛМА, традицион аҙыҡ

ҺАЛМА (дүрткел һалма, ҡыйыҡ һалма, шаҡмаҡ), башҡорт аш‑һыуында традицион аҙыҡ. Башҡорттар Һ. бойҙай, һирәгерәк арпа йәки арыш ононан һыуҙа (Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында — һурпала) йомортҡа ҡушып баҫа. Йоҡа итеп йәйелгән ҡамырҙы ромб рәүешендә, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙа квадратлап...