Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСАУҘЫБАШ, Яңауыл р‑ндағы ауыл

АСАУҘЫБАШ, Яңауыл р‑ндағы ауыл, Асауҙыбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. 22 км алыҫлыҡта Асауҙы й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 349 кеше; 1920 — 400; 1939 — 438; 1959 — 376; 1989 — 288; 2002 — 247; 2010 — 193 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

АСБЕСТ, минерал

АСБЕСТ (гр. asbestos — ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ), магний, тимер, өлөшләтә кальций һәм натрийҙың һыулы силикаттары класы минералдары. Структураһы сүсле, төҫө йәшкелт һоро, аҡ, зәңгәр; ялтырауығы ебәк һымаҡ. Ҡатылығы — 2—2,5; тығыҙлығы — 2500 кг/м3. Гигроскопик, юғары һығылмалы, яҡшы диэлектрик. Хризотил-А. һәм...

АСЕЕВ Алексей Александрович

АСЕЕВ Алексей Александрович (14.3.1922, Өфө — 10.5.1980, Красноярск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Карелия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армия 272‑се уҡсылар див. 1063‑сө уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1944 й. 21—23 июнендә Лодейное Поле ҡ. эргәһендә...

АСИМПТОТИК ЫСУЛДАР, математикала

АСИМПТОТИК ЫСУЛДАР, математикала: яҡынса сиселештәрен ябай функциялар рәүешендә күрһәтеү өсөн ҡатмарлы тигеҙләмәләрҙе ябайлаштырыу ысулдары йыйылмаһы. Дифференциаль йәки интеграль тигеҙләмәләр рәүешендә билдәләнгән мәсьәләләрҙе (сингулярлыҡлы йәки әҙ боларыулы мәсьәләләр, операторҙар спектрҙарының үҙенсәлектәрен...

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы

АСКИН Ғәйфетдин Ғәфиәт улы [10.10.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Сураш а. (БР‑ҙың Нуриман районы) — 27.9.2007, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. көҙөнән Сталинград, Дон, Резерв, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия армияһы...

АСКОМИЦЕТТАР

АСКОМИЦЕТТАР, муҡсалы бәшмәктәр (Ascomycetes), бәшмәктәр класы. Яҡынса 30 тәртибе, 30 меңдән ашыу төрө (БР‑ҙа 20‑нән ашыу тәртибе, бер нисә мең төрө) билдәле, киң таралған. А. төп билдәһе булып енси процесс һөҙөмтәһендә спора туплағыс махсус ағзалары — аскоспоралары булған муҡсалар (аскылар) барлыҡҡа...

АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ №1, Әбйәлил р‑ны

АСҠАР УРТА МӘКТӘБЕ №1, Әбйәлил р‑ны. 1876 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1919 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп (1918—19 йй., 1921—22 йй. эшләмәгән), 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1936 й. — урта мәктәп, 1994 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Слесарлыҡ һәм ағас эше оҫтаханалары,...

АСҠАР, ауыл, Әбйәлил р‑ны үҙәге

АСҠАР, ауыл, Әбйәлил р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Асҡар а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнc. 350 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында, Асҡар—Дәүләт—Аэропорт (Магнитогорск), Сермән—Амангилде—Баймаҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан....

АСҠАРОВ Асҡар Фат улы

АСҠАРОВ Асҡар Фат улы (21.4.1946, Өфө), травматолог-ортопед. Мед. ф. д‑ры (1987), проф. (1990). Й.Н.Асҡарованың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Өфөнөң 1‑се дауаханаһында эшләй. 1971 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 1990—95 йй. һәләкәттәр мед. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре быуын ауырыуҙарының этиологияһын,...

АСҠАРОВ Әмир Фат улы

АСҠАРОВ Әмир Фат улы (14.7.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1998). Й.Н.Асҡарованың улы. БДМИ‑ны (1976), Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (1997) тамамлаған. 1979 й. алып БДМИ‑ла уҡыта, 1985 й. — Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑ның төп ғилми хеҙм‑ре, 1991 й. — Башҡ‑н респ. дәүләт...

АСҠАРОВ Салауат Әхмәт улы

АСҠАРОВ Салауат Әхмәт улы (11.4.1946, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран ҡсб), йырсы (бас). РФ‑тың халыҡ (2011), атҡ. (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1968; М.Ғ.Мортазина класы), Ҡазан консерваторияһын (1980; В.А.Лазько класы) тамамлаған. 1969—76 йй., 1983—84 йй. һәм 1987 й. алып...

АСҠАРОВ Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы

АСҠАРОВ Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (12.12.1936, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Түбәнге Уҫылы а. — 8.3.1991, Стәрлетамаҡ ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). 1960—91 йй. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында эшләй: аппаратсы, смена нач., инженер-технолог, 1979—87 йй. бүлек начальнигы. А. ҡатнашлығында респ. синтетик...

АСҠАРОВА Заһира Фәтхулла ҡыҙы

АСҠАРОВА Заһира Фәтхулла ҡыҙы (2.1.1948, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Яҡшый а.), терапевт, гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй; 1977 й., 1991 й., 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. 1983 й. башлап һәм 1992—95 йй. Өфөнөң 21‑се һәм 6‑сы...

АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы

АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы (15.4.1927, Стәрлетамаҡ ҡ. — 6.4.2011, Өфө ҡ.), гигиенист. Медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1971). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 2000 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1967—92 йй. дөйөм гигиена кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта...

АСҠЫН ЗАКАЗНИГЫ

АСҠЫН ЗАКАЗНИГЫ. 1963 й. хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын, һунар йәнлектәрен тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Асҡын р‑ны Ҡашҡа а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Өфө й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 16,6 мең га, терр‑яның 80%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы Сарыс й....

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Асҡын р‑ны Асҡын а. нигеҙ һалына, 1995 й. Башҡортостан ҡулланыусылар союзының Төй ҡулланыусылар йәмғиәте составына инә. Комб‑т составына крахмал, алкоголһеҙ эсемлектәр, макарон, кондитер изделиелары, тоҙло балыҡ, кеҫәл етештереү цехтары; 1200 т һыйҙырышлы йәшелсә...

АСҠЫН РАЙОНЫ

АСҠЫН РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы һәм Свердловск өлк., көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Ҡариҙел, көньяҡ‑көнбайышта — Балтас һәм көнбайышта Тәтешле р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны улустары инә. 1932 й....

АСҠЫН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

АСҠЫН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм сығарыу пр‑тиеһы. 1937 й. “Южураллес” Ағас әҙерләү контораһы (1925 й. нигеҙләнгән) участкалары (Асҡын һәм Дыуан р‑ндарында урынлашҡан) базаһында нигеҙ һалына, 1952 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Табасҡы ағас-таҡта...

АСҠЫН УРТА МӘКТӘБЕ №2

АСҠЫН УРТА МӘКТӘБЕ №2, Асҡын р‑ны. 1878 й. 2 класлы ҡала училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1914 й. алып 4 класлы юғары башланғыс мәктәп, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1986 й. башлап хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. Ағас эше һәм токарлыҡ...

АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны үҙәге

АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Асҡын а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнc. 213 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Борма, Асҡын йй. (Төй й. басс.) буйында, Яугилде—Щучье Озеро (Пермь крайы), Иҫке Балтас—Асҡын автомобиль юлдарында урынлашҡан....