Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҒИҘЕЛ БУЙЫ УБАЛЫ ТИГЕҘЛЕГЕ

АҒИҘЕЛ БУЙЫ УБАЛЫ ТИГЕҘЛЕГЕ, Ағиҙел й. басс. урынлашҡан, Стәрлетамаҡ ҡ. киңлегенән алып йылға тамағына тиклем һуҙылған. Төньяҡ‑көнсығышта Өфө яйлаһы, көнсығышта Көньяҡ Уралдың ситке һырттары, көньяҡ һәм көнбайышта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы м‑н сиктәш. Абс. бейеклеге төньяҡта 60—260 м, көньяҡта — 200—310 м....

АҒИҘЕЛ БУЙЫ МӘҘӘНИӘТЕ

АҒИҘЕЛ БУЙЫ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5‑се мең йыллыҡтарға ҡарай. Башҡортостанда А.б.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал буйында Ағиҙел й. басс. (Дәүләкән, Мулла һ.б.) тупланған. Торамалар йылға буйҙарында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Ер өҫтөндә төҙөлгән усаҡлы чум һымаҡ ҡоролмалар...

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ

АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, АЙ. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына ағас конструкциялар, ишек, тәҙрә блоктары етештереү цехтары инә. 2021 й. 40‑тан ашыу кеше эшләгән. Ағас-таҡта, тәҙрә, ишек блоктары, йыйылма-кәртәле баҡса йорттары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.  1942 й. 6‑сы төҙөлөш контораһы эргәһендәге...

АҒАСТАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ

АҒАСТАН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘК-ЯРАҒЫ, бөтөн үҙағас, тамыр, оро, туҙ (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), йүкә һәм тал (ҡара: Үреү), ҡабыҡ һәм ҡайырҙан яһалған йорт кәрәк-ярағы. Башҡорттар ҡайын, йүкә, өйәңке, уҫаҡ, имәнде файҙаланған. Әҙерләмәне аталғы, бәлйә, өңгөс, ағас сүкеш, сапҡы, ҡыйғаҡ һ.б. м‑н...

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ, ағасты билдәле бер үлсәм һәм форма биреү маҡсатында эшкәртеү машиналары. Ҡырҡыу, йыйыу һәм биҙәү станоктары була. Ағас ҡырҡыу станоктары махсуслашыуҙары б‑са дөйөм тәғәйенләнешле һәм махсус; ағас эшкәртеү ысулына ҡарап — таҫма бысҡылы, түңәрәк бысҡылы, фрезерлау, йышыу, быраулау,...

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағасты механик һәм химик-механик юл м‑н эшкәртеүсе урман сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа таҡта ярыу, фанер-плита (ҡара: Ағас плита, Фанер производствоһы), мебель (ҡара: Мебель сәнәғәте), тара, шырпы производстволары, урман химияһынан тора. Башҡортостанда урман кәсептәре (урман әҙерләү...

АҒАС ҮРСЕТЕҮ

АҒАС ҮРСЕТЕҮ, элек урман булмаған терр‑яларҙа яһалма рәүештә ағас үҫтереү. А.ү. йырындарҙа, киптерелгән һаҙлыҡтарҙа һәм урман фондына ҡараған башҡа майҙандарҙа, ерҙәрҙе яңыртҡанда, шифахана-курорт зоналарҙа һ.б. ағас ултыртыу, а.х., сәнәғәт, транспорт, һыу фонды һ.б. категория ерҙәрендә һаҡлағыс урман...

АҒАС ПЛИТА

АҒАС ПЛИТА, ҡабығынан һыҙырылған йәки ныҡ ваҡланған ағасты эшкәртеү юлы м‑н алынған төҙөлөш материалы. БР‑ҙа елемләп йәбештерелгән фанер (ҡара: Фанер производствоһы), ағас-юнысҡы, ағас‑сүс, цемент-юнысҡы плиталары сығарыла. А.п. төҙөлөш конструкцияларында, изделиеларында, йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе...

АҒАС МАТЕРИАЛДАР

АҒАС МАТЕРИАЛДАР, ағастың тәбиғи физик төҙөлөшөн һәм составын һаҡлап ҡалып, ҡырҡылған ағасты арҡыры йә буй бысып алынған материалдар. Эшкәртелгән һәм эшкәртелмәгән, ылыҫлы һәм япраҡлы, эшкәртеү ысулы б‑са түңәрәк, ярылған, бысылған, һыҙырылған, йышылған, ваҡланған А.м. бүләләр. Буй ағасты (тамыр өлөшө,...

АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР

АҒАС КОНСТРУКЦИЯЛАР, ағастан яһалған төҙөлөш конструкциялары. Тәғәйенләнеше б‑са терәк һәм кәртәләүсе, етештереү ысулы б‑са тотош ағастан һәм елемләп йәбештерелгән А.к. айырыла. 20 б. 70—80‑се йй. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында (Н.А.Пискунов,...

АҒАС ӘЙБЕРҘӘР

АҒАС ӘЙБЕРҘӘР, ағастан йәки ағас материалдарҙан яһалған төҙөлөш деталдәре (тотош йәки йәбештерелгән бурса, таҡта һәм плита һ.б.), йыйыу берәмектәре (тәҙрә һәм ишек блогы, ағас бүлкә, кәртә һәм панель һ.б.), ағас панелдәрҙән йыйылмалы йорттар, мебель һ.б. Яһау технологияһы б‑са бер бурсалы, күп бурсалы...

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағас әҙерләүҙе һәм беренсел эшкәртеүҙе (ҡара: Ағас материалдар) тормошҡа ашырыусы сәнәғәт тармағы. А.ә.с. төп пр‑тиелары булып урман сәнәғәте хужалыҡтары тора. Ағасты тулыһынса эшкәртеүҙе ағас эшкәртеү сәнәғәте башҡара. 20 б. башында Көньяҡ Уралда ағас әҙерләүҙең төп күләме акционерҙар...

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ

АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ, ағас материалдар етештереү процесы. 3 стадияға бүленә: ағас ҡырҡыу, әҙерләнгән ағасты сығарыу, түбәнге ағас сәнәғәте складындағы эштәр. А.ә. һәр бер стадияһы төп әҙерлек (технологик һәм күсереү) һәм ярҙамсы операцияларҙан тора. Технологик операция ваҡытында (урман ҡырҡыу, ағастарҙы ботаҡтарҙан...

АҒАРҘЫ, Благовар р‑нындағы ауыл

АҒАРҘЫ, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ағарҙы й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 742; 1939 — 698; 1959 — 534; 1989 — 286; 2002 — 248; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АГТЕ Адольф Андреевич

АГТЕ Адольф Андреевич (30.4.1775, Рига губ. Аренсбург ҡ. — 13.4.1832, Пермь губ. Екатеринбург ҡ.), тау инженеры. Обер‑берг‑гауптман (1830). С.‑Петербург тау уч‑щеһын тамамлаған (1795). 1795 й. алып Нерчинск з‑дтарында, 1802 й. — Екатеринбург тау округында хеҙмәт итә. 1826 й. башлап Златоуст тау сәнәғәте...

АГРОЭКОСИСТЕМА

АГРОЭКОСИСТЕМА (агро... һәм экосистема), а.х. продукцияһын етештереүсе хужалыҡ урынлашҡан терр‑яның бер өлөшөн биләүсе тәбиғи‑антропоген комплекс. А. — автотроф система, төп энергия сығанағы — Ҡояш, әммә уның структураһы һәм функцияһы м‑н кеше идара итә. А. махсуслашыу (үҫемлекселек, малс‑ҡ, комплекслы),...

АГРОЭКОЛОГИЯ

АГРОЭКОЛОГИЯ (агро... һәм экология), экологияның ерҙе файҙаланыуҙың бөтә формаларына ҡарата экологик сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, юғары сифатлы а.х. продукцияһы алыу мөмкинлеген өйрәнеүсе бүлеге. А. төп бурысы — агроэкосистемаларҙың биол. мөмкинлектәрен әүҙемләштереү һәм ер эшкәртеү, ашлау, һуғарыуға, ҡый...

АГРОХИМИЯ

АГРОХИМИЯ (агро… һәм химия), агрономик химия, үҫемлектәрҙең минераль туҡланыуын, ашламаларҙың, химик мелиорация сараларының тупраҡта һәм үҫемлектәрҙә барған биохимик һәм химик процестарға йоғонтоһон өйрәнеүсе фән. А. ш. уҡ уңдырышлылыҡты арттырыуҙың ҡайһы бер башҡа сараларын — гербицидтарҙы, үҫемлектәрҙең...

АГРОХИМИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ

АГРОХИМИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ, тупраҡ, ауыл хужалығы продукцияһы, мал аҙығы, пестицидтарға һ.б. күпләп анализ үткәреүҙе; ашлама һәм пестицидтарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләүҙе; агрохимик картограммалар төҙөүҙе; а.х. пр‑тиеларына үҫемлекселек һәм малсылыҡты химиялаштырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе; агрохимик...

АГРОУРМАНМЕЛИОРАЦИЯ

АГРОУРМАНМЕЛИОРАЦИЯ (агро..., урман һәм мелиорация), а.х. культураларын эшкәртеүҙә тупраҡтың гидрологик һәм агроклиматик шарттарын яҡшыртыу б‑са агрономик һәм урман хужалығы саралары системаһы. Ултыртылған ағастарҙың һаҡлағыс үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнә. Һаҡлағыс урман төрҙәре: яҫы һыу айырғыстарҙа...