Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КИСЕЛЁВ Геннадий Семёнович

КИСЕЛЁВ Геннадий Семёнович (1.2.1922, Өфө — 15.5.1979, Омск ҡ.), лётчик, подполковник (1959). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1942), Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1952) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й....

КИСЕЛЁВ Иван Александрович

КИСЕЛЁВ Иван Александрович [16.8.1920, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Архангел а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 3.1.2008, Мәскәү], танкист, ген.‑майор (1967). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1949)....

КИСЕЛЁВ Олег Михайлович

КИСЕЛЁВ Олег Михайлович (28.12.1965, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Математика ин‑тында эшләй (2003 й. алып төп ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре математик физикаға, солитондар теорияһына, асимптотик ысулдарға арналған. К. тарафынан көслө дисперсиялы...

КИСКЕ МӘКТӘПТӘР

КИСКЕ МӘКТӘПТӘР, уҡыу м‑н хеҙмәт эшмәкәрлеген бер юлы алып барған йәштәр һәм өлкәндәр өсөн дөйөм белем биреүсе уҡыу йорттары. Рәсәйҙә К.м. йәкшәмбе мәктәптәренең бер төрө булараҡ 19 б. 70‑се йй. барлыҡҡа килә. К.м. тигән атама аҫтында өлкәндәр өсөн башланғыс уҡыу йорттарының төрлө типтары берләшә: грамота мәктәптәре,...

КИСЛОРОД

КИСЛОРОД (Oxygenium), О, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Еҫе һәм тәме булмаған газ; tиреү — 218°С, tҡайнау —192,8°С, тығыҙлығы 1,43 кг/м3. Окисландырыусы, электр разряды йәки УФ нурланыш тәьҫирендә озонға әүерелә. Еңел затлы газдарҙан башҡа бөтә элементтар м‑н берләшмәләр...

КИСЛОТАЛАР

КИСЛОТАЛАР, һыуҙағы эретмәләрҙә водород ионы барлыҡҡа килтереп диссоциацияланыу м‑н характерланған химик берләшмәләр. Диссоциация дәрәжәһе б‑са — көслө (һыуҙағы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана) һәм көсһөҙ (аҙ дәрәжәлә диссоциациялана), металл м‑н алмаштырыла алған водород атомдарының һаны б‑са...

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР, әсе ямғырҙар, һауала көкөрт диоксиды, азот оксиды, хлорлы водородтың һ.б. тейешенән артыҡ булыуы сәбәпле әселәндерелгән (рН...

КИССЕЛЬГОФ Иосиф Сергеевич

КИССЕЛЬГОФ Иосиф Сергеевич (14.9.1908, Тверь губ. Торопец ҡ. — 19.5.1973, Өфө), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1967), проф. (1968). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1938), 1947—51 йй. шунда уҡ уҡыта. 1941 й. алып Вологда пед. ин‑ты деканы, яңы тарих каф. мөдире, 1951 й. — БДУ‑ла уҡыта (1957 й....

КИҪӘКҠАЙЫН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

КИҪӘКҠАЙЫН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 552 кеше; 1920 — 610; 1939 — 583; 1959 — 587; 1989 — 446; 2002 — 552; 2010 — 519 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

КИҪӘКСӘЛӘР

КИҪӘКСӘЛӘР, айырым һүҙҙәргә, һүҙ формаларына, һүҙбәйләнештәргә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә, эмоциональ‑экспрессив һәм модаль мәғәнә төҫмөрө биргән ярҙамсы һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә К. грамматик (сикләүҙе, һорауҙы, билдәләүҙе, сағыштырыуҙы, оҡшашлыҡты һ.б. асыҡлай) һәм модаль (фаразлау, икеләнеү,...

КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР

КИҪКЕН РЕСПИРАТОР АУЫРЫУҘАР, кеше һәм хайуандар ауырыуҙары төркөмө, уға башлыса тын алыу системаһының өҫкө бүлектәре (йотҡолоҡ өҫтө, тамаҡ, боғарлаҡ, үпкә көпшәһе) зарарланыуы хас. Сәбәптәре: вирустар, бактериялар, ш. иҫ. шартлы‑патоген микроорганизмдар, микоплазмалар һ.б. Кешенең К.р.а. араһында иң...

КИҪТӘНЛЕ-ИВАНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КИҪТӘНЛЕ‑ИВАНОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 26 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 711; 1939 — 721; 1959 — 725; 1989 — 377; 2002 — 350; 2010 — 290...

КИҪТӘНЛЕ‑БОҒҘАН

КИҪТӘНЛЕ‑БОҒҘАН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1443 кеше; 1920 — 1436; 1939 — 1322; 1959 — 1019; 1989 — 662; 2002 — 587; 2010 — 483 кеше. Сыуаштар...

КИТАП ГРАФИКАҺЫ

КИТАП ГРАФИКАҺЫ, китаптың художество төҙөлөшөн эшләү системаһы, ул китапты иллюстрациялауҙы, кәрәкле шрифты һайлауҙы, дөйөм ҡоролошто (төпләү, китап тышы, супертышлыҡ һ.б.) һәм биҙәүҙе (авантитул, титул бите, виньетка, башбиҙәк һ.б.) үҙ эсенә ала. Революцияға (1917) тиклем Башҡортостанда К.г. ике йүнәлеше:...

КИТАП НӘШЕР ИТЕҮ ЭШЕ

КИТАП НӘШЕР ИТЕҮ ЭШЕ, китаптарҙы әҙерләү, сығарыу, таратыуға бәйле мәҙәниәт һәм етештереү тармағы. БР‑ҙағы төп китап нәшер итеүселәр: “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, “Башҡортостан”, “Белая река”, “Китап” нәшриәттәре. К.н.и.э. тарихы ҡулъяҙма китаптарға барып тоташа. Ырымбур губ. тәүге...

КИТАП ПАЛАТАҺЫ

КИТАП ПАЛАТАҺЫ, милли фонд һаҡлағыс. 1928 й. дек. Өфөлә Башҡ‑н үҙәк китап палатаһы булараҡ ойошторола [1930—34 йй. БАССР‑ҙың Үҙәк халыҡ китапханаһы (ҡара: Милли китапхана) бүлеге], 1941 й. алып БАССР‑ҙың Китап палатаһы, 1954 й. – БАССР‑ҙың Дәүләт китап палатаһы, 2003 й. — БР‑ҙың К.п., 2018 й. — Милли...

КИТАП‑ҠУЛЪЯҘМАЛАР ФОНДЫ

КИТАП‑ҠУЛЪЯҘМАЛАР ФОНДЫ, Башҡортостанда табылған ҡулъяҙма китаптар һәм иҫке баҫма китаптар йыйылмаһы. К.‑ҡ.ф. археографик экспедициялар ваҡытында йыйылған, башҡа китапханаларҙан һәм айырым шәхестәрҙән алынған китаптар иҫәбенә туплана; айырым китап йәки уның фрагменты, ҡулъяҙма бит йәки биттәр төпләме...

КИТАПОВА Суфия Мирғәлим ҡыҙы

КИТАПОВА Суфия Мирғәлим ҡыҙы [12.11.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Сабай а. (хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Сабай а.) — 24.12.1997, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1959). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 2 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен (1948), К.А.Тимирязев...

КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ

КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ, 1937 й. Стәрлетамаҡ ҡ. мәҙәниәт‑ағартыу уч‑щеһы нигеҙендә Респ. башҡ. сәйәси китапхана техникумы булараҡ асыла. 1941—44 йй. эшләмәй, 1944 й. Өфөгә күсерелә һәм Өфө китапхана техникумы тип атала башлай (1996—99 йй. техникум‑колледж), 2005 й. алып К.э.һ.к.э.к., 2014 й....

КИТАПХАНАЛАР

КИТАПХАНАЛАР, тиражлы документтарҙың ойошторолған фонды булған һәм уларҙы физик, юридик шәхестәргә ваҡытлыса файҙаланыуға биреп тороусы мәғлүмәти, мәҙәни, белем биреү учреждениелары. Учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына ярашлы дәүләт, муниц., ведомстволы, профсоюз, шәхси К. бүленә....