Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАҠАР, Ишембай р‑нындағы ауыл

МАҠАР, Ишембай р‑нындағы ауыл, Маҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 920 кеше; 1920 – 992; 1939 – 1386; 1959 – 1194; 1989 – 962; 2002 – 966;...

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, БР‑ҙың граждандарҙы дәүләт төҙөлөшөндә, иҡт., соц. өлкәне, фәнде, мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүҙә, тәрбиә, уҡытыу эшендә, граждандарҙың ғүмерен, һаулығын һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дәртләндереүҙең дәүләт наградалары м‑н...

МАҠУЛОВ Айрат Һәүбән улы

МАҠУЛОВ Айрат Һәүбән улы (27.10.1934, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Баҡалы а. — 28.7.2017, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1958 й. алып Башҡ‑н ХХС‑ында, 1960 й. — ӨПЭЗ‑дә цех нач. урынбаҫары; 1967 й. — Авиация...

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, мал аҙығын етештереү, әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау б‑са ойоштороу‑хужалыҡ һәм агротехник саралар комплексы. Баҫыу (һөрөнтө ерҙәрҙә мал аҙығы культуралары сәсеү) һәм болон (ҡара: Болонсолоҡ) М.а.е. айырыла. Барлыҡ мал аҙыҡтарының яҡынса 95%‑ын үҫемлек аҙыҡтары (йәшел мал аҙығы, ҡоро...

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ, малға ашатыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.а.к. бер һәм күп йыллыҡ мал аҙығы үләндәре, мал тамыраҙыҡтары һәм бүлбе емештәре, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос культуралары индерелә. Ҡыяҡлылар һәм ҡуҙаҡлылар ғаиләләренә ҡараған мал аҙығы үләндәре йәшел мал аҙығы, бесән, силос һәм...

МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ

МАЛ АҘЫҒЫ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, хайуандар яратып ашаған ҡырағай үҫемлектәр һәм мал аҙығы культуралары. Үҫемлектең аҙыҡ ҡиммәте уның туҡлыҡлылығы, хайуандар тарафынан ашалыуы, япраҡлылығы, көтөүлектәрҙә һәм сабынлыҡтарҙа таралғанлығы м‑н билдәләнә. Ҡырағай төрҙәрҙән М.а.ү. булып бесән, сенаж һ.б. мал аҙыҡтары...

МАЛ АҘЫҠТАРЫ

МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ауыл хужалығы малдарын ашатыу өсөн ҡулланылған үҫемлек, хайуан, микробиол. һәм химик сығышлы продукттар. М.а. бер нисә төп төркөмгә бүленә. Йәшел мал аҙыҡтары, консерваланған йәшел М.а. (сенаж, силос, химик консерваланған йәшел мал аҙыҡтары), тәбиғи киптерелгән үлән (бесән, бесән оно),...

МАЛ ЧУМАҺЫ

МАЛ ЧУМАҺЫ, инфекцион ауырыуҙар төркөмө, башлыса киҫкен үтә, клиник билдәләре күп, йоғошло, үлем м‑н тамамлана. Ауырыуҙы үҙенсәлекле вирустар тыуҙыра. Ауырыу мал‑тыуар араһында киҙеү рәүешендә тарала, йылдың төрлө миҙгелендә барлыҡҡа килә, бөтә йәш төркөмөнә ҡараған малды зарарлай. Сусҡа чумаһы. Классик...

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 120 кеше; 1920 — 124; 1939 — 101; 1959 — 96; 1989 — 82; 2002 — 98; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Шартым т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 264 кеше; 1920 — 344; 1939 — 351; 1959 — 338; 1989 — 142; 2002 — 143; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Себер...

МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 363 кеше; 1920 – 426; 1939 – 515; 1959 – 406; 1989 – 237; 2002 – 318; 2010 – 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

МАЛАКОЛОГИЯ

МАЛАКОЛОГИЯ (гр. malakion — моллюск һәм ...логия), зоологияның моллюскыларҙы өйрәнеүсе бүлеге. Башҡортостанда М. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы ваҡытында башлана, уның ҡатнашыусылары Ағиҙел й. ҡабырсаҡтарын (В.В.Властов), перламутр запастарын (Д.И.Мансветов),...

МАЛАКСИС

М А Л А К С И С (Malaxis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыңар япраҡлы М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә бүлбе һымаҡ йыуан, бейеклеге 8— 30 см. Япрағы, ғәҙәттә, яңғыҙ, оҙонса йәки йомортҡа формаһында, оҙон һап...

МАЛАХИТ

МАЛАХИТ (гр. malaјche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900— 4100 кг/м3. Баҡырлы...

МАЛАХОВ Александр Александрович

МАЛАХОВ Александр Александрович (28.2.1906, Архангел губ. Михайловское а. — 12.6.1991, Өфө), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1960), проф. (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тау ин‑тын тамамлаған (Пшибрам ҡ., Чехословакия Респ., 1935). 1968—78 йй. Геология ин‑тының лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре...

МАЛАХОВ Михаил Андреевич

МАЛАХОВ Михаил Андреевич [20.10.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Болотин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 6.11.1988, ш. уҡ р‑ндың Трудовка а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Ауырғазы р‑нының Париж коммунаһы ис. к‑зында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан...

МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының үҙәге

МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Салауат а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. табан 183 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында, Кропачёво—Мәсәғүт—Әшит, Малаяҙ— Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай— Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдарында урынлашҡан....

МАЛЕЕВ Александр Петрович

МАЛЕЕВ Александр Петрович (1869—?), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Халыҡ- социалистик хеҙмәт партияһы ағзаһы. Өфө дини семинарияһын тамамлаған. Өфө губерна земство башҡармаһында хеҙмәт иткән. Думала халыҡ социалистары фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. И.А.Душина, Г.В.Мордвинцев Тәрж....

МАЛИЕВ Николай Михайлович

МАЛИЕВ Николай Михайлович (14.4.1841, Сембер ҡ. — 1906), этнограф, антрополог. Мед. д‑ры (1874). Статский советник. Мед.- хирургия акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1864). 1869 й. алып Ҡазан ун‑тының анатомия каф. прозекторы ярҙамсыһы, 1875 й. — прозекторы, 1888 й. — анатомия каф. мөдире, 1895 й. — Томск...

МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович

МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович (18.5.1966, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2006), проф. (2007). О.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2001— 04 йй. Респ. балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ревматология һәм кардиология мәсьәләләренә...