Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы

САЙРАНОВ Садиҡ Уйылдан улы [15.5.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Һыртлан а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 21.10.1976, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Мәләүез р‑нының “Урал” к‑зында эшләй. 1938—40...

САКС Ромэн Семёнович

САКС Ромэн Семёнович (14.7.1938, Сухуми), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Милли лицейҙа уҡыта (Лабэ ҡ., Гвинея). 1962 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Математика ин‑тында (Новосибирск ҡ.): 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р һәм сит ил эштәре б‑са...

САҠАЕВ Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы

САҠАЕВ Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы [1.7.1885, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 3.3.1927, Ҡазан], актёр, режиссёр. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1907 й. алып И.Ашҡаҙарскийҙың “Фажиғә вә мөсәккин ислямия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”), 1908 й. — “Сәйяр”, 1912 й. —...

САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы

САҠАЕВА Динә Дамир ҡыҙы (13.1. 1967, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2014). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1993 й. алып Өфөнөң 18‑се дауаханаһында, 1995 й. — Респ. клиник онкология диспансерында (2007 й. башлап химиотерапия б‑са баш табип урынбаҫары) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге онкологик...

САҠАЕВА Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы

САҠАЕВА Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы (15.1.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Табанлыкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк а., — 16.5.2007, Өфө), нефролог. Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1966), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1956). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1941) Өфөнөң 1741‑се һәм 5913‑сө...

САҠАТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

САҠАТ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 56 км алыҫлыҡта Саҡат й. (Сөн й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 634; 1939 — 646; 1959 — 518; 1989 — 308; 2002 — 258; 2010 — 204 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ

САҠМАҒОШ КИРБЕС ЗАВОДЫ, МУП. Бер ҡатлы тығыҙ керамик кирбес етештерә. Составына производство, плитка, ҡаҙанлыҡ цехтары инә. 2009 й. 124 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1989 й. нигеҙ һалына, 1994 й. Саҡмағош хужалыҡ‑ара кирбес з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1999 й. алып хәҙ. исемле ДУП,...

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ

САҠМАҒОШ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Дүртөйлө һәм Илеш, көнсығышта — Кушнаренко, көньяҡта — Благовар һәм Бүздәк, көньяҡ‑көнбайышта — Шаран, көнбайышта Баҡалы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны, Бәләбәй...

САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1

САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Саҡмағош р‑ны. 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Ҡалмаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла. 1928 й. ш. уҡ кантондың Саҡмағош а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны) күсерелә, 1929 й. алып колхозсы йәштәр мәктәбе, 1936 й. Саҡмағош өлгөлө башланғыс...

САҠМАҒОШ, ауыл, Саҡмағош р‑ны һәм Саҡмағош а/с үҙәге

САҠМАҒОШ, ауыл, Саҡмағош р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Саҡмағош а/с үҙәге, “Родина” АХПК‑ныңүҙәк усадьбаһы. Өфөнән Т.‑Көнб. 111 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 67 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Ҡалмаш й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Кушнаренко—Баҡалы, Бүздәк—Саҡмағош—Дүртөйлө, Шишмә—Языков—Саҡмағош...

САҠТАР, һинд-иран ҡәбиләләре союзы

САҠТАР, һинд‑иран ҡәбиләләре союзы, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта — б.э. 1‑се мең йыллығы башында Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ‑көнсығыш төбәктәрендәге күсмә һәм ярым күсмә халҡы, тип фараз ителә. Антик авторҙар (Геродот, Страбон һ.б.) хеҙмәттәрендә, “Авеста”ла (Боронғо Ирандың дини...

САҠТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл

САҠТЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 357 кеше; 1920 — 450; 1939 — 509; 1959 — 372; 1989 — 253; 2002 — 272; 2010 — 260 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

САЛАВАТ ЮЛАЕВ, бойҙай сорты

САЛАВАТ ЮЛАЕВ, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 2005 й. В.А.Зыкин, Р.Р.Исмәғилев, Р.К.Кадиков, Р.С.Кирәев, В.Д.Недорезков һ.б. тарафынан (БДАУ) Омская 30 һәм Омская 20 сорттарының гибридлы комбинацияһынан шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 106 см тиклем. Башағы аҡ төҫтә, төкһөҙ, призма...

САЛАВАТ, лимон сорты

САЛАВАТ, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3,5 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы һалынҡы сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы эре, йәшел, ялтыр, уртаса киртләсле. Емеше...

САЛАЗКИН Сергей Николаевич

САЛАЗКИН Сергей Николаевич (28.1.1938, Брянск ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1979), проф. (1984). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2003). Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1975 й. тиклем һәм 1986 й. алып РФА‑ның А.Н. Несмеянов ис. Элементорганик берләшмәләр ин‑тында (Мәскәү): 1969...

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы (14.7.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байғусҡар а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны, — 21.8.1970, шунда уҡ), өзләү оҫтаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Хәйбулла р‑нында: а.х. артелендә, 1931—62 йй. М.И.Калинин ис. к‑зда (1941 й. тиклем бригадир); 1945—53 йй. Магнитогорск...

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы

САЛАМАТОВ Мансур Ғәзиз улы (10.1.1902, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байғусҡар а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны, — 21.8.1970, шунда уҡ), өзләү оҫтаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Хәйбулла р‑нында: а.х. артелендә, 1931—62 йй. М.И.Калинин ис. к‑зда (1941 й. тиклем бригадир); 1945—53 йй. Магнитогорск...

САЛАР ТЕЛЕ

САЛАР ТЕЛЕ, уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Саларҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың ҡайһы бер көнбайыш райондарында (башлыса Цинхай провинцияһының Сюньхуа‑Салар автономиялы өйәҙендә) таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше (1992). Төрөкмән теленә яҡын. Салгур ҡәбиләләре теленә (11...

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, 1949 й. 18‑се комб‑ттың (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Төҙөлөш идаралығы эргәһендә Ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1950 й. алып Баш урман контораһы, 1955 й. — Ағас эшкәртеү һәм ағас әҙерләү контораһы, 1958 й. — Ағас эшкәртеү заводы. 1963 й. башлап Башҡ....

САЛАУАТ АҘЫҠ-ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ

САЛАУАТ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ. 1948 й. икмәкхана булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Салауат икмәк з‑ды, 1967 й. — Салауат икмәк комб‑ты, 1992 й. — ҠП, 1993 й. — “Салауат аҙыҡ‑түлек берекмәһе” ЯАЙ, 1994 й. башлап “С.а.‑т.к.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына икмәк (1959 й. асылған), икмәк‑булка изделиелары,...