Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АТРОЩЕНКО Валерий Владимирович

АТРОЩЕНКО Валерий Владимирович (9.12.1950, Бөгөлмә ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). СССР-ҙың (1985), БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002), РФ-тың атҡ. нефтсеһе (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй...

АТТРАКТАНТТАР

АТТРАКТАНТТАР (лат. attraho — үҙемә тартып торам), тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойған заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра. А. бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған....

АТҺӨЙӘР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

АТҺӨЙӘР, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 335; 1939 — 344; 1959 — 226; 1989 — 117; 2002 — 128; 2010 — 118 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан...

АТЫУ ТИРҘАРЫ

АТЫУ ТИРҘАРЫ, персональ атыу ҡоралынан һәм пневматик ҡоралдан сәпкә маҡсатлы һәм өйрәнеү өсөн атыуға ҡулайлаштырылған ҡоролмалар. А.т. атыу ҡоралдары өсөн рикошет каналы һәм сәп һыҙығы артында пуля йыйғыс була. Автоматик, эре калибрлы йәки һынау атыу ҡоралдарынан атыу өсөн стрельбищелар (полигондар)...

АТЫШ

АТЫШ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нында Ләмәҙ й. уң ярында, Елмәрҙәк һырты армыттарында урынлашҡан. Атыш сумған һәм Ағуй уҙған ер аҫты йылғалары (А. төньяҡҡа табан 3 км һәм 1,5 км алыҫлыҡта йырынға инеп китәләр) ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән һыу ташҡыны, Ләмәҙ й. кимәленән 4 м бейеклектә...

АУДИТ

АУДИТ (ингл. audit), иҡт. субъекттарҙың бухгалтер (финанс) отчётлылығын, түләү-иҫәп документтарын, һалым декларацияларын һ.б. финанс йөкләмәләрен бойондороҡһоҙ ведомстволарҙан тыш тикшереүҙе тормошҡа ашырыу б‑са аудиторҙарҙың (аудитор фирмаларының) эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрө. Аудиторҙар функцияларына...

АУКЦИОН

АУКЦИОН (лат. аuctio — халыҡ алдында һатыу), билдәләнгән ваҡытта билдәле урында үткәрелгән халыҡ алдында тауарҙар һатыу ысулы. А. һатыла торған тауарҙы йәки мөлкәтте иң юғары хаҡ тәҡдим иткән кеше һатып ала. А. төп төрҙәре: тауар, валюта, кредит А. Шулай уҡ бөтә А. асыҡ (теләүселәр ҡатнашлығында) һәм...

АУЛАҠ

АУЛАҠ, аулаҡ өй, башҡорттарҙа йәштәрҙең бергәләп эшләү йәки күңел асыу өсөн йыйылыуынан торған традицион йола. Көҙгө, ҡышҡы осорҙа ата-әсәләр өйҙә юҡта үткәрелгән, ҡайһы ваҡыт — яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йортонда. Ғәҙәттә, А. өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҡарауы аҫтында барған. Тәүҙәрәк А. 14—18 йәшлек ҡыҙҙар ҡул эше...

АУСТРУМ, Иглин р‑нындағы ауыл

АУСТРУМ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 431 кеше; 1920 — 824; 1939 — 373; 1959 — 410; 1989 — 417; 2002 — 491; 2010 — 535 кеше. Белорустар, урыҫтар...

АУТОАЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ

АУТОАЛЛЕРГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, аутоиммун ауырыуҙар, аутоагрессив ауырыуҙар, организмдың үҙенең зарарланған күҙәнәктәре һәм туҡымалары (эндоаллергендары) тәьҫиренә иммун реакцияһы боҙолғанда барлыҡҡа килә. А.а. органоспецифик булмаған аутоантиесемдәр (системалы етди ҡыҙыл сөсө ауырыуы) һәм органоспецифик аутоантиесемдәр...

АУЫҘ‑ТЕЛ ӘҘӘБИӘТЕ

АУЫҘ‑ТЕЛ ӘҘӘБИӘТЕ, һүҙ сәнғәтенең төп төрҙәренең береһе (фольклор һәм әҙәбиәт м‑н бер рәттән), проф. ижадсыларҙың импровизацияһы. А.‑т.ә. әҫәрҙәре телдән телгә күсә, ләкин тәүге текст үҙгәрмәй, уларҙа конкрет авторҙарҙың донъяны ҡабул итеүе, эстетик идеалдары, индивидуаль стиле һаҡлана. Телдән телгә...

АУЫҠ‑БҮЛӘК

АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ауыҡ й. (Тере Танып басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 252; 1989 — 163; 2002 — 129; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл

АУЫҠ‑БҮЛӘК, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ауыҡ й. (Тере Танып басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 217 кеше; 1959 — 252; 1989 — 163; 2002 — 129; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АУЫЛ

АУЫЛ, төрки, монгол һәм ҡайһы бер Кавказ халыҡтары торамаһы. Башҡорттарҙа тәүҙә ырыу общинаһының күсенеү урынындағы торамаһы (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) булған. Даими торама булараҡ А. барлыҡҡа килеүенә күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеү булышлыҡ итә. А. күбәйеүе Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы...

АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕ

АУЫЛ БИЛӘМӘЛӘРЕ, 1) илдә ҡабул ителгән ҡала биләмәһе (ҡалалар һәм ҡала тибындағы ҡасабалар) критерийҙарына тап килмәгән торама пункттар. А.б. ауыл хужалығы, ауыл хужалығы булмаған, ҡатнаш төрҙәргә айырып йөрөтөлә. РФ‑та А.б. түбәндәгесә бүленә: даими һәм миҙгелле йәшәү биләмәләре; халыҡ һаны б-са —...

АУЫЛ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ

АУЫЛ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАР ЙӘМҒИӘТЕ, сельпо, ауылда ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу формаһы. Көндәлек ихтыяж тауарҙарын һатыу, халыҡтан а.х. продукттарын, эшкәртелмәгән тире, йөн һ.б. һатып алыу, ш. уҡ ҡулланыусыларҙы кредитлау, тирмәндәр, ашханалар төҙөүҙе һ.б. тормошҡа ашырған. Өфө губ. тәүге А.ҡ.й....

АУЫЛ СОВЕТЫ, сельсовет

АУЫЛ СОВЕТЫ, сельсовет, 1) совет власының беренсел башҡарма органы; 2) РФ‑та административ-территориаль ҡоролош берәмеге. Тәүге А.с. системаһы 1918 й. РСФСР Конституцияһы м‑н нығытылған. Структураһы һәм эшмәкәрлеге ҡануниәт тарафынан көйләнә. А.с. ойошторолғанда ҙур ауыл торама пункты йәки бәләкәй торама...

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ

АУЫЛ ТӨҘӨЛӨШӨ, ауыл ерендә объекттар (малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ фермалары, а.х. техникаһын ремонтлау, а.х. продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү пр‑тиелары, мелиорация ҡоролмалары, электрлаштырыу, торлаҡ, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар һ.б.) төҙөү һәм яңыртыуға махсуслашҡан төҙөлөш тармағы. Башҡортостанда...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, агросәнәғәт комплексының үҙәк звеноһы, матди етештереүҙең халыҡты аҙыҡ‑түлек, сәнәғәтте сеймал м‑н тәьмин итеүсе мөһим тармағы; үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын алыу өсөн а.х. культураларын эшкәртеү һәм а.х. малдарын үрсетеү. А.х. ш. уҡ үҫемлек һәм хайуан продукттарын беренсел эшкәртеүҙең...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, ауыл хужалығы өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда а.х. белгестәре әҙерләүсе тәүге проф. уҡыу йорттары Өфө ир балалар гимназияһы эргәһендәге ер үлсәү-таксатор класы (1859—74) һәм Ер үлсәү училищеһы...