Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБЫҘБАЕВ Ибраһим Хафиз улы

АБЫҘБАЕВ Ибраһим Хафиз улы [10.10.1901, Ырымбур губ. Үрге Урал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Сермән 2 класлы урыҫ‑башҡ. уч‑щеһын, Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тын (Мәскәү, 1925) тамамлаған; Ҡыҙыл профессура тарих‑партия ин‑тында уҡый...

АБЫҘ, Шафи, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

АБЫҘ, Шафи, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡариҙел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 2 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 598; 1939 — 719; 1959 — 592; 1989 — 431; 2002 — 698;...

АБЫҘ

АБЫҘ (фарс. хафиз — халыҡ йырсыһы һәм йыраусыһы), йәмәғәт эшмәкәре, Ҡөрьән белгесе. А. ислам таралған осорҙа барлыҡҡа килә, башҡорттарҙа 12 б. алып билдәле. Аҡһаҡалдар, батырҙар, сәсәндәр м‑н бер рәттән А. халыҡтың ижт.‑сәйәси тормошонда ҙур роль уйнаған. Батырша, Килмәк Нурышев, Бәпәнәй Төрөпбирҙин,...

АБУШАХМАНОВ Әхтәм Әхәт улы

АБУШАХМАНОВ Әхтәм Әхәт улы (10.3.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Буранғол а.), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ӨДСИ‑не (1996; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлаған. 1970 й. алып БАДТ,...

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы (20.8.1974, Өфө ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы ағзаһы (2010). Ә.Ә.Абушахмановтың улы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (2003; В.В.Долгачёв һәм...

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.3.1954, Стәрлетамаҡ ҡ.), тел белгесе, шағирә. Филология фәндәре докторы (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан...

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович

АБУКАЕВ-ЭМГАК (Абукаев) Вячеслав Александрович (5.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Туҡтар а. — 29.5.2008, Йошкар-Ола, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. Мари Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (2006). Мари Эл Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Мари ун‑тын тамамлағандан һуң (1980) “Ямде лий” (“Әҙер бул”) гәз., 1984 й....

АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы

АБУЗОВА Фатиха Фиттәх ҡыҙы (19.6.1934, Темников ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1979). РСФСР‑ҙың (1985), БАССР‑ҙың (1978) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1959 й. алып Нефтте һаҡлау һәм...

АБСУРД ДРАМАҺЫ

АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” —...

АБСЕНТЕИЗМ

АБСЕНТЕИЗМ (лат. absentia — юҡлыҡ), һайлаусыларҙың дәүләт органдарына һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы; ғәмәлдәге идара формаһы, сәйәсәт режимына ҡаршы халыҡтың пассив протесы һ.б. А. төп сәбәптәре: сәйәси институттарҙың һөҙөмтәле булыуына ышаныстың юғалыуы, ижт.‑сәйәси ваҡиғаларға битарафлыҡ һ.б. Кеше...

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1.10.1957, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1996; педагогтары Е.П.Валукин, Л.М.Таланкина). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — педагог‑репетиторы,...

АБРОСИМОВ Владимир Сергеевич

АБРОСИМОВ Владимир Сергеевич (10.10.1948, Химки ҡ. — 15.8.2018,  С.‑Петербург), актёр, режиссёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1998) артисы.  ӨДСИ‑не (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Б.В.Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1991; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1975—90 йй. һәм 1993—2015 йй....

АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы

АБРАРОВ Рәмил Рәжәп улы (10.6.1958, БАССР‑ҙың Мишкә районы Мишкә а.), тренер. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2001). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1992). 1981 й. “Локомотив” ирекле спорт йәмғиәте, 1993 й. —...

АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна

АБРАМЫЧЕВА Нина Ивановна [1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1948, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1941 й. алып БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны “Ҡыҙыл Һабансы” к‑зында баҫыусы булып эшләй, 1947 й. — звено башлығы. 1947 й. А. звеноһы гектарынан 30 ц арыш ала. Ленин орд....

АБРАМЧУК Владимир Павлович

АБРАМЧУК Владимир Павлович (22.1.1945, Новосибирск ҡ. — 19.4.2019, Межгорье ҡ., Өфө ҡ. ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлағандан һуң (1968) Әрмәнстанда эшләй, 1979 й. алып Байкал—Амур магистрале төҙөлөшөндә тоннель...

АБРАМОВИЧ Семён Шмилович

АБРАМОВИЧ Семён Шмилович (20.5.1929, Арцыз ҡсб, Румыния), физик‑химик. Техник ф. канд. (1968). Черновцы ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй. 1956—96 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: 1958 й. алып лаб. етәкс., 1967—94 йй. бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефттән майҙар...

АБРАМОВА Лариса Михайловна

АБРАМОВА Лариса Михайловна (14.9.1957, БАССР‑ҙың Маҡар районы Мебельный ҡсб, хәҙер БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Бельский а.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2008), РФ‑тың (2018) һәм БР-ҙың (2013) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй (1988 й. алып...

АБРАМОВА Ирина Евгеньевна

АБРАМОВА Ирина Евгеньевна (18.3.1974, Калининград ҡ.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Мәскәү физик культура акад. тамамлаған (2002). Обнинск ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе. 1997—2001 йй. Юғары...

АБРАМОВ Виталий Константинович

АБРАМОВ Виталий Константинович (5.5.1947, Украина ССР‑ы Изварино ҡсб), хужалыҡ эшмәкәре. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын (Өфө, 1977) тамамлаған. 1964 й. алып ӨПЭПБ-ла эшләй: 1980 й. башлап цех, бүлек нач., 1983 й. — дир. урынбаҫары, 1989 й. — етештереү б‑са ген. дир. урынбаҫары, 1992 й. —...

АБРАМОВ Алексей Фёдорович

АБРАМОВ Алексей Фёдорович (31.12.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы‑Даниловка а. — 12.6.2010, Липецк өлк. Донское а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. нояб. Калинин фронтында 17‑се гвардия уҡсылар див. 45‑се гвардия уҡсылар полкының уҡсыһы, 1944 й. алып Көнбайыш һәм 2‑се...