Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК

БИОЛОГИК ИГЕНСЕЛЕК, химиялаштырыу сараларын (минераль ашламалар, пестицидтар) кәметеп йәки бөтөнләй ҡулланмай а.х. биологик факторын интенсификациялауға нигеҙләнгән игенселек системаһы. Б.и. органик ашламаларҙың (ш. иҫ. йәшел ашлама, һалам, үҫемлек ҡалдыҡтары), бактериаль ашламаларҙың бөтә төрөн ҡулланыуҙы;...

БИОЛОГИК ИНГИБИТОРҘАР

БИОЛОГИК ИНГИБИТОРҘАР, ферменттарҙың әүҙемлеген (тере организмда ла, күҙәнәкһеҙ системаларҙа ла) туҡтатыусы йәки ҡатмарлы биол. процестарҙы тотҡарлаусы тәбиғи һәм синтетик матдәләр. Б.и. абиотик (натрий азиды, углерод оксиды һ.б.) һәм биол. (антибиотиктар, гормондар, токсиндар) сығышлы түбән молекуляр...

БИОЛОГИК ИНДИКАЦИЯ

БИОЛОГИК ИНДИКАЦИЯ, биоиндикация, биоиндикаторҙар (бөтә ойоштороу кимәлдәрендәге биол. объекттар) ҡулланыу ярҙамында тирә‑яҡ мөхиттең экологик торошон интеграль баһалау ысулы. Актив һәм пассив Б.и. айырыла. Пассив Б.и. оҙайлы һәм масштаблы процестарҙың ретроспектив экологик мониторингын (хайуандарҙы,...

БИОЛОГИК КАДАСТР

БИОЛОГИК КАДАСТР, биологик ресурстар торошо т‑да төп мәғлүмәттәрҙең системалаштырылған йыйылмаһы. Биол. ресурстарҙың үҙ-ара бәйләнешен, уларҙы файҙаланыуҙағы сикләүҙәрҙе, проблемалы ситуациялар барлыҡҡа килеү шарттарын һәм уларҙан сығыу юлдарын билдәләй; экологик мониторинг үткәреү өсөн нигеҙ булып...

БИОЛОГИК НОМЕНКЛАТУРА

БИОЛОГИК НОМЕНКЛАТУРА, үҙ‑ара дөйөм сығышы менән бәйле тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр һәм микроорганизмдар) систематик төркөмдәренең фәнни атамалар системаһы. Хәҙерге Б.н. нигеҙҙәре төрҙәрҙең латин телендәге атамалары өсөн беренсе булып бинар комбинациялар тәҡдим иткән К.Линней...

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР, ауыл хужалығында: ветеринарияла һәм үҫемлекселектә ҡулланылған биол. сығышлы матдәләр. Ветеринар практикала ҡулланылыусы Б.п. ддиагностик (аллергендар, антигендар, диагностик сывороткалар), дауалау (гаммаглобулиндар, специфик гипериммун сывороткалар һ.б.), иҫкәртеү (анатоксиндар,...

БИОЛОГИК РЕСУРСТАР

БИОЛОГИК РЕСУРСТАР, кешенең матди һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүсе йәнле тәбиғәт объекттары. Үҫемлек, хайуандар донъяһы ресурстарын һ.б. айырып йөрөтәләр; генетик ресурстар айырыуса әһәмиәткә эйә. Башҡортостандың үҫемлек ресурстары 2,2 меңдән ашыу төр ябай төҙөлөшлө үҫемлекте һәм яҡынса 1,7 мең...

БИОЛОГИК ТАҘАРТЫУ

БИОЛОГИК ТАҘАРТЫУ, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу, микроорганизмдар ярҙамында таҙартыу ҡоролмаларында башҡарыла. Көнкүреш һәм сәнәғәт ағынты һыуҙарын органик бысратыусыларҙан таҙартыуҙың һөҙөмтәле ысулы. Беренсел тондороу бассейндарында механик ҡушылмаларҙы бөтөргәндән һуң, ағынты һыуҙар актив ләмле...

БИОЛОГИК ТӨРЛӨЛӨК

БИОЛОГИК ТӨРЛӨЛӨК, билдәле бер экосистемалағы, терр‑ялағы йәки бөтә планеталағы тере организм төрҙәренең дөйөм һаны. Ерҙә яҡынса 2,5 млн төр билдәле, ләкин күп умыртҡаһыҙҙар, бәшмәктәр, бактериялар тулыһынса асыҡланмаған, шуға күрә, төрлө ғалимдарҙың фекеренсә, 5 млн алып 30 млн тиклем тәшкил итә. Экосистеманың...

БИОЛОГИЯ

БИОЛОГИЯ (био... һәм ...логия), йәнле тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм ойоштороу формалары т‑дағы фәндәр комплексы. Биол. фәндәр системаһы тикшеренеү объекттарына (ботаника, зоология, кеше һәм хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы, тупраҡ ғилеме һ.б.), биол. процесс механизмдарына һәм уларҙың организм...

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, биология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда үҙ аллы тармаҡ булараҡ революциянан (1917) һуң формалаша башлай. Биол. уҡытыу 1920 й. Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институты) индерелә. Ошо ин‑т базаһында асылған...

БИОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ

БИОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑ының Агробиология ин-ты булараҡ асыла, 1953 й. алып — Биология ин‑ты, 2008 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Биология ин‑ты. 1963—67 йй. БДУ составына инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: биологик төрлөлөктө, тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн...

БИОНИКА

БИОНИКА (гр. bion — тере, тормош), техник кибернетиканың тере организмдарҙың төҙөлөш, йәшәү һәм камиллашыу принциптарын техникала файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүсе йүнәлеше. Эксперименталь (оҡшашлыҡ нигеҙендә камиллыҡтары б‑са тере системалар м‑н сағыштырмалы булған яңы технологик процестар һәм ҡорамалдар...

БИООРГАНИК ХИМИЯ

БИООРГАНИК ХИМИЯ, органик матдәләрҙең төҙөлөшө һәм уларҙың биол. функциялары араһындағы бәйләнеште органик химия ысулдары һәмалымдары ярҙамында өйрәнеүсе фән. Б.х. тикшеренеү объекттары — биополимерҙар, тере организмдар составына ингән тәбиғи биол. актив матдәләр, биол. процестарҙың синтетик көйләгестәре...

БИОПОЛИМЕРҘАР

БИОПОЛИМЕРҘАР (био... һәм полимерҙар), бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң нигеҙен хасил иткән тәбиғи юғары молекуляр берләшмәләр; мол. м. 103—106. Б. аҡһымдар, нуклеин кислоталары, полисахаридтар һәм уларҙың сығарылмалары инә. Б. организмдың буш аралыҡтағы төҙөлөшөнөң үҙ аллы формалашыуын һәм йәшәү һәләтен...

БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ

БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ, радиоактив мәғдән сығарыу, радиоактив ҡалдыҡтарҙы тирә‑яҡ мөхиткә ташлау, ядро шартлауҙары, АЭС авариялары һ.б. һөҙөмтәһендә тере организмдарҙың һәм уларҙың йәшәү мөхитенең радиоактив матдәләр йотоуы. Б.р.б. ядро бүленеү продукттары, тәбиғи радиоактив ауыр металдар...

БИОТЕХНОЛОГИЯ

БИОТЕХНОЛОГИЯ (био..., гр. técnē — сәнғәт, оҫталыҡ, таҫыл һәм ...логия), биологик технология, биол. процестарҙы сәнәғәт производствоһында ҡулланыу т‑дағы фән. Б. үҫеше биохимия, биоэнергетика, микробиология, ген инженерияһы һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Б. 20 б. 60‑сы йй. аҙағынан үҫешә. Өфө аҡһым‑витамин...

БИОФИЗИКА

БИОФИЗИКА (био... һәм физика), биологик физика, биол. системаларҙың бөтә ойоштороу кимәлдәрендә барған физик һәм физик‑химик процестар һәм уларға төрлө физик факторҙарҙың тәьҫире т‑дағы фән. Өйрәнеү объекттары б‑са молекуляр Б., күҙәнәк Б., тойоу ағзалары Б., ҡатмарлы системалар Б. үҙ эсенә ала. Б....

БИОХИМИЯ

БИОХИМИЯ (био... һәм химия), биологик химия, организмдар составына инеүсе химик матдәләрҙе, уларҙың төҙөлөшөн, таралышын, үҙгәрешен һәм функцияларын өйрәнеүсе фән. Өйрәнеү объекттары б‑са кеше Б., хайуандар Б., үҫемлектәр Б. һәм микроорганизмдар Б. айырыла. Кеше Б. Башҡортостанда биохимик тикшеренеүҙәрҙең...

БИОХИМИЯ ҺӘМ ГЕНЕТИКА ИНСТИТУТЫ

БИОХИМИЯ ҺӘМ ГЕНЕТИКА ИНСТИТУТЫ, 1962 й. Өфөлә Биология институтының нуклеин алмашыныуы лаб. нигеҙендә Биохимия һәм цитохимия бүлеге булараҡ асыла, 1999 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Биохимия һәм генетика ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кешенең молекуляр һәм популяция генетикаһы; үҫемлектәр һәм микроорганизмдар...