Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, а.х. продукцияһын етештереү өсөн систематик рәүештә ҡулланылған ер биләмәләре. А.х.е. һөрөнтө ер (ш. иҫ. йәшелсә баҡсалары һәм парҙар), күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртылған ерҙәр (виноградлыҡтар, емеш питомниктары, емеш баҡсалары, еләк баҡсалары һ.б.), ҡалдау ерҙәр (йылдан ашыу сәсеү...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЗОНАЛАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ЗОНАЛАРЫ, тәбиғи-ауыл хужалығы зоналары, тәбиғәт һәм климат шарттары, тупраҡ һәм үҫемлектәр япмаларының дөйөмлөгө хас булған билдәле бер территорияны а.х. райондарына бүлеү берәмеге. Башҡортостан терр. тәбиғәт шарттары комплексы, ландшафт һәм ауыл хужалығын алып барыу системаһы үҙенсәлектәре...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИНСТИТУТЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ИНСТИТУТЫ, БНИИСХ 1956 й. Өфөлә Шишмә тәжрибә ст. (1912 й. нигеҙләнә) базаһында ойошторола, 1983 й. БНИИЗиС һәм БНИПТЖиК-ға үҙгәртелә, 1998 й. улар берләшкәндән һуң, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡ‑н а.х. ҒТИ. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: иген культуралары,ҡуҙаҡлы иген...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КОММУНАҺЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КОММУНАҺЫ, совет власының тәүге йылдарында а.х. производство кооперацияһы формаларының береһе. Ауыл ярлылары, батрактар, эшселәр тарафынан башлыса алпауыт имениелары нигеҙендә ойошторола. А.х.к. бөтә производство саралары һәм ерҙе файҙаланыу дөйөмләштерелә, продукцияны тигеҙ бүлеү (кеше...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ БУЙҒА ҮҪЕҮҺӘМ ҮҪЕШ ФАЗАЛАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ БУЙҒА ҮҪЕҮ ҺӘМ ҮҪЕШ ФАЗАЛАРЫ, үҫемлектең шытыуынан алып ҡороуына тиклемге индивидуаль үҫешенең аныҡ тышҡы (морфол.) билдәләр (онтогенездың һәр этабында эске торошто сағылдыралар һәм уны контролдә тоторға мөмкинлек бирәләр) м‑н характерланыусы эҙмә-эҙлекле этаптары. Фазаларға...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АҪРАУ, малдарҙы урынлаштырыу, ашатыу, уларға ҡулай зоогигиеник шарттар (ҡара: Зоогигиена) тыуҙырыу, көн тәртибен үтәүҙе үҙ эсенә алған мал тәрбиәләү саралары комплексы. Малсылыҡтың интенсивлаштырылыу кимәле һәм зо­наларҙың тәбиғи‑иҡт. үҙенсәлектәренән сығып аҙбарҙа (малдар йыл...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН АШАТЫУ, 1) малсылыҡтағы производство процесы, был осраҡта мал аҙыҡтары малс‑ҡ продукттары алыу өсөн ҡулланыла. 2) Зоотехнияның малдарҙың нормаль үҫеүен, юғары продуктлылығын, һаулығын, үрсеү функцияларын, тоҡом сифаттарын тәьмин иткән мал аҙыҡтарын рациональ ҡулланыуҙың фәнни...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН БОНИТИРОВКАЛАУ, тоҡом малдарын тоҡомлолоғо, сығышы, продуктлылығы, үҫеше, конституцияһы, кәүҙә төҙөлөшө һәм тоҡом сифаты б‑са комплекслы баһалау. Бонитировкалағанда малдарҙың күрһәткестәре балдарҙа баһалана, уларҙың дөйөм суммаһы б‑са класы (элита‑рекорд, элита, 1-се класс, 2-се...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН ҮРСЕТЕҮ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫН ҮРСЕТЕҮ, зоотехния бүлеге; а.х. малдарын үрсетеү, уларҙың нәҫел сифаттарын яҡшыртыу, хайуандарҙың яңы тоҡомдарын, типтарын һәм линияларын сығарыу һәм булғандарын камиллаштырыу; ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырыу эшмәкәрлеге. Малсылыҡта тоҡомсолоҡ эшенең теоретик һәм практик алымдарын,...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАЛДАРЫНЫҢ ПРОДУКТЛЫЛЫҒЫ, билдәле бер осорҙа (тәүлек, ай, һөт төшөү осоро, йыл) малдан алынған продукция күләме һәм сифаты. А.х.м.п. производство үҫешенә һәм малсылыҡ продукттары әҙерләүгә булышлыҡ итә. Малдың нәҫел, төр, тоҡом, йәш, индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле. А.х. малдарының һөт,...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә ауыл хужалығы б‑са белгестәр әҙерләү өсөн башланғыс проф. уҡыу йорттары. 19 б. 80‑се йй. алып асылалар һәм Түбәнге ауыл хужалығы мәктәптәре тураһында положение (1883) һәм Ауыл хужалығы белеме тураһында положениеға (1904) ярашлы эшләйҙәр. Халыҡ мәғарифы...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ АУЫРЫУҘАРЫ, үҫемлектәрҙәге фитопатоген микроорганизмдар һәм мөхиттең насар шарттары тарафынан тыуҙырылған патологик процестар. Инфекцион һәм инфекцион булмағандарға бүленә. Инфекцион булмаған ауырыуҙар туҡланыу, дымлылыҡ, йылылыҡ режимдарының боҙолоуы, зарарлы химик...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ҺӘМ УРМАН КУЛЬТУРАЛАРЫ ҠОРОТҠОСТАРЫ, үҫемлектәргә зыян килтереүсе йәки уларҙы юҡ итеүсе хайуандар. Уларға бөжәктәр, кимереүселәр, лайлалы ҡусҡарҙар, нематодалар, талпандар һ.б. ҡарай. Айырыуса күп һанлы бөжәктәр зыян килтерә. Улар төрлө ғаиләгә ҡараған үҫемлектәр м‑н туҡланыусы полифагтарға...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН АЛЫП БАРЫУ СИСТЕМАҺЫ, а.х. производствоһының махсуслашыуын һәм структураһын, игенселек һәм малсылыҡ системалары үҙенсәлектәрен, техник ҡорамалландырыуҙы, капитал һалыуҙы, хеҙмәтте ойоштороуҙы һәм етәкселек итеү формаларын билдәләүсе ойоштороу, иҡт., технологик һәм соц. принциптар йыйылмаһы....

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ, ҡул хеҙмәтен машина һәм механизмдар м‑н алмаштырыу. А.х.м. — ауыл хужалығын интенсивлаштырыуҙың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. А.х.м. хас төп күрһәткестәр — техника һаны (йыһазландырылыу кимәле) һәм уның 1 эшсегә йәки 100 га эшкәртелгән майҙанға тура килгән ҡеүәте (энергия...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН МЕХАНИЗАЦИЯЛАУ, ҡул хеҙмәтен машина һәм механизмдар м‑н алмаштырыу. А.х.м. — ауыл хужалығын интенсивлаштырыуҙың иң мөһим күрһәткестәренең береһе. А.х.м. хас төп күрһәткестәр — техника һаны (йыһазландырылыу кимәле) һәм уның 1 эшсегә йәки 100 га эшкәртелеүсе майҙанға тура килгән ҡеүәте...

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ, электр энергияһын а.х. производствоһына һәм ауыл халҡының көнкүрешенә индереү; ауыл хужалығын интенсивлаштырыу күрһәткестәренең береһе. А.х.э. ваҡытында гидроэлектростанция, ел, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. алынған электр энергияһы ҡулланыла. Төп ҡулланыусылары:...

АУЫР АТЛЕТИКА

АУЫР АТЛЕТИКА, спорт төрө, ауырлыҡ (штанга, гер) күтәреү б‑са ярыштар. Һөҙөмтәһе икебәйге (ырғым һәм күтәреү) суммаһы б‑са билдәләнә. Башҡортостанда А.а. 20 б. 20‑се йй. уртаһынан үҫешә. 1947 й. Өфөнөң йәштәр спорт мәктәбе (ҡара: Юғары спорт оҫталығы мәктәбе) эргәһендә А.а. бүлеге асыла. 50‑се йй. башында —...

АУЫР МЕТАЛДАР

АУЫР МЕТАЛДАР, аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель, һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м3 ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр. Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш...

АУЫРҒАЗЫ МУЗЕЙЫ

АУЫРҒАЗЫ МУЗЕЙЫ. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. урынлашҡан. 1987 й. йәмәғәт башланғысында Ауырғазы тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 3,7 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге бар. Экспонаттар араһында — татар һәм сыуаш кейеме коллекцияһы, сыуаш балалар...