Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИОЭНЕРГЕТИКА

БИОЭНЕРГЕТИКА (био... һәм энергетика), биологик энергетика, биол. системаларҙа энергияның әүерелеү процестарын өйрәнеүсе фән. Тере организмдар һәм дөйөм алғанда бөтә биосфера тергеҙелгән органик берләшмәләрҙең энергияһы һәм өлөшләтә аденозинтрифосфор к‑таһы рәүешендә фототрофтарҙың (ҡара: Автотрофтар)...

БИРҘӘШ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

БИРҘӘШ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Бирҙәш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 918 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 967; 1959 — 659; 1989 — 493; 2002 — 465; 2010 —...

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ) башҡорттарынан. Тархан. Абыҙ. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июль—авг. ихтилал етәкселәре Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғәмбәтов, Сәйетбай Әлкәлиндар м‑н...

БИРҘЕҒОЛ, Белорет р‑нындағы ауыл

БИРҘЕҒОЛ, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 75 км һәм Юша т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Һаҡатҡаҙы й. (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 264; 1939 — 399; 1959 — 410; 1989 — 251; 2002 — 188; 2010 —...

БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы

БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы [5.3.1907, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе  Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 25.10.1973, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия капитаны. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925 й. алып Стәрлетамаҡ кантонында, Маҡар районында комсомол, партия һәм совет эшендә, 1933 й. —...

БИРЖА

БИРЖА, даими эшләүсе, тауарҙар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта, эш көсөн күмәртәләп һатыу баҙары формаһы. Тауар (универсаль һәм махсуслашҡан), фонд, валюта, хеҙмәт (ҡара: Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе) Б. бүленәләр. Башҡортостанда тәүге Б. 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1905 й. Өфө биржа йәмғиәте (ҡара:...

БИРНӘ

БИРНӘ, игәт, никахҡа ингәндә ҡыҙ кешегә ата‑әсәһе йәки туғандары биргән мөлкәт. Башҡорттарҙа Б. ҡалым м‑н бергә ҡоҙалау ваҡытында һөйләшеп ҡуйылған (был осраҡта яҡтарҙың соц.‑иҡт. хәле иҫәпкә алынған). Йола хоҡуғы нормаларына ярашлы, Б. әҙерләү атай кешенең бурысы һаналған, ул мәрхүм булған осраҡта...

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты. 1993 й. В.И.Казачук, Р.С.Йәнекәев (БНИПТИЖиК) тарафынан БР флораһы үрнәктәренән күп тапҡыр күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуағы ярым киң, уртаса тығыҙлыҡта, һабағы йомро, төҙ, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япраҡлылығы тигеҙ (52—83%). Япрағы уртаса йомшаҡлыҡта, эре,...

БИРСКАЯ 2, ужым арышы сорты

БИРСКАЯ 2, ужым арышы сорты. 1971 й. В.Ф.Погодин (БНИИСХ) тарафынан Чкаловская 2 һәм Дотнувская сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,8 м тиклем. Башағының оҙонлоғо 10—12 см, оҙонса‑эллиптик формала, тығыҙ. Ҡылсығы уртаса, ярым таралыусан. Орлоғо...

БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты

БИРСКАЯ 3, ҡарабойҙай сорты. 1969—71 йй. В.Ф.Погодин һәм А.И.Сызранцева (БНИИСХ) тарафынан Калининская һәм Богатырь сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге яҡынса 1 м, йәшел, япраҡлылығы уртаса. Япрағы шыма, аҫ яҡтан бер аҙ төклө. Сәскәһе...

БИРЮКОВ Виктор Иванович

БИРЮКОВ Виктор Иванович (5.6.1930, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1991). РФ урман сәнәғәтенең атҡ. хеҙм‑ре (1998). Ленинград технология целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1953). 1956 й. башлап — Ленинград ҡағыҙ яһау машиналары эшләү ҒТИ‑нда, 1957 й. — Себер технология...

БИРЮКОВ Владимир Павлович

БИРЮКОВ Владимир Павлович (10.7.1888, Пермь губ. Першино а. — 18.6.1971, Свердловск ҡ.), тыуған яҡты өйрәнеүсе, диалектолог, фольклорсы. “Уралда революцияға тиклемге фольклор” (“Дореволюционный фольклор на Урале”; 1936) һәм “Урал үҙенең тере һүҙендә” (“Урал в его живом слове”; 1953) йыйынтыҡтарында...

БИСЕРТ ЗАВОДЫ

БИСЕРТ ЗАВОДЫ, 1760 й. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, һатып алынған) ерҙәрҙә Бисерт й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында Г.А.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: 1760—1805 йй., 1829—35 йй., 1843—73 йй....

БИСУРА, миф. персонажы

БИСУРА, башҡ. мифологияһында иң түбән рух. Хөрәфәти хикәйәләр, әкиәттәр (“Үгәй ҡыҙ менән бисура” һ.б.) персонажы. Ҡыҙыл кейемдәге бәләкәй кеше образында күҙалланған яуыз һәм хәйләкәр йән эйәһе. Һил урманда, талаш күп булған йортта йәшәй. Төрлө йән эйәләренә — мыраулаған бесәйгә, өргән эткә, илаған балаға...

БИСЯРИН Василий Григорьевич

БИСЯРИН Василий Григорьевич (1893, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытау‑Ивановка Заводы а., хәҙ. Ҡытау‑Ивановка ҡ. — 13.4.1949, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1914 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих‑партия ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919 й. февр.—мартында,...

БИҪТӘ

БИҪТӘ, 12—18 бб. Рәсәйҙә торамаларҙың бер төрө. Билдәле бер ваҡытҡа һалым һәм йөкләмәләрҙән азат ителгән күсеп килеүселәр урынлашҡан. Ҡайһы ведомствоға, ҡатламға һәм этник төркөмгә ҡарауы (монастырь, немец, пушкарҙар, стрелецтар, татар, батша һарайы Б. һ.б.), урыны [ҡала, ҡала яны; өйәҙ (уларға ауылдар...

БИТУМДАР

БИТУМДАР (лат. bitumen — тау ыҫмалаһы), юғары молекуляр углеводородтар (майҙар), ыҫмалалар һәм асфальтендарҙың ҡатмарлы күп компонентлы ҡатнашмалары. Тәбиғи һәм яһалма (техник) Б. айыралар. Тәбиғи Б. ғәҙәттә органик сығышлы, янар файҙалы ҡаҙылмалар (каустобиолиттар) һәм ултырма тау тоҡомдары составына...

БИШ ЙӨҘ ҺИКҺӘН ЕТЕНСЕ ГАУБИЦА АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ

БИШ ЙӨҘ ҺИКҺӘН ЕТЕНСЕ ГАУБИЦА АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ, 1943 й. февр.—апр. Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. төҙөлә. Полк составына 3 дивизион, махсус подразделениелар ингән. Полк майҙан — Калинин фронтының 22‑се, нояб. — 39‑сы армиялары, окт. — 1‑се Балтик буйы...

БИШ ЙЫЛЛЫҠ ПЛАНДАР

БИШ ЙЫЛЛЫҠ ПЛАНДАР, СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙең биш йыллыҡ пландары, биш йыллыҡтар, команда иҡтисады шарттарында илдең соц.‑иҡт. үҫешен планлаштырыуҙың төп формаһы. Һәр Б.й.п. фән һәм техника ҡаҙаныштары иҫәпкә алынған конкрет осорҙоң үҙенсәлектәренә тап килгән билдәле иҡт. бурысы була, директив...

БИШ УБА I

БИШ УБА I, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Петропавловка а. төньяҡ‑көнсығышҡа 5 км һәм Йылайыр р‑ны Суртанүҙәк а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта бейек Биш Уба һыртында урынлашҡан. 1970 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла, 1992—93 йй. Б.Б.Агиев тикшерә. Көнсығыштан...