Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУЛЯПИН Владислав Максимилианович

КУЛЯПИН Владислав Максимилианович (22.10.1936, Новосибирск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2005). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) С.А.Чаплыгин ис. Себер авиация ҒТИ‑нда (Новосибирск) эшләй: 1965 й. алып бүлек нач. вазифаһын башҡарыусы, 1968 й. —...

КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич

КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич (Кузьмич) (8.3.1875, Ҡазан губ. Мамадыш өйәҙе Пеньки а. — 1933, Нарым крайы Ильинка а.), дин әһеле. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1901). Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (1893) Ҡазан губ. мәктәптәрендә эшләй, 1901 й. алып Ҡазан өйәҙендә ауыл сиркәүҙәре настоятеле,...

КУМОЛ

КУМОЛ, изопропилбензол, 2‑пропилбензол, С6Н5СН(СН3)2, ароматик берләшмә. Бензол еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ; тығыҙлығы 861,8 кг/м3, tиреү −96°С, tҡайнау 152,4°С, tтоҡаныу 38°С. Бензолда, хлороформда, диэтил эфирында, ацетонда, этил спиртында — яҡшы, һыуҙа аҙ (0,01%) эрей. Алкиллаштырыу, хлорлау, нитратлаштырыу,...

КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич

КУМУНЖИЕВ Константин Васильевич (8.11.1939, Ҡырым АССР‑ы Ҡышлау а. — 15.5.2019, Ульяновск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1963) 115‑се почта йәшниге...

КУНЦ Отто Робертович

КУНЦ Отто Робертович (5.9.1928, Түб. Волга өлк. Первомайское а. — 29.5.2000, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980). Ҡаҙаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (Алма‑Ата, 1961). 1965 й. алып Тәкәле мәктәп-интернаты (Ҡаҙаҡ ССР‑ы)...

КУПОВЫХ Пётр Николаевич

КУПОВЫХ Пётр Николаевич (1.10.1930, БАССР‑ҙың Иҫке Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 26.5.1985, Октябрьский ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1975). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1954 й.) 20‑се почта йәшниге предприятиеһында эшләй. 1958 й. алып Бөтә Союз геологик...

КУПРИЯНОВ Афанасий Силантьевич

КУПРИЯНОВ Афанасий Силантьевич (? — 1780 й. алда), Ырымбур губернаһы Ставрополь ҡ. (хәҙ. Тольятти ҡ.) сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәренән Уложенный комиссия депутаты. Крепостнойҙарҙан; 18 б. уртаһында сауҙагәрҙәр иҫәбенә индерелгән. Комиссияға Ставрополь сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәренең Сызрань сауҙагәрҙәре...

КУПРИЯНОВ Владилен Сергеевич

КУПРИЯНОВ Владилен Сергеевич (2.11.1931, Өфө — 19.4.2006, Чебоксар ҡ.), физиолог. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1970). Сыуашстан Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1993), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Бәләбәй ҡ., 1958 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ-нда эшләй,...

КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич

КУПРИЯНОВ Иван Дмитриевич (15.9.1910, Сембер губ. Тимбай а. — 20.3.1962, Октябрьский ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1947). 1931 й. алып Ҡыҙыл нефть разведкаһы (Пермь өлк.) быраулаусыһы, 1933 й. — “Ишимбайнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры, 1943—62 йй. “Туймазанефть”...

КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич

КУРАЧЁВ Дмитрий Геннадьевич (8.7.1968, Семипалатинск ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2006). Брянск педагогия институтын (1992), В.И.Ленин исемендәге Мәскәү педагогия университетын (1994) тамамлаған. 1997 й. алып Бөрө социаль‑педагогия академияһында (2006 й. башлап үҫеш психологияһы...

КУРИЛ СӘЙЕ

КУРИЛ СӘЙЕ, дазифора (Pentaphylloides), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡлы К.с. үҫә. Көрән‑һоро ҡайырылы төҙ йәки йәйенке ныҡ тармаҡлы ҡыуаҡ, бейеклеге 20‑150 см. Япрағы ҡанат һымаҡ, аҫ яҡтан төклө, 5 (һирәгерәк...

КУРИЛЕНКО Геннадий Владимирович

КУРИЛЕНКО Геннадий Владимирович (8.5.1943, Өфө — 16.2.2013, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1966). Төҙөлөш тресы ¹3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Әхмәҙиев). Шәхси ярыштарҙа СССР чемп. (1970), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1965, 1968 йй.),...

КУРИС Иван Онуфриевич

КУРИС Иван Онуфриевич (1751—18.4.1836, Херсон губ. Курисово-Покровское а.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1797, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1799), ген. майор. 1787—91 йй. рус-төрөк һуғышында, 1794 й. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773—97 йй. һәм 1820 йй. рус армияһында. Адъютант,...

КУРЛОВ Алексей Борисович

КУРЛОВ Алексей Борисович (13.1.1958, Өфө ҡ. — 23.6.2021, шунда уҡ), философ, социолог. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1996). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) ӨАПБ инженер-конструкторы. 1982 й. алып (өҙөклөк менән) ӨДАТУ‑ла эшләй (1984—87 йй. социология лабораторияһы мөдире). 2001—06 йй....

КУРНАЕВ Сергей Фёдорович

КУРНАЕВ Сергей Фёдорович (15.9.1909, Мәскәү губернаһы Павловский Посад а. — 22.7.1992, Мәскәү ҡ.), геоботаник, урмансы. Биология фәндәре кандидаты (1980). МДУ‑ны тамамлаған (1931). 1935—44 йй. Башҡортостан тупраҡ‑ботаника бюроһында (Өфө ҡ.), БАХИ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Урта Волга, Рәсәйҙең Европа...

КУРОВСКИЙҘАР

КУРОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Никифор Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1654 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Семён Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнаша. 1654 й. 350 сирек ер поместье оклады...

КУРОРТ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нында

КУРОРТ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нында, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 6 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Тоҙйылға буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 119 кеше; 1989 — 993; 2002 — 907; 2010 — 598 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

КУРОРТОЛОГИЯ

КУРОРТОЛОГИЯ (нем. Kurort — дауаланыу урыны һәм …логия), тәбиғи дауалау факторҙарын һәм уларҙы дауалау‑иҫкәртеү маҡсаты м‑н, ш. иҫ. шифахана‑курорт учреждениелары шарттарында, ҡулланыуҙы өйрәнеүсе медицина бүлеге. К. бальнеотерапияны, климат‑, пелоидотерапияны (шифалы ләм ҡулланыу), шифаханалар ойоштороу...

КУРОЧКИН, Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә ауыл

КУРОЧКИН, ауыл, 1932 й. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға 1796 й. Өфө өйәҙендә отставкалағы капитан М.С.Шестаков нигеҙ һала. 19 б. уртаһында коллегия асессоры П.И.Куроч- кинға ҡарай. Шулай уҡ Шестаков, Михайловка исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 30 йортта 194 кеше...

КУРУМДАР

КУРУМДАР, тау битләүҙәрендәге һәм яҫы түбәләрҙәге ҙур майҙанлы тау тоҡомдары тупланмаһы. К. интенсив физик ашалыу арҡаһында барлыҡҡа килә, яланғас бүлкәт (ҡара: Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге) рельефында осрай. Яҫы түбәләрҙәге плащ рәүешендәге К. — таш диңгеҙҙәре, битләүҙәрҙән тартылыу көсө тәьҫирендә...