Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫ

АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Ҡырмыҫҡалы, көнсығышта — Ғафури, көньяҡта — Стәрлетамаҡ, көнбайышта Әлшәй һәм Дәүләкән р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Яңы Ҡарамалы р‑ны булараҡ ойошторола, составына Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә, 1932 й. 20 февр. Алып хәҙ. исемен...

АУЫРҒАЗЫ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

АУЫРҒАЗЫ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ауырғазы районы Үҙәк мәҙәниәт һарайының татар халыҡ театры. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. урынлашҡан. 1956 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1967 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — Н.Ғ.Ғәлимовтың “Буранлы төн” спектакле. 1967—2010 йй. 70‑тән ашыу...

АУЫРҒАЗЫ, йылға

АУЫРҒАЗЫ, йылға, Өршәк й. уң ҡушылдығы. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. көньяҡҡа табан 7 км алыҫлыҡта башлана. Ауырғазы р‑нында аға. Үрге ағымда 10 км оҙонлоғонда көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан ер аҫтынан аға, ер өҫтөнә Яңы Этекәй а. эргәһендә сыға һәм төньяҡ-көнбайышҡа борола, Өршәк й. (тамағынан...

АФҒАНСТАН

АФҒАНСТАН, Афғанстан Ислам Республикаһы, Ҡөньяҡ-Ҡөнбайыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 652,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡабул. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 28,2 млн кеше (2009): пуштундар (41%), тажиктар (38%), хазарейҙар (10%) һ.б. Рәсми телдәр — пушту һәм дари. Диндарҙарҙың күпселеге — мосолман сөнниҙәре. БР-ҙың...

АФЕРИН Гавриил Лукьянович

АФЕРИН Гавриил Лукьянович (7.4.1931, Алтай крайы Ракиты а. — 27.3.1983, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1957), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1961). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1972). М.Д.Касьяник тәрбиәләнеүсеһе. 1959 й. алып “Хеҙмәт” ДСО‑һы...

АФЗАЛ (Абзалов) Ғамил Ғимаҙетдин улы

АФЗАЛ (Абзалов) Ғамил Ғимаҙетдин улы (23.5.1921, ТАССР‑ҙың Таҡталасыҡ а. — 20.8.2003, Әлмәт ҡ.), шағир. ТССР‑ҙың халыҡ шағиры (1991), ТАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). 1939—49 йй. Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй. 1954—64 йй. БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Шәрип а. йәшәй, ауылдаштарына “Шәрип...

АФИНОГЕНОВ Денис Александрович

АФИНОГЕНОВ Денис Александрович (15.3.1974, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — А.Н.Емелин). “Салауат Юлаев” (1992—97, 2002—03), “Торпедо” (Ярославль ҡ., 1998—99), “Лада” (Тольятти ҡ., 1999—2002),...

АФИНОГЕНОВ Денис Владимирович

АФИНОГЕНОВ Денис Владимирович (15.3.1974, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Н.Емелин). “Салауат Юлаев” (1992—97, 2002—03), “Лада” (Тольятти ҡ., 1999—2002), “Авангард” (Омск ҡ., 2003—04), “Витязь” (Чехов ҡ.,...

АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы

АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы (15.9.1924, Төркөстан АССР‑ы Кина‑Аральск а. — 20.7.2000, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1958). 1943 й. алып — ВЛКСМ‑дың Бөрө район ком‑тында,...

АФФИКС

АФФИКС (лат. affixus — ялғанған), морфологик деривация (һүҙ үҙгәреше һәм һүҙьяһалыш) процестарында һүҙ тамырына ҡушылыусы ярҙамсы морфема (ҡара: Морфемика). Агглютинатив төҙөлөшлө (ҡара: Агглютинатив телдәр) тел булараҡ, башҡорт телендә типик бер мәғәнәлелек, А. тамырға ҡарата урынлашыуының билдәле...

АХЛЫСТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл

АХЛЫСТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Иҫке Надеждин а/ с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 360 кеше; 1920 — 494; 1939 — 520; 1959 — 485; 1989 — 363; 2002 — 351; 2010 — 344 кеше. Урыҫтар йәшәй...

АХЛЫСТИН, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

АХЛЫСТИН, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Студёное күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 833 кеше; 1920 — 819; 1939 — 850; 1959 — 416; 1989 — 210; 2002 — 227; 2010 — 183 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

АХМАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл

АХМАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ахман а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 69 км алыҫлыҡта Иҙәк й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1010 кеше; 1920 — 1233; 1939 — 913; 1959 — 752; 1989 — 512; 2002 — 525; 2010 — 476 кеше. Сыуаштар, татарҙар йәшәй...

АХМЕДОВ Михаил Владимирович

АХМЕДОВ Михаил Владимирович (24.4.1925, Яңы Николаевка губ. Васильково а. — 27.8.1989, Воронеж ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943), полк. (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ЮС‑ы ис. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1957). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк, 1‑се Белоруссия...

АХМЕДОВ Михаил Владимирович

АХМЕДОВ Михаил Владимирович (24.4.1925, Яңы Николаевка губ. Васильков а. — 27.8.1989, Воронеж ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943), полковник (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ЮС‑ы ис. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1957). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк, 1‑се Белоруссия...

АХТЕМИРОВ Иван

АХТЕМИРОВ Иван, Бөгөлмә ведомствоһы һәм Ставрополь провинцияһы однодворецтары, ерле һалдаттары, отставкалағы унтер‑офицерҙары, драгундары һәм һалдаттарынан Уложенный комиссия депутаты. Ырымбур губернаһы Сергиевск биҫтәһенең отставкалағы драгундарынан. Комиссияға отставкалағы һалдат улдарының береһен...

АХТИЯЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

АХТИЯЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 496 кеше; 1920 — 535; 1939 — 588; 1959 — 437; 1989 — 342; 2002 — 344; 2010 — 353 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

АХУН

АХУН (фарс. — остаз), 1917 й. тиклем Рәсәйҙә мосолман руханиҙарының иң юғары дини дәрәжәһе. А. руханиҙар эшмәкәрлеген күҙәткән, гражданлыҡ эштәрен (ғаилә‑никах һәм мөлкәт) ҡараған, мәсеттәр, мәҙрәсәләр һәм мәктәптәр төҙөү, уҡытыу мәсьәләләре һ.б. б‑са урындағы хакимиәт һәм дин әһелдәре араһындағы бәйләнеште...

АХУН УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑ны

АХУН УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑ны. 1895 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1912 й. алып министрлыҡ мәктәбе, 1920‑се йй. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1953 й. хәҙ. статусын ала. 2008 й. Ғ.М.Усманов исеме бирелә. Интернаты, музейы,...

АХУН, Благовар р‑нындағы ауыл

АХУН, Благовар р‑нындағы ауыл, Троицкий а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 123 кеше; 1959 — 316; 1989 — 238; 2002 — 257; 2010 — 214 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Троицкий урта мәктәбе...