Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР УРТА МӘКТӘБЕ

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1911 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына. 1917—20 йй. эшләмәй, 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1929 й. — 2‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1937 й. — урта, 1965 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1990 й....

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БИШАУЫЛ‑УҢҒАР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Һәүәләй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 945 кеше; 1920 — 1080; 1939 — 1017; 1959 — 790; 1989 — 630; 2002 — 672; 2010 — 573 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Бишауыл‑Уңғар...

БИШӘҮҘӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

БИШӘҮҘӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 61 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 334 кеше; 1920 — 354; 1939 — 348; 1959 — 303; 1989 — 238; 2002 — 265; 2010 — 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БИШБАРМАҠ

БИШБАРМАҠ, ҡуллама, башҡорт аш‑һыуының традицион аҙығы. Яңы һуйылған һимеҙ һарыҡ йәки йылҡы итенән (ҡайһы берҙә ҡаҙы өҫтәп) әҙерләнә. Итте бешереп, киҫәктәргә турайҙар. Тоҙлоғон айырып алғандан һуң, һурпаһында һалма бешерәләр. Ит м‑н һалманы табаҡҡа һалып, өҫтөнә тоҙлоҡ ҡоялар, һуңынан касаларҙа ҡорот...

БИШБҮЛӘК ЗАКАЗНИГЫ

БИШБҮЛӘК ЗАКАЗНИГЫ. 1989 й. һыуыр һәм башҡа һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бишбүләк р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Сиктәре: төньяҡта һәм көнсығышта — Бишбүләк р‑нының адм. сиктәре, көньяҡта...

БИШБҮЛӘК МУЗЕЙЫ

БИШБҮЛӘК МУЗЕЙЫ. Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а. урынлашҡан. Тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1935 й. алып эшләп килгән йәмәғәт музейы (тыуған яҡты өйрәнеүсе П.Н.Кудряшов нигеҙ һалған) нигеҙендә 1994 й. Милли музей филиалы (2006 й. тиклем) булараҡ ойошторола. 1940 й. экспонаттарының бер өлөшө Бәләбәй р‑ны...

БИШБҮЛӘК РАЙОНЫ

БИШБҮЛӘК РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Бәләбәй, көнсығышта Әлшәй һәм Миәкә р‑ндары, көньяҡта һәм көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Йәрмәкәй р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1...

БИШБҮЛӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1

БИШБҮЛӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1, Бишбүләк р‑ны. 1868 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ-сыуаш) булараҡ нигеҙ һалына, 1923 й. алып 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала, 1982 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Музейы, уҡытыу оҫтаханалары, умарталығы бар. Урта...

БИШБҮЛӘК, ауыл, Бишбүләк р‑ны үҙәге

БИШБҮЛӘК, ауыл, Бишбүләк р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып), Бишбүләк а/ с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 230 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,2; 1920 — 1,5; 1939 —...

БИШЕК ТУЙЫ

БИШЕК ТУЙЫ, 1) башҡорттарҙа бала тыуыуға бәйле йола, яңы тыуған сабыйҙы йәмғиәткә ҡабул итеүҙе һәм уға торлаҡ (сәңгелдәк) биреүҙе кәүҙәләндергән. Ғәҙәттә бала тыуғандың 40‑сы көнөнә үткәрелгән. Ҡатын‑ҡыҙ һәм балалар саҡырылған. Кендек әбейе сабыйҙы, иҫәнлек‑һаулыҡ теләп, сәңгелдәккә һалған; балаға мул...

БИШЕНСЕ АРМИЯ

БИШЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла. 1918 й. июлендә Көнсығыш фронт командующийы М.А.Муравьёв директиваһы б‑са Ҡыҙыл Армияның Ҡазан янында хәрәкәт иткән айырым отрядтарынан ойошторола. 5‑се, 24—27‑се, 29‑сы, 30‑сы, 35‑се, 62‑се уҡсылар, 1‑се Себер уҡсылар, 4‑се Петроград пехота, 5‑се кавалерия див. торған. Көнсығыш...

БИШКӘЗӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл

БИШКӘЗӘ, Бишҡайын, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Уртакүл й. (Ҡармасан й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 570 кеше; 1920 — 714; 1939 — 827; 1959 — 575; 1989 — 355; 2002 — 373; 2010 — 285 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

БИШҠАЙЫН МӘМЕРЙӘҺЕ

БИШҠАЙЫН МӘМЕРЙӘҺЕ, Ауырғазы р‑ны Бишҡайын а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Аҡташ инешенең (Ағиҙел й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Тоҡҡа оҡшаш, сикләнгән, 2 залдан тора. Тәүгеһенең оҙонлоғо 10 м, киңлеге 8 м, бейеклеге...

БИШҠАЙЫН УРТА МӘКТӘБЕ

БИШҠАЙЫН УРТА МӘКТӘБЕ, Ауырғазы р‑ны. 1879 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1886 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс дөйөм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1954 й. хәҙ. статусын ала. Интернаты, тарихтыуған...

БИШҠАЙЫН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

БИШҠАЙЫН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Бишҡайын а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта Бишҡайын й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1560 кеше; 1920 — 1715; 1939 — 1675; 1959 — 1403; 1989 — 1210; 2002 — 1201; 2010 — 1150 кеше. Сыуаштар...

БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 104 км алыҫлыҡта Биәтьяҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1352 кеше; 1920 — 1666 (Кесе Бишҡураз а. халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән); 1939 — 1142; 1959 — 740; 1989 —...

БИШҠУРАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БИШҠУРАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 45 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2617 кеше; 1920 — 2268; 1939 — 1440; 1959 — 976; 1989 — 662; 2002 — 600; 2010 — 680 кеше. Татарҙар йәшәй...

БИШМӘТ

  БИШМӘТ, башҡорттарҙың оҙон салғыйлы, билле, эслекле, еңле, төймәле өҫ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ Б. булған. Б. фабрикала туҡылған ҡараһыу төҫтәге кизе‑мамыҡ туҡыманан, һирәгерәк Урта Азия ебәгенән (әҙрәс) тегелгән. Ҡатын‑ҡыҙ Б., нигеҙҙә, еңел булған, Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш төбәктәрендә;...

БИШТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл

БИШТИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Илек а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Оло Ҡурғаш й. (Уҫы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1805 кеше; 1920 — 1824; 1939 — 1147; 1959 — 759; 1989 — 383; 2002 — 227; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар...

БИШТИРӘК, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БИШТИРӘК, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 116 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 95 км алыҫлыҡта Ергәйеш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 317 кеше; 1989 — 210; 2002 — 221; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...