Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ

БИИШЕВА З. МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Туйөмбәт а. урынлашҡан. 1998 й. З.А.Биишеваның тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы асыла. Музей фондында 400‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. яҙыусының китаптары, шәхси әйберҙәре, портреты (рәссамы Ә.Ф.Лотфуллин), Биишева әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәргә афишалар һәм декорация...

БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы

БИИШЕВА Зәйнәб Абдулла ҡыҙы [2.1.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 24.8.1996, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1949). Тәүге китабы – балалар өсөн “Партизан малай” (1942) хикәйәһе. “Көнһылыу” (1949), “Сәйер кеше” (1960), “Уйҙар,...

БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович

БИК (Бикмурзин) Анатолий Иванович [19.12.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бөрөбаш а. (БР-ҙың Мишкә р-ны) — 19.12.1980, Йошкар-Ола], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мари пед. ин‑тын тамамлаған (Йошкар-Ола, 1952). Мари АССР‑ында йәшәгән һәм эшләгән. Б. шиғриәте нескә лиризм м‑н һуғарылған. Күп әҫәрҙәрендә...

БИК-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

БИК-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Бик-Ҡарамалы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Һаҙлыкүл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1302 кеше; 1920 — 1334; 1939 — 765; 1959 — 536; 1989 — 281; 2002 — 284; 2010 — 324 кеше. Татарҙар йәшәй...

БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы

БИКӘЕВ Солтан Хәмит улы (25.12.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙер БР‑ҙың Әлшәй районы Әбдрәшит а., — 8.10.2006, Өфө ҡ., Әбдрәшит а. ерләнгән), танкист, полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), СССР матбуғаты отличнигы (1977)....

БИКӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл

БИКӘЙ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ибраһим а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Киҙәк й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1539 кеше; 1920 — 1778; 1939 — 1205; 1959 — 864; 1989 — 520; 2002 — 534; 2010 — 494 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БИКБАЕВ Йәүҙәт Мансур улы

БИКБАЕВ Йәүҙәт Мансур улы [25.11.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Собханғол а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 7.9.1995, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1970), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978). ӨАИ‑ны тамамлаған (1949). 1953 й. алып Өфө авиация техникумында уҡыта, 1958—60 йй....

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы (12.12.1938, Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай а. — 23.4.2019, Өфө ҡ.), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған...

БИКБАЕВ Рәмил Фәрит улы

БИКБАЕВ Рәмил Фәрит улы (1.4.1961, Өфө — 16.7.1995, С.‑Петербург), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1992). ЛДУ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып Матем. ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физиканың интегралланыусы һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәләрен, солитондар теорияһын өйрәнеүгә бәйле. Б. Уизем тигеҙләмәләрендә...

БИКБАЕВА Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы

БИКБАЕВА Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы (23.11.1926, Малмыж ҡ. — 10.11.2004, Өфө), оториноларинголог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1971). РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1991 й. тиклем...

БИКБАЙ Баязит Ғаяз улы

БИКБАЙ (Бикбаев) Баязит Ғаяз улы (9.1.1909, Ырымбур өйәҙе ш. уҡ исемле губ. Ҡалта а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яңы Ҡалта а., — 2.9.1968, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1957). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). 1929 й. “Сәсән” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) эшләй, 1930—31 йй. “Ленинский путь” Туймазы...

БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы

БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы. Үҫәргәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрәгә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Иҫке бей, Ҡаракүҙәк бей Мишәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү батшалығы составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара:...

БИКБАУ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

БИКБАУ, А ҡ ҡ у ж а, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Бикбау а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 17 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 363; 1939 — 284; 1959 — 314; 1989 — 210; 2002 — 256; 2010 — 199 кеше. Башҡорттар...

БИКБАУОВ Әбдрәшит Ильяс

БИКБАУОВ Әбдрәшит Ильяс улы (1896, Сембер губ. Иҫке Зеленовка а. — 12.9.1938, Алыҫ Көнсығыш), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 й. Каруанһарайҙа комендант командаһы нач., 1919 й. алып Ә.Ә.Вәлидовтың адъютанты, февр. Башҡорт ғәскәренең РККА составына инеүе т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә, мартта “Үҙәк Совет...

БИКБАУОВ Әбдрәшит Ильяс улы

БИКБАУОВ Әбдрәшит Ильяс улы (1896, Сембер губ. Иҫке Зеленовка а. — 12.9.1938, Алыҫ Көнсығыш), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 й. Каруанһарайҙа комендант командаһы нач., 1919 й. алып Ә.Ә.Вәлидовтың адъютанты, февр. Башҡорт ғәскәренең РККА составына инеүе т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә, мартта “Үҙәк Совет...

БИКБИРҘИН Йәүҙәт Зәйнулла улы

БИКБИРҘИН Йәүҙәт Зәйнулла улы [10.6.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Күсей а. — 12.5.1996, шунда уҡ], бейеүсе, балетмейстер. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). Башҡ. республика мәҙәниәт‑ағартыу училищеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1971; педагогтары К.С.Цыганкова, В.А.Цыпляков). 1973—74 йй. Ғәскәров...

БИКБОВ Мөхәррәм Мөхтәрәм улы

БИКБОВ Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (4.4.1957, Ырымбур өлкәһе Иманғол а.), офтальмолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). РФ‑тың (2013) һәм БР‑ҙың (1996) атҡаҙанған табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Күмертау ҡ. эшләй. 1985 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда:...

БИКБОВ Сәрүәй Шәйбәк улы

БИКБОВ Сәрүәй Шәйбәк улы [26.10.1908, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Бикмәт а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 5.2.1990, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. С.М.Киров ис. Әзербайжан нефть сәнәғәте акад. тамамлаған (Баҡы, 1939). 1925 й. алып комсомол һәм профсоюз эшендә: ВЛКСМ‑дың Бөрө кантон ком‑ты бүлеге мөдире, секретары,...

БИКБОВ Юныс Юлбарыҫ улы

БИКБОВ Юныс Юлбарыҫ улы [1883, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбүләйес а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 1943, Ҡарағанда ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ҡазан ун‑тының юридик ф‑тын тамамлағандан һуң (1911) Орск өйәҙе 2‑се Үҫәргән улусында мировой судья булып хеҙмәт итә. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы...

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев (?—1755, Ырымбур ҡ.), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Әликәш Һөйөндөковтың улы. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында атаһы менән берлектә ихтилалды әҙерләүҙә ҡатнашыу тәҡдиме менән Батыршаға хат ебәрә. Май...