Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОРИСОВА Нинель Андреевна

БОРИСОВА Нинель Андреевна (7.11.1924, Бөрө ҡ.), невролог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1947) шунда уҡ эшләй (1966—89 йй. нервы ауырыуҙары каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1967—90 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау...

БОРМАН Владимир Алексеевич

БОРМАН Владимир Алексеевич (7.4.1940, Өфө — 12.1.1986, шунда уҡ), тренер. Грек-рим көрәше б‑са СССР‑ҙың (1984) һәм РСФСР‑ҙың (1977) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1962), бөтә Союз категориялы судья (1985). Омск физик культура ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) 1966 й. тиклем Салауат нефтехимия комб‑тының...

БОРОДАВКИН Пётр Петрович

БОРОДАВКИН Пётр Петрович (14.7.1930, Краснодар крайы Хамышки а.), инженер-гидротехник. Техник ф. д‑ры (1969), проф. (1970). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). СССРҙың газ сәнәғәтенең (1980) һәм СССРҙың Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығының...

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна

БОРОДАЕВСКАЯ Мария Борисовна (19.12.1911, Тифлис ҡ. — 11.11.1994, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1949), профессор (1964). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). Мәскәү геологик разведка институтын тамамлаған (1934). 1936 й. алып Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми-тикшеренеү...

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович

БОРОДАЕВСКИЙ Николай Иванович (14.4.1907, Екатеринбург ҡ. — 14.8.1989, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1965). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1987). Урал тау институтын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1928). 1936—89 йй. Төҫлө һәм затлы металдарҙың Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геологик...

БОРОДИН Александр Викторович

БОРОДИН Александр Викторович (22.7.1967, Тамбов ҡ.), спортсы. Дельталёт спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). “Ротор” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.К.Хрибков). Рәсәйҙең абс. чемп. (1998), Рәсәй Кубогын яулаусы (2003), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1996), бронза (1994,...

БОРОН, Ғафури р‑нындағы ауыл

БОРОН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Борон а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта Баҙыҡ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1220 кеше; 1920 — 1384; 1939 — 1322; 1959 — 516; 1989 — 261; 2002 — 300; 2010 — 258 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй...

БОРОНҒО ВЕНГРҘАР

БОРОНҒО ВЕНГРҘАР, фин‑уғыр ҡәбиләләре берләшмәһе. 12—13 бб. Көнбайыш Европа авторҙары Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һ.б. хеҙмәттәрендә телгә алына. Күп кенә ғалимдар фекеренсә, Көньяҡ Урал Б.в. тарихи тыуған иле була (ҡара: Бөйөк Венгрия). В.А.Иванов б‑са, Б.в. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Урал аръяғының...

БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ

БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ, боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәрендә ижад ителгән әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Б.т.ә. өлгөләренең беҙгә тиклем килеп еткән иң боронғолары булып ҡәбер стелаларында һәм таштарында уйып яҙылған боронғо төрки руник яҙмалар (Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған) һанала. Орхон...

БОРОНҒО ТӨРКИ РУН ЯҘМАҺЫ

БОРОНҒО ТӨРКИ РУН ЯҘМАҺЫ, Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә һәм боронғо уйғыр телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) ҡулланылған график система. Б.т.р.я. хәрефтәре формаһы б‑са боронғо германдарҙа ҡулланылған рундарҙы хәтерләтә (атамаһы ла шунан). Б.т.р.я. ҡомартҡылары башлыса хәҙ....

БОРОНҒО ҺӘМ УРТА БЫУАТ ТӨРКИ ӘҘӘБИ ТЕЛДӘРЕ

БОРОНҒО ҺӘМ УРТА БЫУАТ ТӨРКИ ӘҘӘБИ ТЕЛДӘРЕ, төрки ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың милли телгә тиклемге әҙәби теле. Боронғо төрки телдәргә боронғо төрки әҙәбиәте ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан Орхон‑Йәнәсәй ҡомартҡылары теле һәм боронғо уйғыр теле, урта төрки телдәргә урта быуат төрки телле әҙәбиәт ҡомартҡылары...

БОРОС

БОРОС (Capsicum), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ярым ҡыуаҡ, ҡыуаҡ йәки күп йыллыҡ үлән заты. Яҡынса 20 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 50) төрө билдәле: перу Б., колумбия Б., төклө Б., мексика Б. һәм башҡалар. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Американың тропик райондарында осрай. Мексика Б. бер йыллыҡ йәшелсә...

БОРСАҠ

БОРСАҠ (Pisum), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6—7 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫтерелә, уның аҙыҡ (һыҙырыла торған һәм йәшелсә) һәм мал аҙығы сорттары айырып йөрөтөлә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы беленер‑беленмәҫ дүрт ҡырлы,...

БОРУЛЕНКОВ Пётр Егорович

БОРУЛЕНКОВ Пётр Егорович (10.7.1933, Мәскәү өлк. Ураҙ а. — 17.11.2014, Владимир өлк.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1978), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1983). Мәскәү нескә химия технологиялары ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда эшләй:...

БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы

БОРХАНОВА Флүрә Булат ҡыҙы (10.1.1956, Нахичевань ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (2006), профессор (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1980 й. алып ТТӘИ‑лә, 1984 й. — БДПИ‑ла (1986 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. 1988 й. алып БДУ‑ла:...

БОҪТАНАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

БОҪТАНАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 765 кеше; 1920 — 741; 1939 — 709; 1959 — 545; 1989 — 212; 2002 — 177; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

БОТАЙ, Белорет р‑ндағы ауыл

БОТАЙ, Белорет р‑ндағы ауыл, Егәҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 104 км һәм Олойылға т. юл ст. К.Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Ҡаранйылға й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 551 кеше; 1920 — 628; 1939 — 225; 1959 — 242; 1989 — 134; 2002 — 117; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар...

БОТАНИК-ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

БОТАНИК-ГЕОГРАФИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, үҫемлектәр донъяһын зоналарға бүлеүгә нигеҙләнгән ер өҫтөнөң терр. бүленеше. Төбәктең үҫемлектәр составы зональ (ҡояш радиацияһының киңлек бүленеше), азональ (диңгеҙ кимәленән бейеклеге, тау тоҡомдары составы, йылғалар, диңгеҙҙәр, океандар тәьҫире) һәм антропоген факторҙар...

БОТАНИКА

БОТАНИКА (гр. botánē — үҫемлек, үлән), үҫемлектәр т‑дағы фәндәр комплексы. Үҫемлектәрҙең төрлөлөгөн һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен (систематика), эске һәм тышҡы төҙөлөшөн (үҫемлектәр анатомияһы, морфология), йәшәү эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен (эмбриология, эволюция), уларҙың йәшәү мөхите м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен...

БОТАНИКА БАҠСА‑ИНСТИТУТЫ

БОТАНИКА БАҠСА‑ИНСТИТУТЫ, 1932 й. Өфө ҡ. БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы ХК эргәһендәге Ботаника баҡсаһы булараҡ ойошторола, 1952 й. алып СССР ФА составында, 1991 й. — Б.б‑и., 2018 й. башлап РФА Өфө фәнни үҙәгенең Көньяҡ Урал Б.б.‑и. Өфө ҡ. парк өлөшөндә, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. һыу айырғысында урынлашҡан. Б.б.‑и....