Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БҮЛӘК ЯҠУПОВ

БҮЛӘК ЯҠУПОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы. Себер даруғаһы Байҡы а. типтәрҙәренән. Ихтилалға 1774 й. яҙында ҡушыла, Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була. Б.Я. отряды Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша, сент. тиклем Уҫы даруғаһында...

БҮЛӘКӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

БҮЛӘКӘЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 297 кеше; 1959 — 183; 1989 — 142; 2002 — 162; 2010 — 129 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. 1921—25 йй. Өфө кантонында...

БҮЛӘКӘНОВ Рәхмәтулла Ғөбәйт улы

БҮЛӘКӘНОВ Рәхмәтулла Ғөбәйт улы (1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мостай а. — 7.9.1981, Өфө), ҡурайсы. 1941—75 йй. Башҡ. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) ҡурайсыһы. 1943 й. Башҡорт филармонияһының концерт бригадаһы составында фронтҡа бара....

БҮЛӘКБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл

БҮЛӘКБАШ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 308 кеше; 1959 — 300; 1989 — 215; 2002 — 182; 2010 — 161 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына. Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы

БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы (18.5.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Арыҫлан а. — 14.3.1995, Өфө), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1974). 1964—65 йй. “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”) гәз. (ҡара: “Белебеевские известия”),...

БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы

  БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы (23.2.1948, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 18.1.2015, Өфө), драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2013), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1973). 1969 й. алып “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең муз. етәксеһе,...

БҮЛӘР

БҮЛӘР, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙыр һәм мышыға. Тамғалары:  . Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. 10 б. ҡәбиләнең бер өлөшө Паннонияға күсенә. 13—14 бб. Б. Кама буйы урмандарында һәм Ялан Зәй й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында, артабан Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй. үҙәндәрендә төпләнә,...

БҮЛЕНДЕК АУЫЛ

БҮЛЕНДЕК АУЫЛ, Рәсәйҙә ҙурыраҡ ауылдан бүленеп сыҡҡан торама. Б.а. төп өлөшө 19 б. барлыҡҡа килә: ауылда [нигеҙҙә, этник яҡтан ҡатнаш, башҡорт (ҡара: Ауыл) һәм урыҫ] халыҡ һаны артҡас, унда йәшәүселәрҙең бер өлөшө Б.а. айырылып сыҡҡан. Б.а. тәүге төпләнеүсе исеме бирелгән йәки “Яңы”, “Үрге”, “Түбәнге”...

БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

БҮЛЕНДЕК СЫҒАРЫЛМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, эҙләнелгән функцияның бүлендек сығарылмалары ингән дифференциаль тигеҙләмәләр; математик физика тигеҙләмәләре. Гиперболик тигеҙләмәләрҙе, параболик тигеҙләмәләрҙе, эллиптик тигеҙләмәләрҙе һәм ҡатнаш типтағы тигеҙләмәләрҙе айырып йөрөтәләр. Газ динамикаһында, йылы үткәреүсәнлек...

БҮЛМӘ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ

БҮЛМӘ ҮҪЕМЛЕКТӘРЕ, үҙенең тәбиғи йәшәү ерҙәренең климат шарттарынан айырмалы бүлмә шарттарында бер нисә йыл буйы үҫә алған декоратив үҫемлек. Күп Б.ү. тыуған иле — уртаса йылы ҡышлы таулы тропик һәм субтропик илдәр. Бындай шарттар йыл буйы бер үк тиерлек т‑ра торған торлаҡ бүлмәлә булдырыла. Б.ү. ассортименты...

БҮРЕ

БҮРЕ (Canis lupus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 160 см тиклем, ауырлығы 45—60 кг. Йөнө йәйен ҡыҫҡа, шырт, ҡаты, ҡышын ҡуйы һәм ҡабарынҡы, төҫө аҡтан һорғолт көлһыуға тиклем. Башы ҙур, ҡолағы тура, бер‑береһенән алыҫ урынлашҡан, мороно оҙонса....

БҮРЕ ЕЛӘГЕ

БҮРЕ ЕЛӘГЕ, бүре ҡурызы (Daphne), бүре еләге ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай Б.е., йәки бүре йүкәһе үҫә. 40—70, һирәгерәк 150 см бейеклектәге ҡыуаҡ. Үрендеһенең аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ, аҙ тармаҡлы; ҡайырыһы һарғылт...

БҮРЕ КУЛЬТЫ

БҮРЕ КУЛЬТЫ, кеше м-н бүре араһында билдәле бер туғанлыҡ бар тип иҫәпләүгә, уның ҡөҙрәтле көсөнә инаныуға (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Бүре башҡорттарҙа айырыуса хөрмәт ителгән хайуандарҙың береһе һанала; был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, хөрәфәттәре һәм йолаларында сағылыш тапҡан. Легендаларҙа...

БҮРЕ МУЙЫЛЫ

БҮРЕ МУЙЫЛЫ (Rhamnus), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда эскитәргес Б.м. үҫә. Күп тармаҡлы ҡыуаҡ йәки 2—5 м бейеклектәге ағас, ике өйлө үҫемлек. Ботағы сәнскеле. Япрағы ябай,...

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Баҡыр колчеданы мәғдәндәрен табыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, бер ыңғайҙан алтын һәм көмөш сығарыуҙы тормошҡа ашыра. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. Составы: Октябрьский ер аҫты руднигы (1976 й. алып файҙаланыла), байыҡтырыу ф‑каһы (1936 й. нигеҙләнгән), энергетика, автотранспорт,...

БҮРЕБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

БҮРЕБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Бүребай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 444 кеше; 1920 — 464; 1939 — 612; 1959 — 4699; 1989 — 4295; 2002 — 4452; 2010 — 4553 кеше. Башҡорттар,...

БҮРЕК

БҮРЕК, кәпәс, башҡорттарҙың тиренән тегелгән традицион баш кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Б. булған. Ирҙәр Б. бесеү варианттары: 4 ҡыйыҡтан, йөйлө 2 оҙонса ярым түңәрәктән йәки осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан һәм түңәрәк өҫлөктән. Ҡатын‑ҡыҙ Б. осо киҫелгән 4 ҡыйыҡтан һәм түңәрәк өҫлөктән тегелгән. Ирҙәр Б., нигеҙҙә,...

БҮРЕКБАШ

БҮРЕКБАШ (Morchella), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк төрө. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда осло Б. һәм ябай Б. үҫә. Эшләпәһенең диаметры 10 см тиклем; осло Б. эшләпәһе ҡыуыш, конус формаһында, өҫкө яғы селтәр һымаҡ йыйырсыҡлы, ҡырҙары һабы м‑н ҡушылып...

БҮРЕҠАҘҒАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БҮРЕҠАҘҒАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Бүреҡаҙған й. (Ҡуғанаҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1765 кеше; 1920 — 2204; 1939 — 1645; 1959 — 1418; 1989 — 771; 2002 — 840; 2010 — 799 кеше. Татарҙар...

БҮТӘГӘ

БҮТӘГӘ, һолобаш (Festuca), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик бүлкәт тауҙарында таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Оҙон йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, 20—160 см бейеклектә. Япрағы ҡыяҡ,...