Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЗИЛЕВ Иван Васильевич

БАЗИЛЕВ Иван Васильевич (30.5.1800, Пенза ҡ. — 3.12.1873, Өфө), педагог. Статский советник. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1819) Ҡазан һәм Сембер гимназияларында уҡыта. 1831—58 йй. Ырымбур губ. халыҡ уч‑щеһы дир., ш. уҡ ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Б. етәкс. Бөрө, Боғорослан, Урал ҡҡ....

БАЗИДИОМИЦЕТТАР

БАЗИДИОМИЦЕТТАР, базидиялы бәшмәктәр (Basidiomycetes), бәшмәктәр класы. 18 тәртибе, 30‑ҙан ашыу төрө (БР‑ҙа яҡынса 10 тәртибе, бер нисә мең төрө) билдәле, киң таралған. Махсус енси үрсеү ағзалары — базидиоспоралар барлыҡҡа килтереүсе базидияларҙың булыуы Б. төп билдәһе булып тора. Базидиялар емешлек...

БАЗАНОВА Серафима Владимировна

БАЗАНОВА Серафима Владимировна [26.12.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ляхов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 5.1.1994, Өфө], терапевт. Мед. ф. д‑ры (1964), проф. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР‑ҙың Саҡмағош һәм Бүздәк р‑ндарында,...

БАЗАЛЬТ, тау тоҡомо

БАЗАЛЬТ (лат. basaltes), магмалы тау тоҡомо, габброның эффузив аналогы. Һелте составлы плагиоклаздан, моноклинлы пироксендан һәм магнетит, ильменит, апатит, оливин, вулкан быялаһы ҡушылмаларынан тора. Структураһы тығыҙ йәки ваҡ бөртөклө, йыш ҡына порфирлы, текстураһы күҙәнәкле; Б. йыш ҡына бүкән нигеҙле...

БАЖОВ Павел Петрович

БАЖОВ Павел Петрович (15.1.1879, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Сысәрт Заводы ҡсб, хәҙ. Сысәрт ҡ., — 3.12.1950, Мәскәү, Свердловск ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Б. ижадының төп жанры — хикәйәләр, уларҙа төп тема — ижади хеҙмәт, кеше бәхете һәм намыҫы. Әҫәрҙәренең төп геройҙары булып халыҡ оҫталары сығыш яһай [“Таш...

БАЖЕНОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

БАЖЕНОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Баженовка й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 570; 1939 — 747; 1959 — 398; 1989 — 537; 2002 — 558; 2010 — 569 кеше. Мариҙар, урыҫтар...

БАЖЕНОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

БАЖЕНОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Баженов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 147 кеше; 1920 — 267; 1939 — 434; 1959 — 270; 1989 — 1092; 2002 — 1191; 2010 — 1120 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

БАЖАТ

БАЖАТ (Poa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бушаҡ кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ (бер йыллыҡ Б. башҡа) үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—150 см тиклем....

БАЖАНОВ Олег Сергеевич

БАЖАНОВ Олег Сергеевич (13.4.1968, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2004). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). Волгоград сәнғәт уч‑щеһын (1987; К.М.Дубинин курсы), Ырымбур пед. ун‑тын (2008) тамамлаған. 1985 й. алып — Волгоград, Красноярск, Минск ҡҡ. театрҙары, 1994 й. — Ырымбур драма театры,...

БАЖАЙКИН Станислав Георгиевич

БАЖАЙКИН Станислав Георгиевич (9.1.1944, Амур өлк. Завитая ҡсб), механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1983 й. алып лаб. мөдире, 1993 й. — бүлек мөдире, 2002 й. — ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үҙәктән ҡыуыусы һәм винтлы...

БАҘЫТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

БАҘЫТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1033 кеше; 1920 — 1139; 1939 — 1066; 1959 — 965; 1989 — 728; 2002 — 718; 2010 — 666 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

БАҘЫҠОВ Рәшит Ғәзиз улы

БАҘЫҠОВ Рәшит Ғәзиз улы (20.07.1932, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Митрәй‑Әйүп а.), онколог. Мед. ф. д‑ры (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Туймазы р‑нының Ҡандра участка дауаханаһында эшләй. 1960 й. алып Респ....

БАҘЫҠОВ Рәйеф Карам улы

БАҘЫҠОВ Рәйеф Карам улы (25.1.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Исламбаҡты а.), фоторәссам. РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1985), Фоторәссамдар союзы (1991) ағзаһы. 1963 й. алып 3‑сө төҙөлөш тресында (Өфө) эшләй, 1980 й. — “Вечерняя Уфа” гәз., 1983 й. — “Республика...

БАҘЫҠАЙ

БАҘЫҠАЙ (Epipactis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Оҙон, йәйелеүсән йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары оҙонса йәки ҡыяҡ формаһында,...

БАҘЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл

БАҘЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Борон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Баҙыҡ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 669 кеше; 1920 — 873; 1939 — 714; 1959 — 461; 1989 — 282; 2002 — 238; 2010 — 206 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

БАҘЫ, йылға

БАҘЫ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Шаран р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Көньяҡтан төньяҡҡа табан Шаран, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө р‑ндары буйлап аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 110 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 123 км, басс. майҙаны 1590 км2, дөйөм түбәнәйеүе 150 м. Башлыса...

БАҘЫ‑ҠУЯН, Илеш р‑нындағы ауыл

БАҘЫ‑ҠУЯН, Ҡуян, Илеш р‑нындағы ауыл, Дөмәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Читкурго й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 779; 1939 — 607; 1959 — 418; 1989 — 154; 2002 — 133; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАҘЛЫҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

БАҘЛЫҠ, Послок, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Баҙлыҡ й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1730 кеше; 1920 — 2017; 1939 — 878; 1959 — 1251; 1989 — 1049; 2002 — 1023; 2010 — 916 кеше. Сыуаштар...

БАҘҒЫЯ, Шаран р‑нындағы ауыл

БАҘҒЫЯ, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Баҙғыя й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 663 кеше; 1920 — 862; 1939 — 899; 1959 — 735; 1989 — 456; 2002 — 490; 2010 — 465 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

БАҘАРҘАР

БАҘАРҘАР, хеҙмәт күрһәтеү, тауар һәм ресурстар м‑н алмашыуға бәйле баҙар мөнәсәбәттәрен тормошҡа ашырыу сфераһы. Хосуси милекселәр тейешле Б. аша фирмаларға иҡт. ресурстарын (хеҙмәт, капитал, сеймал һ.б.) һата; етештереүселәр һатып алынған ресурстарҙы тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе ойоштороу...