Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОРУГОВА Татьяна Вячеславовна

МОРУГОВА Татьяна Вячеславовна (30.4.1953, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001). Д.Н. Лазареваның ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһында, 1984 й. алып БДМУ‑ла эшләй (1999 й. башлап эндокринология каф. мөдире). Фәнни...

МОРФЕМИКА

МОРФЕМИКА, һүҙҙең иң бәләкәй мәғәнәүи берәмеге булған морфемалар йыйылмаһы; морфемаларҙың типтарын һәм төҙөлөшөн, уларҙың бер- береһенә һәм һүҙгә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Морфема телмәрҙә бер йәки бер нисә төр морфтар (алломорфтар) — һүҙ формаһының иң бәләкәй мәғәнә берәмеге рәүешендә...

МОРФОЛОГИЯ

МОРФОЛОГИЯ (гр. morphеј — форма һәм ...логия) б и о л о г и я л а: материя ойошторолоуҙың төрлө кимәлендәге (организм, ағза, туҡыма, күҙәнәк һәм субкүҙәнәк) кеше, хайуандар һәм үҫемлектәр формаһы, төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Анатомия, гистология, эмбриология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Төп ысулдары...

МОРФОЛОГИЯ лингвистикала

МОРФОЛОГИЯ л и н г в и с т и к а л а, 1) һүҙ формаларының төҙөлөшөн һәм уларҙы төшөнөүҙе тәьмин иткән тел механизмдары системаһы; 2) грамматика бүлеге; ошо системаныңүҙ функцияһын башҡарыуы һәм үҫеше законлыҡтарын өйрәнә. Лексиканың һәм грамматиканың берәмеге булараҡһүҙ М. төп предметы булып тора. Үҙгәреүсе,...

МОРФОНОЛОГИЯ

МОРФОНОЛОГИЯ, ф о н о м о р ф о л о г и я, үҙ‑ара һүҙ үҙгәреше, форма яһалышы һәм һүҙьяһалышы процесында йоғонто яһағанда төрлө типтағы морфемаларҙың (ҡара: Морфемика) фонологик төҙөлөшөн өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. М. төп берәмеге — морфонемалар, улар һүҙҙең морфемик төҙөлөшөнә бәйле бер-береһен алмаштыра...

МОРЯКОВ Юрий Петрович

МОРЯКОВ Юрий Петрович (27.2.1937, Өфө ҡ. — 2.3.1997, БР‑ҙың Баймаҡ районы Йылайыр совхозының Үҙәк усадьбаһы а., хәҙер шул уҡ райондың Урғаҙа а.), агроном. РФ‑тың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Баймаҡ районында эшләй:...

МОСИЕВИЧ Борис Михайлович

МОСИЕВИЧ Борис Михайлович (21.5.1921, Украина ССР‑ы Коростень ҡ. — 28.3.1981, Калининград ҡ., Өфөлә ерләнгән), тренер. Ауыр атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Физик культура һәм спорт эштәре...

МОСКВИН Кирилл Леонидович

МОСКВИН Кирилл Леонидович (4.1.1972, Өфө), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). ӨДАТУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Э.Н.Нурмөхәмәтов, Р.С. Саяпов, В.Д.Чистонов). Донъя (1997, 2000), БДБ Универсиадаһы...

МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ

МОСОЛМАН БАЙРАМДАРЫ, мосолман календарының әһәмиәтле көндәре (ҡара: Һижрәт). М.б. Ҡорбанбайрамы; Ураҙабайрамы; Мәүлит — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө (датаһы билдәһеҙ булғанлыҡтан, вафат булыу көнөнә тура килтерелгән, Рабиғел әү‑үәл айының 12‑се көнө); Рағаиб (Рәжәп айының тәүге йомаһы) — пәйғәмбәрҙең...

МОСОЛМАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

МОСОЛМАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, башлыса дини йөкмәткеле баҫмалар. “Донъя үә мәғишәт” (“Донъя һәм тормош”), журнал. Нәшер итеүселәре: М.Дәүләтшин, Ш.Шәфиғуллин, М.-В.Ә.Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйе‑ новтар). 1906—07 йй. Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. “Кәримов, Хөсәйенов һәм Ко” ширҡәте типографияһында...

МОСОЛМАН ЗЫЯРАТЫ

МОСОЛМАН ЗЫЯРАТЫ. Өфөнөң көнбайыш өлөшөндә Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 19 б. 30‑сы йй. асылған, тип фараз ителә. 2012 й. тарихи‑мемориаль зыяратҡа әүерелә. Үҙәк тарих архивының Өфө губерна идараһы фондында “Өфө ҡалаһында расколсылар һәм мосолман зыяраттарын булдырыу тураһында” тигән эш һаҡлана,...

МОСОЛМАН ЙОЛАЛАРЫ

МОСОЛМАН ЙОЛАЛАРЫ, исламдағы традицион йолалар. М.й. иң мөһимдәре — намаҙ, рамаҙан айындағы 30 көнлөк ураҙа (ҡара: Ураҙа байрам), хаж. М.й. исем ҡушыу, никах, ерләү йолалары, сөннәткә ултыртыу һ.б. инә. М.й. Ҡөрьән сүрәләре уҡып башҡарыла. Әҙәб.: С у л т а н г а р е е в а Р.А. Жизнь человека в обряде...

МОСОЛМАН КАЛЛИГРАФИЯҺЫ

МОСОЛМАН КАЛЛИГРАФИЯҺЫ, биҙәү сәнғәтенең бер төрө; ул башҡорттарҙың художестволы мәҙәниәтендә ислам таралғандан һуң барлыҡҡа килә. Башҡортостанда М.к. ҡулъяҙма китаптарҙа (ш. иҫ. Ҡөрьәндә), шәжәрәләрҙә, шамаилдарҙа ҡулланыла. М.к. өлгөләре ш. уҡ бинаның фасадтары һәм интерьерҙары (ҡара: Килем мәсете,...

МОСОЛМАН ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ОЙОШМАҺЫ

МОСОЛМАН ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ОЙОШМАҺЫ, мосолман ҡатын‑ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың белем алыуына булышлыҡ итеү, ҡатын‑ҡыҙ мәктәптәренә ярҙам күрһәтеү һ.б. өсөн Өфөлә ойошторолған мәҙәни‑ағартыу һәм хәйриә ойошмаһы. 1907 й. 12 дек. Ф.М.Басимова, С.С.Йәнтүрина, Г.С.Камалетдинова, М.Т.Солтанова, С.М.Солтанова,...

МОСОЛМАН РЕФОРМАТОРЛЫҒЫ

МОСОЛМАН РЕФОРМАТОРЛЫҒЫ, Урал‑Волга буйы ислам дине тәғлимәтендәге йүнәлеш. Исламдың дини‑фәлс. һәм хоҡуҡи нормаларын (ҡара: Фикһ) яңы соц.‑иҡт. шарттарға яраҡлаштырыуҙан ғибәрәт. 18— 19 бб. сигендә М.р. исламдың фундаменталь принциптарын тергеҙеү идеяһы рәүешендә үҫеш ала, ижтиһад (шәхестең рухи азатлығын...

МОСОЛМАН РУХАНИҘАРЫ

МОСОЛМАН РУХАНИҘАРЫ, ислам дине әһелдәре, дини йолаларҙы һәм хеҙмәттәрҙе башҡарыусылар. Терминға шартлылыҡ хас. Башҡортостан М.р. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты һәм Диниә назараты ҡарамағында була. М.р. исламдың сөнни ағымының (ҡара: Сөнниселек) төрки ҡәбиләләре донъяһына үтеп инеүе һәм таралыуы...

МОСОЛМАН СЪЕЗДАРЫ

МОСОЛМАН СЪЕЗДАРЫ, Рәсәйҙә ислам динен тотҡан халыҡтарҙың үҙ эштәренә үҙ аллы идара итеү идеяларын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелә. 1‑се Бөтә Рәсәй М.с. Мәскәүҙә 1917 й. 1—11 майында үтә. Съезд эшендә 800‑гә яҡын делегат ҡатнаша. Дәүләт ҡоролошо т‑да резолюциялар ҡабул ителә. Уға ярашлы, Рәсәй...

МОСОЛМАН ХӘРБИ ШУРАҺЫ

МОСОЛМАН ХӘРБИ ШУРАҺЫ, Б ө т ә Р ә с ә й  м о с о л м а н  х ә р б и  ш у р а һ ы, Х ә р б и  ш у р а, Рәсәй армияһында мосолмандарҙың үҙидара органы. 1917 й. 19 июлендә Ҡазан ҡ. үткән 1‑се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезында (ҡара: Мосолман съездары) армияла мосолман һалдаттарын айырым частарға күсереү...

МОСОЛМАН ХӘРБИ-РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

МОСОЛМАН ХӘРБИ-РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, Ы р ы м б у р  г у б е р н а  м о с о л м а н  х ә р б и - р е в о л ю ц и о н  к о м и т е т ы, 1918 й. 15 февр. Ырымбур ҡ. Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты ярҙамында ойошторола. Уның составына эшселәр ойошмаларынан, Ырымбур мосолман хәрби ком‑тынан, большевиктарҙан...

МОСОЛМАНДАР АРАҺЫНДА ГРАЖДАНЛЫҠ ИДЕЯЛАРЫН ТАРАТЫУ КОМИТЕТЫ

МОСОЛМАНДАР АРАҺЫНДА ГРАЖДАНЛЫҠ ИДЕЯЛАРЫН ТАРАТЫУ КОМИТЕТЫ, 1917 й. 3 мартында Өфө ҡ. мосолман халҡы араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу бюроһы булараҡ ойошторола, 9 мартта комитет итеп үҙгәртелә. Өфөлә идараһы (15 кеше) һәм Өфө губернаһының өйәҙ үҙәктәрендә бүлексәләре була. Бөтә Рәсәй Ойоштороу...