Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСТАХОВА Ирина Николаевна

АСТАХОВА Ирина Николаевна (29.8.1959, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Өфөлә эшләй: 13‑сө дауахананың 2‑се поликлиникаһында, 1992 й. алып ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында, 2006 й. — Мануаль терапия үҙәгендә. Фәнни тикшеренеүҙәре шәкәр диабеты, тире һәм йомшаҡ тән туҡымаларының...

АСТЕРОИДТАР

АСТЕРОИДТАР (гр. аsteroeidés — йондоҙ һымаҡтар), бәләкәй планеталар, Ҡояш системаһының космик есемдәре, уларҙың күпселеге Марс м‑н Юпитер орбиталары араһында хәрәкәт итә. 20 б. аҙ. ҡарай 7 меңдән ашыу А. 2 йәки унан күберәк оппозицияла күҙәтелгән һәм уларҙың 5 меңенең орбита элементтары билдәләнгән....

АСТРА

АСТРА, 1) (Aster), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 500‑ҙән ашыу) төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, һирәгерәк Көньяҡ Америкала, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 8—70 см. Япрағы ябай,...

АСТРА ҺЫМАҠТАР

АСТРА ҺЫМАҠТАР, ҡатмарлы сәскәлеләр (Asteraceaе йәки Compositae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 1000 заты, 20 меңдән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шары буйлап таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡ, һирәгерәк ҡыуаҡ, тәпәш ағас, лиана, йыш ҡына һөт күҙәнәктәре йәки ыҫмала юлдары бар. Башҡортостанда 58 затҡа ҡараған...

АСТРАГАЛ

АСТРАГАЛ (Astragalus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2000‑дән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, башлыса ҡоро өлкәләрҙә таралған. Башҡортостанда 28 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ярым ҡыуаҡсыҡтар, һирәгерәк ярым ҡыуаҡтар. Һабаҡтары тармаҡлы, насар...

АСТРАХАНЦЕВ Александр Александрович

АСТРАХАНЦЕВ Александр Александрович (10.8.1922, Дорогобуж ҡ. — 8.5.1986, Өфө), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1962). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1952; педагогтары А.Д.Гончаров, П.Н.Захаров) 1986 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтендә...

АСТРОНОМИЯ

АСТРОНОМИЯ (гр. ástron — йондоҙ һәм nómos — закон), күк есемдәренең һәм Ғаләмдең төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Ғәмәли А., күк механикаһына һәм астрофизикаға бүлеп йөрөтөлә. Ғәмәли А. мәғлүмәттәре календарҙар төҙөгәндә, ваҡыт хеҙмәтендә, навигацияла һ.б. ҡулланыла. Күк механикаһы тәбиғи һәм яһалма йыһан...

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы 1000—1120 кг/м3; май миҡдары 25—40%, хлороформда яҡшы...

АСФАЛЬТ

АСФАЛЬТ (гр. asphaltos — тау ыҫмалаһы), тәбиғи асфальт, мальталар һәм асфальтиттар араһында аралаш урынды биләүсе тәбиғи битумдар класы. Төҫө ҡуйы көрәндән ҡараға тиклем, ыҫмала ялтырауыҡлы һәм ҡыуыш һынылышлы. Йәбешкәк, ҡайһы берҙә ҡаты, тығыҙлығы — 1000—1120 кг/м3; май миҡдары — 25—40%, хлороформда...

АСФАЛЬТЕНДАР

АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән...

АСФАЛЬТЛЫ‑ЫҪМАЛАЛЫ МАТДӘЛӘР

АСФАЛЬТЛЫ‑ЫҪМАЛАЛЫ МАТДӘЛӘР, тәбиғи һәм техноген сығышлы олигомер системалары. Нефттәрҙә (массаһы б‑са 1—40%), тәбиғи битумдарҙа, асфальттарҙа һәм углеродлы матдәләрҙә була. Асфальтендарҙан һәм ыҫмалаларҙан (ҡара: Нефть ыҫмалалары) тора. Башҡортостан нефттәрендә А.‑ы.м. массаһы б‑са күләме 13‑тән 27%‑ҡа...

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы...

АСЫ ШАРЛАУЫҒЫ

АСЫ ШАРЛАУЫҒЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Архангел р‑ны Асы а. 0,8 км алыҫлыҡта Инйәр й. уң ярында урынлашҡан. Һыу яҡынса 8 м бейеклектәге ҡаялы һикәлтәнән ярға (яҙғы ташҡын ваҡытында — йылғаға) ағып төшә һәм ҡояшта көҙгөнө хәтерләтә. Гидрофил мүк участкалары һәм татырлы һыу ҡаяла эзбизле туф ултырыуына...

АСЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

АСЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 151 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 810 кеше; 1920 — 708; 1939 — 693; 1959 — 693; 1989 — 591; 2002 — 621; 2010 — 818 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

АСЫ, минераль һыу сығанаҡтары

АСЫ, урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нында, Тоҙйылға й. (Инйәр й. ҡушылдығы) үҙәнендә урынлашҡан. Асы а. терр‑яһын үҙ эсенә алған 2 км аралыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14‑е — минераль һыулы. Рифейҙың елмәрҙәк, ҡытау һәм инйәр свиталары тоҡомдарында (һәүерташтар,...

АСЫҒЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМ КОМИССИЯЛАРЫ

АСЫҒЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМ КОМИССИЯЛАРЫ (помголдар). 1921 й. авг. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эргәһендәге Башҡ‑н өлкә помголы (Башпомгол) һәм Өфө губерна башҡарма комитеты эргәһендәге Өфө губерна помголы (Өфө губпомголы) ярашлы рәүештә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡҡ. ойошторола. Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге...

АСЫЛЫКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ

АСЫЛЫКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк р‑ндары биләмәләрендә урынлашҡан. Майҙаны — 47,5 мең га, 37,3%‑ы урман м‑н ҡапланған. Тәбиғи парк терр‑яһында Асылыкүл, Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәге, Алға сығанағы бар. Рельефы убалы тигеҙлек. Дала кәҫле...

АСЫЛЫКҮЛ, Дим й. басс. күл

АСЫЛЫКҮЛ, Айыркүл, Ерупҡан, Ербатҡан, Ҡаратабынкүл, Дим й. басс. күл, БР‑ҙа иң ҙуры. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнсығышында Олотау, Тубылғаҡ, Оло һәм Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты армыттары араһында, Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны...

АҪ

АҪ (Mustela erminea), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 17—30 см, ауырлығы 180—200 г (ҡайһы ваҡыт 260‑ҡа тиклем). Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа, йәйен һорғолт ерән (ҡорһағы һәм тамағы аҡ), ҡышын аҡ. Башы оҙонса, йомро моронло. Кәүҙәһе һығылмалы, һуҙынҡы....

АҪАБА

АҪАБА, нәҫелдән күсә килгән ер биләү хоҡуғы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) булған община башҡорто. Рәсәй адм.‑идара итеү учреждениеларында А. ҡарата ғәҙәттә “аҫаба”, “аҫаба башҡорт” төшөнсәләре ҡулланылған. Община эсендә дөйөм ерҙәрҙе бергәләп файҙаланғандар, шәхси хужалыҡ алып барғандар (ҡара:...