Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НИКОНОВ Владимир Иванович

НИКОНОВ Владимир Иванович (21.6.1945, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Аксёнов станцияһы ҡсб), селекционер. А.х. ф. канд. (1983). БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992). БАХИ‑ны тамамлаған (1969). 1962—65 йй. һәм 1970 й. алып БНИИСХ‑ла эшләй: 1971 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1973 й. — лаб., 1988 й. — бүлек, 1997 й....

НИКУЛИЧЕВА Валентина Ивановна

НИКУЛИЧЕВА Валентина Ивановна (6.9.1936, Киселёвск ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1987). БР‑ҙың атҡ. табибы (1992). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Иглин үҙәк район дауаханаһында (1963 й. алып дауалау эше б‑са баш табип урынбаҫары), 1967—68 йй. Респ. клиник дауаханаһында...

НИМВИЦКИЙ Борис Николаевич

НИМВИЦКИЙ Борис Николаевич (26.11.1885, Эстляндия губ. Вяземберг ҡ. — 25.5.1969, Мәскәү), совет партия- дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Өфө, Ҡазан, Петроградта революция хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1907—14 йй. эмиграцияла. Февраль революцияһынан һуң Колпино, Петроград эшсе һәм...

НИМЕСЛӘР, Нуриман р‑нындағы ауыл

НИМЕСЛӘР, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Күл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ҙуркүл (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1464 кеше; 1920 — 2030; 1939 — 1797; 1959 — 1128; 1989 — 805; 2002 — 660; 2010 — 691 кеше. Татарҙар йәшәй...

НИТРАТЛАШТЫРЫУ

НИТРАТЛАШТЫРЫУ, органик берләшмәләр молекулаларына нитратлаштырыу агенттары ҡулланып NO2 нитротөркөмөн индереү. Тура Н. (водород атомын алмаштырыу), нитротөркөмдә икеләтә бәйләнешкә ҡушып алмашлы Н. (сульфо‑, диазо‑ һ.б. функциональ төркөмдәрҙе алмаштырып) айыралар. Электрофил (нитроний катионы м‑н),...

НИТРИФИКАЦИЯ

НИТРИФИКАЦИЯ (гр. niј tron — селитра, сода һәм лат. facio — эшләйем), аммонийлы берләшмәләрҙең нитрификатор-бактериялар ярҙамында нитраттарға тиклем биол. окисланыу процесы. Н. тупраҡта һәм һыу ятҡылыҡтарында бара, органик берләшмәләрҙең аммонийлашыуҙан башланған минераллашыу процесын тамамлай. Азот...

НИТРО‑ ҺӘМ НИТРОЗОБЕРЛӘШМӘЛӘР

НИТРО‑ ҺӘМ НИТРОЗОБЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаһында углерод атомы м‑н бәйләнгән бер йәки бер нисә нитро‑ йәки нитрозотөркөм булған органик берләшмәләр. Нитроалкандар — төҫһөҙ, һыуҙа насар эрегән шыйыҡсалар, 2 таутомер формала була, наркотик тәьҫире бар, тын алыу юлдарын һәм күҙҙе ярһыта, дөйөм йоғонтоло ағыуҙарға...

НИТРОФИЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР

НИТРОФИЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР, нитраттарға бай булған тупраҡта үҫкән үҫемлектәр. Бер (алабута, ҡара алабута һ.б.) йәки күп (кесерткән, сөйәл үләне һ.б.) йыллыҡ үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ (ҡурай еләге) йәки бейек булмаған ағас (мәрүәр) һәм лианалар (ҡомалаҡ). Н.ү. башлыса фитоценоздарҙың тергеҙеүсе сукцессияһының...

НИФАНТОВ Иван Перфирьевич

НИФАНТОВ Иван Перфирьевич (27.10.1904, Пермь губ. Түб. Тюлька а. — 25.3.1991, Октябрьский ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1969). Әзербайжан нефть сәнәғәт акад. тамамлаған (Баҡы, 1937). 1921 й. алып Пермь ҡ., 1930—33 йй. “Востокнефть” тресында (Свердловск ҡ.) эшләгән; 1938 й. башлап Вожгалы...

НИФОНТ

НИФОНТ (донъяуи исеме Сапожков Александр Андреевич; 3.8.1882 – 7.10.1951, Житомир ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан епискобы (1948—50). Дини тәғлимәт канд. (1906). Монахлыҡ ҡабул иткән (1946). Киев дини акад. тамамлаған (1906). 1912—42 йй. Украина мәктәптәрендә уҡытыусы, 1946 й. алып Киев епархияһының...

НИЧКОВ Андрей Александрович

НИЧКОВ Андрей Александрович (6.12.1961, Первоуральск ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1996). Урал дәүләт ун‑тын (Свердловск ҡ., 1984) тамамлаған. 1993 й. башлап “Известия Башкортостана” гәз. хәбәрсеһе, 1994 й. – бүлек мөдире, 1999—2010 йй. “Молодёжная газета” гәз. бүлек мөдире, бер үк ваҡытта...

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы

НИЯЗБАЕВ Ғәбделрәүеф Хәким улы [1884, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., – 18.4.1920, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантоны Яманһары а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], драматург. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә...

НИЯЗҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

НИЯЗҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 235 кеше; 1920 — 155; 1939 — 136; 1959 — 230; 1989 — 181; 2002 — 186; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы...

НИЯЗҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

НИЯЗҒОЛ, Ҡ у й т а п ҡ а н, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 269 кеше; 1920 – 299; 1939 – 195; 1959 – 213; 1989 – 148; 2002 – 144;...

НОВАЯ БУРМА

НОВАЯ БУРМА (Яңы Борма), деревня в составе Аскинского сельсовета. Расположена на реке Тюй, в 8 км к северо-востоку от райцентра и в 122 км к юго-востоку от железнодорожной станции Куеда (Пермский край). Основана жителями деревни Старая Бурма, известна с середины 19 века. В 1865 в 52 дворах проживало...

НОВЕЛЛА, сәсмә әҫәр жанры

НОВЕЛЛА (итал. novella – яңылыҡ), күләме б‑са хикәйәгә тиң, әммә унан йыш ҡына ғәҙәти булмаған сюжеты, композицияһының ыҡсым булыуы һәм тасуирлауға иғтибар бирелмәүе, финалының көтөлмәгәнлек эффектына ҡоролоуы м‑н айырылып торған сәсмә әҫәр жанры. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше 20 б. урталарына ҡарай...

НОВИКОВ Александр Григорьевич

НОВИКОВ Александр Григорьевич (11.10.1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Ярославский а., хәҙ. БР‑ҙың Дыуан р‑ны Ярославка а., — 31.7.2002, Златоуст ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). 1932—36 йй. һәм 1940—75 йй. Златоуст металлургия з‑дында эшләгән: эшсе, 1936 й. крансы, домна күтәргесе машинисы ярҙамсыһы, 1940...

НОВИКОВ Валентин Аполлонович

НОВИКОВ Валентин Аполлонович (1837—1880, Өфө), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Новиковтар нәҫеленән. 1861 й. Өфө өйәҙенең мировой аралашсыһы, 1862 й. алып Өфө өйәҙе һәм Златоуст өйәҙе дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ) башлығы, 1871—80 йй. Өфө губ. дворяндары башлығы. Н. 1861 й. 19 февр. сыҡҡан “Крепостной бойондороҡлоҡтан...

НОВИКОВ Михаил Николаевич

НОВИКОВ Михаил Николаевич (5.5. 1941, Ташкент), кинооператор. Кинематографсылар союзы (1998), Фоторәссамдар союзы (2000) ағзаһы. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1974; В.В.Монахов оҫтаханаһы). 1960 й. алып Омск ТВ студияһы кинооператоры ассистенты, 1971 й. — Свердловск к/ст кинооператоры,...

НОВИКОВ Олег Валерьянович

НОВИКОВ Олег Валерьянович (16.1. 1939, Стәрлетамаҡ ҡ. – 6.2.1990, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1974). Новосибирск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) 1990 й. тиклем Башҡ‑н нефть ғилми тикшеренеү hәм проект ин‑тының өлкән архитекторы, төркөм...