Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘҘИҒОТ ТЕМӘСОВ

ӘҘИҒОТ ТЕМӘСОВ (1719—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) башҡорто. Мәҙрәсә тамамлаған. Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһында һәм Екатеринбург ҡ. сауҙа итә. 1774 й. ғин. Әбдей Абдуллов отрядына ҡушыла....

ӘЖӘК, Борай р‑нындағы ауыл

ӘЖӘК, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Әжәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1000 кеше; 1920 — 974, 1939 — 792; 1959 — 528; 1989 — 330; 2002 — 322; 2010 — 267 кеше. Татарҙар йәшәй...

ӘЖЕКӘЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ӘЖЕКӘЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Ыҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 99 км алыҫлыҡта Аҡа й. (Әй й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1129 кеше; 1920 — 1246; 1939 — 752; 1959 — 824; 1989 — 719; 2002 — 750; 2010 — 684...

ӘЗЕКӘЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

ӘЗЕКӘЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Белорет т. юл ст. Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Боғанаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 321 кеше; 1920 — 367; 1939 — 315; 1959 — 319; 1989 — 320; 2002 —...

ӘЗЕРБАЙЖАН

ӘЗЕРБАЙЖАН, Ә з е р б а й ж а н Р е с п у б л и к а һ ы, Кавказ аръяғының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 86,6 мең км2. Баш ҡалаһы – Баҡы. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 8,2 млн кеше (2009), 91,6%‑ы — әзербайжандар; 1989 й. 580 башҡорт йәшәгән. Рәсми тел – әзербайжан теле. Диндарҙар...

ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ

ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ‑көнбайыш, йәки уғыҙ төркөмө). Әзербайжандарҙың милли теле, Әзербайжандың дәүләт теле. Шулай уҡ Грузияла, Әрмән­станда, Иранда, Иракта, Төркиәлә таралған. 2002 й. БР‑ҙа Ә.т. һөйләшеүселәр һаны 5 меңдән ашыу кеше тәшкил иткән. Ҡайһы бер грамматик һәм лексик...

ӘЗМӘТ ҠӘБЕРЛЕГЕ I, археологик ҡомартҡыһы

ӘЗМӘТ ҠӘБЕРЛЕГЕ I, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 13—15 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Әзмәт а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1971 й. асылған, 1975—76 йй. һәм 1979 й. СССР ФА Ҡазан филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тының Иртә болғар археологик экспедицияһы (етәксеһе...

ӘЗМӘТОВ Хәсән Әхмәтзыя улы

ӘЗМӘТОВ Хәсән Әхмәтзыя улы (2.10.1939, БАССР-ҙың Илеш р-ны Иләкшиҙе а.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2003). РФ‑тың (1998) һәм БАССР-ҙың (1987) атҡ. уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1969). 1960 й. алып Шкапов газ‑бензин з-дында, 1964 й....

ӘЗРӘҠӘ

ӘЗРӘҠӘ (ғәр. ҡәбәхәт, алдаҡсы, мәңгелек дошман), башҡорт мифологияһында яуыз иблес. “Урал батыр” эпосы персонажы. Һыу һәм ер аҫты донъяһының дейеүҙәр батшаһы, тыл­сымлы Йәншишмә хужаһы. Кешеләрҙе буйһондороу һәм ерҙә хакимлыҡ итеү өсөн Ә. Самрау батшанан Һомай ҡошто, Аҡбуҙатты һәм тылсымлы алмас ҡылысты...

ӘЙ, йылға

ӘЙ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Уранғы (Силәбе өлк.) һәм Әүәләк һырттары араһында урынлашҡан Клюквенный һаҙлығынан башлана. Үрге ағымында Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. БР‑ҙа Ҡыйғы, Салауат, Дыуан, Мәсетле р‑ндары аша көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа йүнәлеш...

ӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл

ӘЙ, Салауат р‑нындағы ауыл, Торналы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Ишмән й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы:1939 й. –244 кеше; 1959 – 443; 1989 – 359; 2002 – 278; 2010 – 207 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ӘЙЛӘНЕШТӘГЕ АҠСАЛАР

ӘЙЛӘНЕШТӘГЕ АҠСАЛАР, әй ләнештәге активтар, предприятие тарафынан һәр бер операция циклы ваҡытында (сеймал һәм материал һатып алыуҙан алып әҙер продукцияны һатҡандан һуң килгән аҡсаның инеүенә тиклемге осор) үҙенең ағымдағы эшмәкәрлегенә инвестицияланған аҡсалар. Ә.а. әйләнештәге производство фондтарына...

ӘЙЛЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ

“ӘЙЛЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Т.Ялсығол тарафынан төҙөлгән, уның “Тарихнамә‑и болғар” (ҡара: Тарихнамә) хеҙмәтенә ингән. Урал‑Волга буйы төрки телендәнарратив формала яҙылған, әҫәргә мифтар, легендалар һәм риүәйәттәр индерелгән. Әйле ырыуын башлап ебәреүселәрҙең генеалогияһы...

ӘЙЛЕ, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе

ӘЙЛЕ (әй, әйҙе), 1) башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе. Дыуан, көҙәй, ҡошсо, мырҙалар, өпәй, һыҙғы, Ә. ҡәбиләләрен үҙ эсенә алған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17— 19 бб. төп таралыу терр‑ялары – Йүрүҙән, Ләмәҙ, Өфө, Эҫем, Әй йй. үҙәндәре. 18 б. ҡәбиләләр традиция б‑са берләшкән; айырым аҫаба ерҙәр...

ӘЙТЕМ

ӘЙТЕМ, әйберҙәрҙең асылын, ниндәй ҙә булһа бер тормош күренешен үткер һәм образлы итеп тасуирлаған һүҙбәйләнеш. Ғәҙәти ситуацияларҙа ҡулланылһа ла, Ә. айырым бер осраҡҡа ҡарата ғына мөнәсәбәт белдереү бар. Мәҡәл кеүек үк, Ә. үҙенең тәғәйен сағылышын телмәр контексында таба, йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла,...

ӘЙТЕШ, башҡорт фольклоры жанры

ӘЙТЕШ, башҡорт фольклоры жанры, нәфис һүҙ оҫталарының шиғри, һирәгерәк сәсмә импровизация сәнғәтендә ярыш‑диалогы. Ғәҙәттә йыйындарҙа, халыҡ тантаналарында думбы­раға ҡушылып башҡарыла. Ә. күбеһенә кинәйә хас. Ә. шиғри формаһы байтаҡ эпостарҙа һәм ҡобайырҙарҙа осрай, мәҫ., Нәркәс һәм Һәүбән (“Аҡбуҙат”),...

ӘЙТЕШМӘК

ӘЙТЕШМӘК, һ а н а ш м а ҡ, фольклор жанры, ритмға һәм рифмаға һалынған шиғыр. Борон Ә. община ағзалары араһында хеҙмәтте бүлгәндә шартлы кинәйәле телмәрҙә (мәҫ., һунарҙа) һ.б. файҙаланылған. Сюжетлы Ә., Ә.‑диалог, Ә.‑иҫәп һ.б. төрҙәргә бүленә. Балалар фольклорында һаҡланған, уйынды алып барыусыны билдәләгәндә...

ӘЙҮКӘ, Ҡалмыҡ ханлығы ханы

ӘЙҮКӘ (1642—1724), Ҡалмыҡ ханлығы ханы (1672 й. алып). Ҡалмыҡ ханы Мончактың (Мунчак) өлкән улы. Атаһының Рәсәй м‑н яҡынлашыу сәйәсәтен дауам итә: 1667 й. тоғролоҡҡа ант бирә. 17 б. һуңғы сирегендә Ҡырым ханлығына, Кесе Нуғайға (ҡара: Нуғай Урҙаһы), башҡорттарға, Себер татарҙарына һ.б. хәрби походтар...

ӘЙҮПОВ Вадим Рәмил улы

ӘЙҮПОВ Вадим Рәмил улы (13.10. 1974,Өфө),спортсы.Фехтование б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). Р.И.Әйүповтың улы. Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). “Локомотив” ДСО‑һы һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Әйүпов). Шәхси...

ӘЙҮПОВ Мансур Әнүәр улы

ӘЙҮПОВ Мансур Әнүәр улы (8.7. 1947, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Исмәғил а.), политолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), сәйәсәт ф. д‑ры (2004), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). БДУ‑ны (1973), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1978) тамамлаған. 1979 й. алып КПСС Башҡ‑н өлкә...