Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САҒЫШТЫРМА ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

САҒЫШТЫРМА ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, к о н т р а с т и в л и н г в и с т и к а, к о н ф р о н т а т и в л и н г в и с т и к а, дөйөм тел ғилеме тикшеренеүҙәренең йүнәлеше. С.т.ғ. төп маҡсаты — тел системаһының бөтә кимәлдәрендә: фонологик, лексик, морфемалы һүҙьяһалыш, морфол. һәм синтаксик оҡшашлыҡтарын һәм айырымлыҡтарын...

САЛАР ТЕЛЕ

САЛАР ТЕЛЕ, уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Саларҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың ҡайһы бер көнбайыш райондарында (башлыса Цинхай провинцияһының Сюньхуа‑Салар автономиялы өйәҙендә) таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 90 меңгә яҡын кеше (1992). Төрөкмән теленә яҡын. Салгур ҡәбиләләре теленә (11...

СЕМАСИОЛОГИЯ

СЕМАСИОЛОГИЯ (гр. sēmasia — мәғәнә һәм ...логия), тел ғилеменең семантиканы (һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһе), уларҙың типологияһын, төҙөлөшөн, үҫеш законлылыҡтарын һ.б. өйрәнгән бүлеге. Аңлатмалы һүҙлектәр төҙөгәндә һүҙҙең мәғәнә төҙөлөшөн теүәл һәм тулы яҡтыртыу башҡорт теле С. мөһим бурысы булып...

СИНГАРМОНИЗМ

СИНГАРМОНИЗМ (гр. syјn — бергә һәм harmonía — ярашыу), морфонология күренештәренең береһе, һүҙҙәге һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең бер төрлө яңғырашы. Күберәк агглютинатив телдәргә хас; флектив телдәрҙә һүҙ баҫымы булып, һүҙ компоненттарының бүленмәүен, уларҙың бөтөнлөгөн һәм айырымлығын тәьмин итә. С....

СИНОНИМДАР

СИНОНИМДАР (гр. synōnymos — бер исемдәге), мәғәнәләре тулыһынса тап килгән йәки бер‑береһенә бик яҡын булған, бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр. С. мәғәнәһен сағыштырыу өсөн һүҙҙең лексик‑семантик варианты алына; күп мәғәнәле һүҙ бер нисә синонимик рәткә (парадигма) инергә мөмкин. Һәр бер синонимик...

СОЦИОЛИНГВИСТИКА

СОЦИОЛИНГВИСТИКА, телдең соц. тәбиғәтен, уның ижт. функцияларын, соц. факторҙарҙың телгә йоғонто яһау механизмын һ.б. өйрәнгән фәнни дисциплина. Социол., психология һәм этнография м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Төп өйрәнеү предметы — телдәрҙең ҡулланылыу шарттары. БР ғалимдары тарафынан С. б‑са тикшеренеүҙәр...

СТИЛИСТИКА

СТИЛИСТИКА, әҙәби телдә, уның төрлө аралашыу шарттарында функциональ ҡатламдарға тарҡалыуына ярашлы, тел берәмектәре һәм категорияларының йәшәп килеүен йәки ҡулланыу алымдарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге, ш. уҡ әҙәби телдең хәҙ. торошо һәм диахронияһында функциональ‑стиль системаһы, йәки “стилдәр системаһы”....

СЫУАШ ТЕЛЕ

СЫУАШ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө). Сыуашстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Һамар, Ульяновск өлк. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 1 млн 300 меңдән ашыу кеше; БР‑ҙа 98 меңдән күберәк кеше С.т. белә, ш. иҫ. 91 меңдән ашыу сыуаштар (2002)....