Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ

САУЫҘ ТОРАЛАРЫ, һуң неолит— энеолит дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡылар. Краснокама р‑ны Сауыҙ а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Сауыҙ күле буйында урынлашҡандар. 1954 й. И.К.Голунова һәм В.И.Забелина тарафынан асыла, 1955—56 йй. О.Н.Бадер, 1962—63 йй. Г.Н.Матюшин, 1980—81 йй. А.А.Выборнов, Г.Т.Обыдённова,...

СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ

СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов, 1983 й. Б.Б.Агеев һәм В.Н.Васильев, 1989 й....

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ

СИБАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Прохоровка (иртә Сармат) мәҙәниәте (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡылары. С.ҡ.I б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. Сибай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡандар. 1965 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1995—96 йй. В.Н.Васильев тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—20...

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ

СИНЕГЛАЗОВ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э. 9—10 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе ҡ. 15 км алыҫлыҡта Синеглазов күленең көньяҡ‑көнбайыш ярында урынлашҡан. С.А.Гатцук һәм Н.К.Минко тарафынан 1906 й. асыла һәм 1908—09 йй. өйрәнелә, 1959 й. В.С.Стоколос тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 10—15 м, бейеклеге 0,5 м) ҡәберлектәргә...

СӨН ТОРАЛАРЫ

СӨН ТОРАЛАРЫ, б.э.т. 10‑сы мең йыллыҡ уртаһы — 7‑се мең йыллыҡ аҙ. археологик ҡомартҡыһы. А.В.Коновалов тарафынан асыла, 1965— 67 йй. Г.Н.Матюшин өйрәнә. С.т.I Баҡалы р‑ны Холодный Ключ а. көньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Сөн й. уң ярындағы киртләстә урынлашҡан. 20 м2 ер ҡаҙылған. Таш эш ҡоралдары табылған....

СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ

СУРТАНДЫ ТОРАЛАРЫ, мезолит– энеолит осоро археологик ҡомартҡылары. Әбйәлил р‑ны Һамар а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1–1,5 км алыҫлыҡта Суртанды күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә. С.т.II энеолит осорона ҡарай (төньяҡ‑көнбайыш ярҙа). 1961 й., 1967 й. тикшерелә. 24...

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сыртлан а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. М.Ф.Обыдённов тарафынан 1976 й. асыла һәм 1977 й., 1982 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 14 ҡурғандан (диам. 14–16 м, бейеклеге...

ТАШҠАҘҒАН РУДНИГЫ

ТАШҠАҘҒАН РУДНИГЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Учалы тау-металлургия районы сиктәрендә Уй й. басс. урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 18 б. 2‑се ярт. П.С.Палластелгә ала, 1968 й., 1989 й. Е.Н.Черных тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Кварцлы юлаҡ тибындағы ятҡылыҡтың бәләкәй ер өҫтө карьерҙарынан ғибәрәт....

ТЕЛӘҮҒОЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ТЕЛӘҮҒОЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 14—15 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡыуандыҡ ҡ. көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында Алатекәтау түбәһендә урынлашҡан. 1980 й. В.А.Ивановтарафынан асыла һәм тикшерелә. Ҡомартҡы таш-тупраҡ өйөп яһалған 4 ҡурғандан (диам. 4—4,6 м) тора, улар араһында 2 ир‑егет, 1 ҡатын‑ҡыҙ...

ТОРА

ТОРА, археологик ҡомартҡы, таш быуаттың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда 200‑гә яҡын Т. табылған; башлыса йылға йәки күл буйҙарында, һирәгерәк мәмерйәләрҙә (Байсланташ, Муйнаҡташ) урынлашҡан. Иң боронғо Т. палеолит осорона ҡарай (Мулла, Урта Түбә һ.б.). Шулай уҡ мезолит, энеолит Т. осрай. Т. торлаҡ...

ТОРАМА

ТОРАМА, археологик ҡомартҡы, боронғо заман һәм Урта быуат дәүерендә кеше йәшәгән урын. Ташбыуат Т. — торалар, бронза быуатыныҡына — Т., тимер быуаттыҡына тораҡтар йәки ҡаласыҡтар инә. Төҙөү ысулы б‑са нығытылмаған (торалар, тораҡтар) һәм нығытылған (ҡаласыҡтар) Т. айырыла. Төрлө тарихи‑мәҙәни осорҙарға...

ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР

ТӨРКИ ҠӘБИЛӘЛӘР, хәҙерге күп төрки телле (ҡара: Төрки телдәр) халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе өсөн нигеҙ булған боронғо ҡәбиләләрҙең дөйөм исеме. Антик (Геродот, Өлкән Плиний, Помпоний Мела, Страбон), Боронғо Ҡытай (Сыма Цянь), ғәрәп (Гардизи, Ибн Хордадбех, Рәшитетдин һ.б.) авторҙары хеҙмәттәрендә телгә...

УСМАН ТОРАМАЛАРЫ

УСМАН ТОРАМАЛАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары. У.т. I б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Ауырғазы р‑ны Усман а. төньяҡ ситендә Өршәк й. уң ярында һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1970 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла, 1993—96 йй. Ю.А.Морозов өйрәнә. 1000 м2 ашыу ер ҡаҙылған. 2 хужалыҡ ҡаралтыһы...

ФИН-УҒЫР ҠӘБИЛӘЛӘРЕ

ФИН-УҒЫР ҠӘБИЛӘЛӘРЕ, хәҙерге күп фин-уғыр халыҡтарының барлыҡҡа килеүе нигеҙ булған ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһы. Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һәм 12—13 бб. башҡа Көнбайыш Европа авторҙарының хеҙмәттәрендә телгә алына. Ф.‑у.ҡ. тыуған ере бәхәсле булып ҡала: О.Н.Бадер, П.Н.Третьяков, А.Х.Халиҡов һ.б....

ҺУЛТАНТИМЕР ҠУРҒАНЫ

ҺУЛТАНТИМЕР ҠУРҒАНЫ, 5—7 бб. археологик ҡомартҡыһы. Йылайыр р‑ны Һултантимер а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Үтәштау ҡалҡыулығында урынлашҡан. 1992 й. асылған, 1996 й. Ф.А. Сөнғәтов тарафынан тикшерелгән. Таш ҡатыш тупраҡ өйөмөнән (диам. 8 м, бейеклеге 0,6 м) ғибәрәт, унан осонда таш ҡатыш...

ҺЫНТАШТАР

ҺЫНТАШТАР, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары. Башҡортостанда Һ. тораташтарҙан (яугирҙарҙы, ҡайһы берҙә ҡатын‑ҡыҙҙарҙы сағылдырған 1,4 м бейеклектәге һындар), менгирҙарҙан (ергә вертикаль ҡаҙып ултыртылған 1—2 м бейеклектәге мегалитик ҡоролмалар), болан таштарынан (яҙыулы йәки һүрәт төшөрөлгән гранит...

ЯКОВЛЕВКА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ЯКОВЛЕВКА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Сармат ­мәҙәниәте археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 5—1 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Яковлевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,6—2,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тасуирлаған, 1989 й. Ю.А.Морозов, 1994—95 йй. В.К.Фёдоров һәм В.Н. Васильев (7 ҡурған), 2009...