Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), гәзит

“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт өлкә бюроһы органы. Берҙән‑бер һаны 1917 й. 14 июнендә Ырымбур ҡ. иҫке башҡорт телендә сыға. Унда Ә.Ә.Вәлидовтың Башҡ. милли хәрәкәтенең төп идеялары бәйән ителгән “Башҡорттарҙың алдағы торған эштәре”...

“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, гәзит

“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. 1918 й. июль—авгусында “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителә (бөтәһе 3 һаны сыға). Гәзит биттәрендә Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге бойороҡтары,...

“БАШҠОРТ”, гәзит

“БАШҠОРТ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт мәркәз шураһы органы. 1917 й. 20 июленән Ырымбур ҡ., 1918 й. 6 июненән Силәбе ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Б.” Башҡорт милли хәрәкәте идеялары пропагандалана. Шулай уҡ Башҡорт хөкүмәтенең бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары, съездарға, конференцияларға...

“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. 27 мартынан 1930 й. 30 мартына тиклем (1926 й. 1 октябренән алып 1928 й. 1 февраленә тиклем — ике аҙнаға 1 тапҡыр журнал-гәзит булараҡ) нәшер ителә. “Б.й.”...

“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ХӘБӘРҘӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты һәм Башҡортостан хәрби комиссариатының сәйәси бүлеге, 1921 й. алып БашҮБК һәм РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. Стәрлетамаҡ ҡ. көн һайын иҫке башҡ. телендә сыға. 1919 й. 14 сентябренән...

“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ ИНҠИЛАБИ КОМИТЕТЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хәрби‑революцион комитеты органы. Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Темәс а. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. 1919 й. март‑апрелендә (Башҡорт ғәскәре совет власы...

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бюроһы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 20 авгусынан аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә (материалдарҙың бер өлөшө урыҫ телендә) сыға башлай. “Башҡорт” һәм “Башҡорт тауышы” гәзиттәре берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла....

“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), гәзит

“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), ижтимағи‑сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 1 мартынан 25 мартына тиклем төрки телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзит “Йәшәһен Башҡурдистан!”, “Йәшәһен халыҡ власы нигеҙендә Рус ҡушма штаттары!”...

“БЕДНОТА, ОРГАНИЗУЙСЯ!”, гәзит

“БЕДНОТА, ОРГАНИЗУЙСЯ!” (“Ярлылар, тупланығыҙ!”), ижт.‑сәйәси гәзит. Бөрө рев‑ция ком‑ты һәм РКП(б) органы. Бөрө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. ғин.—мартында нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Гәзит биттәрендә совет власы органдарының бойороҡтары, ҡарарҙары, күрһәтмәләре баҫыла, Граждандар...

“БЕҘ — БАШҠОРТТАР”, гәзит

“БЕҘ — БАШҠОРТТАР”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — “Шоңҡар” Башҡ. милли-мәҙәни автономияһы (Яр Саллы ҡ.). Яр Саллыла квартал һайын башҡ. телендә сыға. 2002 й. алып “Шоңҡар” булараҡ, 2006 й. — хәҙ. исемдә нәшер ителә. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...

“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, гәзит

“БЕҘҘЕҢ ЮЛ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө мосолман милли советы, 1917 й. 29 октябренән алып Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы, башҡ.‑тат. социалист‑революционерҙары һәм Өфө мосолман хәрби комитеты, 1918 й. мартынан Урал‑Волга штаттарын ойоштороу комитетының Өфө бүлексәһе органы. Өфө ҡ. төрки телендә...

“БЕРЛЕК”, гәзит

“БЕРЛЕК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Бәләбәй өйәҙ земствоһы органы. Бәләбәй ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. 1918 й. авгусында чехословак фетнәһе осоронда нәшер ителә, “Таң” типографияһында баҫтырыла. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр донъя күрә. Тәрж. Р.М.Шәрипова...

“БИРСКАЯ НАРОДНАЯ ГАЗЕТА”, гәзит

“БИРСКАЯ НАРОДНАЯ ГАЗЕТА” (“Бөрө халыҡ гәзите”), либераль‑буржуаз йүнәлештәге ижт.-сәйәси гәзит. Бөрө өйәҙе халыҡ ком‑ты органы. Бөрө ҡ. көн һайын урыҫ телендә сыға. 1917 й. 10 апр. алып 18 июненә тиклем нәшер ителә (барлығы 56 һан). Мөхәррирҙәре: Н.И.Лобанов, Б.А.Соболевский, С.Я.Флоринский. Тәрж....

“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ”, гәзит

“БЛАГОВАРСКИЕ ВЕСТИ” (“Благовар хәбәрҙәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Хеҙмәт байрағы” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Благовар р‑ны Языков а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Благовар хәбәрләре”) телдәрендә сыға. 1935 й....

“БОЛЬШЕВИК”, гәзит

“БОЛЬШЕВИК”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губкомы органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1919 й. 25 сентябренән алып 1920 й. 4 ғинуарына тиклем нәшер ителә. 1919 й. 26 һаны сыға, 1920 й. — 1. “Б.” совет власы органдарының бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары баҫыла, Өфө губернаһындағы...

“БОРЬБА”, гәзит

“БОРЬБА” (“Көрәш”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)-ның Златоуст өйәҙ ком‑ты һәм революцион ком‑т органы. Златоуст ҡ. урыҫ телендә сыға. 1919—22 йй. РККА‑ның 27-се уҡсылар див. поход типографияһында нәшер ителә. 1919 й. 28 һаны сыға, 1920 й. — 144, 1921 й. — 202, 1922 й. — 105. Гәзит биттәрендә совет власы...

“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ”, гәзит

“БУЗДЯКСКИЕ НОВОСТИ” (“Бүздәк яңылыҡтары”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Бүздәк р‑ны Бүздәк а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Бүздәк яңалыклары”) телдәрендә сыға. 1931 й. татар...

“БҮЗДӘГЕМ ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, гәзит

“БҮЗДӘГЕМ ЙӘНТӨЙӘГЕМ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Бүздәк яңылыҡтары” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. 2006 й. алып Бүздәк р‑ны Бүздәк а. айына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина...

“ВАҠЫТ”, гәзит

“ВАҠЫТ”, ижтимағи‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. Нәшер итеүселәре — ағалы‑ҡустылы Мөхәммәтшакир менән Мөхәммәтзакир Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр). Ырымбур ҡ. төрки телендә көн һайын сыға. 1906 й. февраленән1918 й. ғинуарына тиклем нәшер ителә. Мосолман зыялылары һәм либераль буржуазия ҡараштарын сағылдыра. Гәзит...

“ВАТАН”, ижтимағи‑сәйәси гәзит.

“ВАТАН”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. А.В.Колчактың 3‑сө армияһы органы. 1919 й. Өфө ҡ. (һуңыраҡ — Себер ҡалаларында) аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыҡҡан. Гәзит биттәрендә большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр, Рус армияһы Юғары баш командующийының бойороҡтары һәм ҡарарҙары һ.б. баҫылған. Мөхәррирҙәре: Г.Собханҡолов,...