Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒҮМӘРОВ Илдар Ибраһим улы

ҒҮМӘРОВ Илдар Ибраһим улы (23.9.1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Илсеғол а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1999) һәм атҡ. (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1986 й. алып БАДТ актёры. Лирик-драматик пландағы актёр. Ғ. сәнғәтенә...

ҒҮМӘРОВ Кәбир Мөхәмәт улы

ҒҮМӘРОВ Кәбир Мөхәмәт улы (1.9. 1947, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2006). Ташкент политехник ин‑тын тамамлаған (1970). 1974—79 йй. ӨНИ‑нең Салауат филиалында, 1982 й. алып Силәбе политехник ин‑тында уҡыта, 1988 й. — ИПТЭР‑ҙың бүлек мөдире. Фәнни...

ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы

ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы (18.1.1960, Өфө ҡ. — 18.1.2022, Вашингтон ҡ.), механик, математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1992). Ә.Ғ.Ғүмәровтың улы. МДУ-ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалында эшләй. 1987 й. алып  СССР ФА Себер бүлексәһе Төмән фәнни үҙәгенең...

ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы

ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы (24.12.1911, Өфө — 15.8.2003, шунда уҡ), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1962). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932—35 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыған (педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин). 1936—41 һәм 1945—71 йй. Башҡ-н китап...

ҒҮМӘРОВ Риф Сәйфулла улы

ҒҮМӘРОВ Риф Сәйфулла улы (25.8.1950, ТАССР‑ҙың Урыссу ҡсб — 22.2.2010, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Ҡаҙаҡ ССР‑ының Нефть сәнәғәте пр‑тиеларын...

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы (3.3.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Хәлекәй а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а. — 27.7.2002, ш. уҡ р‑ндың Стәрлебаш а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон...

ҒҮМӘРОВ Хәйҙәр Сәғит улы

ҒҮМӘРОВ Хәйҙәр Сәғит улы (10.2.1936, БАССР-ҙың Ейәнсура р-ны Күгәрсен а.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1989), проф. (1990). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1980). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1995 й. тиклем “Мотор” ҒПП-нда эшләй, бер үк ваҡытта 1982 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...

ҒҮМӘРОВА Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы

ҒҮМӘРОВА Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы [3.2.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Ишбулды а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 27.7.1996, ш. уҡ р‑ндың Первомайский а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1937 й. алып Әбйәлил р‑нының “Йәнгел″ с‑зында эшләй (1938—76 йй. быҙау ҡараусы). 1966—70 йй. эсендә Ғ. 1026 быҙау үҫтергән...

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж [ысын исеме Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы; 1.4.1890, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Этекәй а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 26.11.1967, Өфө], драматург. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә уҡый (1903–07). 1917 й. алып Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. төрлө ойошма һәм учреждениеларында...

ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы

ҒҮМӘРСКИЙ Хәким Хәсән улы (8.6. 1946, Ишембай ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1999), проф. (1999). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1986). ӨНИ‑не тамамлаған (1979). 1962—68 йй. Ишембай электр селтәрҙәрендә, 1972 й. алып...

ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович

ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович (18.5.1971, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1995) “Арх- проект” ЯАЙ архитекторы, 2005 й. алып оҫтахана нач., 2010 й. — ген. директоры. 1995—2000 йй. Өфөләге Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын реконструкциялауҙа ҡатнаша...

ДАВЫДОВ Алексей Михайлович

ДАВЫДОВ Алексей Михайлович (6.8.1946, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Степной ҡсб), агроном. Биол. ф. канд. (1974), а.х. ф. д‑ры (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1968). 1975 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү...

ДАВЫДОВ Афанасий Романович

ДАВЫДОВ Афанасий Романович, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник, ген.‑майор. 1758—62 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1759—63) Ырымбур губернаторы. 1759 й. ҡаҙаҡтарға Ырымбур губернаһына ирекле инеүҙе тыя, был Ырымбур сик һыҙығындағы хәрби-сәйәси хәлдең ҡатмарлашыуына, Рәсәйҙең сауҙа каруандарын һәм сик буйындағы...

ДАВЫДОВ Виталий Викторович

ДАВЫДОВ Виталий Викторович (12.2.1941, Пенза ҡ.), спортсы. Радиоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979). Киев политехник ин‑тын тамамлаған (1979). ДОСААФ радиоклубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Г.В.Нехорошев). Радиоэлемтә б‑са ҡыҫҡа тулҡындарҙа ситтән тороп ярышыуҙа донъя (1974),...

ДАВЫДОВ Гаврила

ДАВЫДОВ Гаврила (яҡынса 1737 й. – 12.7.1774, Ҡазан), Ырымбур губернаһының Бөгөлмә һәм Ставрополь ведомстволарына ҡараған дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полковник). Боғорослан биҫтәһенең...

ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы

ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы (1.2.1940, Ҡырғыҙ ССР‑ының Тепе‑Ҡурған а. — 30.7.2018, Өфө), музыка белгесе, музыка эшмәкәре. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1981). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962), ӨДСИ‑не (1973) тамамлаған. 1961 й. алып БАССР МС Радио тапшырыу...

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич

ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич (10.10.1956, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 19‑сы берләштерелгән балалар дауаханаһында, 1988 й. алып 13‑сө дауаханаһында, 1991 й. — Куйбышев т. юлының Өфө ст. бүлексә дауаханаһында эшләй, 2000 й. —...

ДАЙҘАР

ДАЙҘАР, дахтар, күсмә ҡәбиләләр. Боронғо авторҙарҙың (Геродот, Берос, Полибий, Страбон, Тацит, Птолемей, Арриан, Руф һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Б.э.т. 7—3 бб. Урта Азияның көнбайыш райондарында йәшәгәндәр, ҙур ҡәбилә берләшмәләренең (массагет, саҡтарҙың һ.б.) бер өлөшөн тәшкил иткәндәр. Д. килеп...

ДАЙСА

ДАЙСА, ыҙанлы, ыҙанланған һәм юридик рәсмиләштерелгән ер биләмәһе; Генераль ыҙанлау берәмеге. 1798 й. 14 авг. “Ырымбур, Һарытау һәм Сембер губерналарында ерҙәрҙе ыҙанлау өсөн юғары власть раҫлаған дөйөм Межалау инструкцияһына өҫтәмә статьялар һәм сенат фекере”нә ярашлы, Ырымбур губернаһында дайсаларҙы...

ДАЛАЛАР

ДАЛАЛАР, кәҫлек ҡыяҡлылары һәм күрәндәре өҫтөнлөк иткән үлән ксерофиттары төркөмдәренән торған үҫемлектәр донъяһы тибы. Башҡортостан Д. үҫемлектәр япмаһы нигеҙен кәҫлек ҡыяҡлылары (бүтәгә, Залесский ҡылғаны, сүл һолобашы һ.б., һылыу ҡылған) тәшкил итә, улар м‑н төрлө Д. үләндәре (башаҡлы юшан, урыҫ...