Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДМИТРИЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ДМИТРИЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Нордовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Ергән т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 903 кеше; 1920 — 863; 1939 — 789; 1959 — 251; 1989 — 284; 2002 — 325; 2010 — 356 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ДМИТРИЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл

ДМИТРИЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Воробьёвка й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 528 кеше; 1920 — 748; 1939 — 844; 1959 — 1014; 1989 — 3267; 2002 — 3789; 2010 — 4351 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй...

ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл

ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 150 кеше; 1920 — 221; 1939 — 108; 1959 — 345; 1989 — 267; 2002 — 252; 2010 — 277 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты...

ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл

ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т. табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 242 кеше; 1920 — 289; 1939 — 325; 1959 — 133; 1989 — 264; 2002 — 327; 2010 — 312 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ДМИТРИЕНКО Анатолий Сергеевич

ДМИТРИЕНКО Анатолий Сергеевич (15.2.1931, Баҡы — 9.6.2006, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1970). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1954) Новосибирскиҙа һәм Мәскәүҙә эшләй; 1957 й. алып Өфөлә: Башҡ‑н ХХС‑ы Төҙөлөш идаралығының проект...

ДНЕПРОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

ДНЕПРОВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 59 км алыҫ- лыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 237 кеше; 1920 — 341; 1939 — 246; 1959 — 222; 1989 — 108; 2002 — 115; 2010 — 80 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Бәләбәй...

ДОБРОРЕЗ Александр Павлович

ДОБРОРЕЗ Александр Павлович (23.8.1922, Ҡытай, Ҡытай-Көнс. т. юлының Шуанченпу ст. – 8.5.2000, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1964), проф. (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.П.Доброрездың ҡустыһы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) 1998 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1965 й. алып — механика‑технология...

ДОБРОРЕЗ Василий Павлович

ДОБРОРЕЗ Василий Павлович (31.1.1917, Ҡытай-Көнсығыш т. юлының Шуанченпу ст., Ҡытай – 4.4.1999, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. А.П.Доброрездың ағаһы. 1935— 41 йй. һәм 1949—82 йй. Куйбышев т. юлы Башҡ‑н бүлексәһенең Өфө ст. эшләй....

ДОБРОТВОРСКИЙ Пётр Иванович

ДОБРОТВОРСКИЙ Пётр Иванович (3.10.1839, Сембер ҡ. — 17.1.1908, Өфө), яҙыусы. Михайловск артиллерия уч‑щеһын (С.‑Петербург, 1860) тамамлаған. 1861 й. алып Башҡортостанда йәшәй. 1863 й. башлап Бөрө, 1865 й. — Бәләбәй өйәҙҙәрендә мировой аралашсы, 1877—83 йй. Өфө өйәҙендә мировой судья. Матбуғатта башҡ....

ДОБРОХОТОВА Александра Ивановна

ДОБРОХОТОВА Александра Ивановна (1884, Кострома губ. Кинешма ҡ. — 13.2.1958, Мәскәү), педиатр, инфекционист. СССР Мед. ФА-ның мөхбир ағзаһы (1952). Мед. ф. д-ры, профессор. СССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1948), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙа инфекцион ауырыуҙарҙы (дизентерия,...

ДОВЛАТОВ Сергей Донатович

ДОВЛАТОВ Сергей Донатович (3.9.1941, Өфө — 24.8.1990, Нью-Йорк), яҙыусы, журналист. ЛДУ‑ла уҡый (1959—62). 1942 й. алып Новосибирск ҡ. йәшәй, 1944 й. — Ленинградта, 1978 й. башлап АҠШ‑та: “Азатлыҡ” радиоһында эшләй; урыҫ телендәге “Новый американец” (“Яңы американлы”) гәз. ойоштороусыларҙың береһе һәм...

ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич

ДОКИЧЕВ Владимир Анатольевич (4.11.1953, Вологда өлкәһе Суда ст.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Органик химия институтында эшләй: 1995—2005 йй. директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1996 й. алып лаборатория...

ДОКТОРАНТУРА

ДОКТОРАНТУРА, ғилми һәм ғилми-пед. кадрҙар әҙерләү системаһының юғары баҫҡысы, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһының бер өлөшө. Д. юғары уҡыу йорттарында, ғилми учреждениеларҙа фән һәм техника өлкәһендә юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы планлы әҙерләү маҡсатында ойошторола. Д. фән канд. ғилми дәрәжәһе,...

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО

ДОКУМЕНТАЛЬ КИНО, киносәнғәт төрө, әҫәрҙәге ысын булған ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе төшөрөп монтажлау, уларҙы һынлы кәүҙәләндереү һәм диктор тауышы м‑н аңлатма биреү ярҙамында ижад ителә. Д.к. жанрҙары: кинохроника, киноконцерт, киножурнал, репортаж, очерк, кинопублицистика. Башҡортостан т‑да тәүге документаль...

ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич

ДОКУЧАЕВ Евгений Сергеевич (17.8.1940, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Воздвиженка а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1963 — 2012 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре нефтехимия сәнәғәтенең иҡтисадына һәм фәнни-техник үҫеше м‑н идара итеүгә арналған. Д. тарафынан...

ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна

ДОКУЧАЕВА Алла Анатольевна (7.1.1935, Горький ҡ.), журналист, яҙыусы. . БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984). Журналистар союзы (1959), Яҙыусылар союзы (1994) ағзаһы. Горький ун‑тын тамамлағандан һуң (1957) Горький ҡ. киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1970 й. алып Өфөлә: “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире,...

ДОКШИН Даниил Фадеевич

ДОКШИН Даниил Фадеевич (яҡынса 1747 й. — ?), Өфө провинцияһының отставкалағы унтер-офицерҙары, драгундары һәм һалдаттарынан (ҡара: Хеҙмәтле кешеләр) Уложенный комиссия депутаты. Отставкалағы вахмистр (Минзәлә ҡәлғәһендә йәшәгән). Комиссияға депутат итеп 1768 й. И.М.Кузнецов урынына һайлана. 1768 й....

ДОЛГАН ТЕЛЕ

ДОЛГАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (төньяҡ-көнсығыш төркөмө). Долгандарҙың милли теле. Красноярск крайының Таймыр (Долган-Ненец) р‑нында, ш. уҡ Саха (Яҡутия) Респ. Анабар р‑нында таралған. Д.т. һөйләшеүселәр һаны 5 мең (2002). Үҙ аллы тел булараҡ эвенк теле йоғонтоһонда айырым үҫеү һәм эске үҙгәртеп...

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлкәһе Уралец ҡсб), тау инженеры‑геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геологик разведка...

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич (12.10.1928, Боготол ҡ. — 13.7.2018, Өфө ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1973—79 йй. технология факультеты деканы). Фәнни хеҙмәттәре...