Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПШЕНИЧНЫЙ Павел Дмитриевич

ПШЕНИЧНЫЙ Павел Дмитриевич (12.11.1903, Харьков губ. Савинцы биҫтәһе — 1.5.1985, Киев), зоотехник. Украина а.х. фәндәре академияһы акад. (1956), а.х. ф. д‑ры (1948), проф. (1949). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1969). Харьков зоотехния ин‑тын тамамлаған (1926). 1938—43 йй. БАХИ‑ла эшләй: а.х. малдарын...

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович (16.11.1949, Дәүләкән ҡ. — 18.4.2015, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре конденсирланған...

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Харитонович

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Харитонович (2.1.1936, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Летенка ҡсб — 5.1.2016, Өфө), археолог. Тарих ф. канд. (1968). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 2014 й. тиклем ТТӘИ‑лә эшләй (1978— 2006 йй. бүлек мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың иртә тимер быуатына,...

ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ

ПЬЯНЫЙ БОР МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуаттың археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 3 б. — б.э. 2 б. ҡарай, иртә (б.э.т. 2 б. аҙ. — б.э.т. 1 б.; Көшөл ҡәберлеге, Юлдаш ҡәберлеге) һәм һуң (б.э. 2—3 бб.; Серёнькин ҡаласығы, Кәкрекүл ҡаласығы, Камышинка ҡаласыҡтары) осорҙарға бүленә. ТР‑ҙың Пьяный Бор а. (хәҙ. Красный...

ПЯРИ Виктор Хансович

ПЯРИ Виктор Хансович (13.1.1919, Владимир губ. Гусь‑Хрустальный ҡсб — ?), балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1955). 1938—41 йй. Һарытау театр уч‑щеһында уҡыған. ГИТИС‑ты тамамлаған (1951; педагогы Р.В.Захаров). 1942 й. алып К.С.Станиславский һәм Вл.И.Немирович‑Данченко ис. Мәскәү муз. театр...

ПЯТАЕВА Наталья Вячеславовна

ПЯТАЕВА Наталья Вячеславовна (11.4.1964, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1991 й. тиклем һәм 1994 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй (1996—97 йй. һәм 1999— 2000 йй. филол. ф‑ты деканы урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең тарихи лексикологияһына...

ПЯТИДЕСЯТНИКТАР

ПЯТИДЕСЯТНИКТАР, п я т и д е с я т н и к л ы ҡ, 1901 й. АҠШ‑та барлыҡҡа килгән протестантлыҡ йүнәлеше. Пятидесятница исеме м‑н аталған (ҡара: Ун ике байрам). Билдәһеҙ телдәрҙә һөйләшеү һәләтен (глоссолалия) бирә торған Изге Рух м‑н суҡындырыу, дин м‑н һауыҡтырыу һәм Иисус Христостың мең йыллыҡ идараһы...

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Эҫем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 584 кеше; 1959 — 913; 1989 — 374; 2002 — 283; 2010 — 238 кеше. Белорустар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ПЯТИЛЕТКА, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге

 ПЯТИЛЕТКА, Н а д е ж д и н, Иглин р‑нындағы ауыл, Надеждин а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 45 км һәм Көҙәй т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 470 кеше; 1939 — 1003; 1959 — 563; 1989 — 238; 2002 — 232; 2010 — 210 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ПЯТИМАР

ПЯТИМАР, б.э.т. 5—4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Соль‑Илецк р‑ны Кумакское а. көньяҡ‑көнсығышта Илек й. һул ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. К.Ф.Смирнов тарафынан 1956 й. асыла һәм 1960 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 20— 60 м, бейеклеге 0,5—5 м) ҡарай. 25 ҡурған...

ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич

ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич [5.11. 1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сергеевка а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 3.9.2008, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970). 1945 й. алып Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑дында балта оҫтаһы, 1946—50 йй. ӨМЭЗ‑дә металл ҡырҡыусы,...

ПЯТС Константин

ПЯТС Константин (11.2.1874, Лифляндия губ. Перновск өйәҙе Тахкуранна улусы — 18.1.1956, Калинин өлк., 1990 й. Таллинға күсереп ерләнгән), дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр. Юрьев ун‑тын тамамлаған (1898). 1918—19 йй. Эстон Республикаһының Ваҡытлы хөкүмәте премьер‑министры, 1921 й. алып дәүләт старейшинаһы,...

ПЯТЯРИ Иван Викторович

ПЯТЯРИ Иван Викторович (4.3.1921, Енисей губ. Енисейск ҡ. — 5.6.1949, Лунинец ҡ.), лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (Пермь ҡ., 1941) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина һәм...

РАБАК, Яңауыл р‑нындағы ауыл

РАБАК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Һандуғас а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Рабак й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 866 кеше; 1920 — 878; 1939 — 857; 1959 — 855; 1989 — 477; 2002 — 453; 2010 — 366 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс...

РАБИНОВИЧ Меер Хаимович

РАБИНОВИЧ Меер Хаимович (26.2. 1920, Харьков — 1.3.1996, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1950), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Мәскәү авиация технологиялары ин‑тын тамамлаған (1944). 1950—96 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1950—60 йй. механика‑технология...

РАБИНОВИЧ Михаил Исакович

РАБИНОВИЧ Михаил Исакович (23.8.1940, Өфө — 9.1.2021, шунда уҡ), режиссёр. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлаған (1967). Б.В.Щукин исемендәге театр училищеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1976; А.М.Поламишев курсы) Дағстан...

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович

РАБОВАЛЮК Михаил Иванович [18.10.1915, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Отрада а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 10.2.1945, Германияның Бранденбург провинцияһы, Щецин ҡ. (Польша) күсереп ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полк мәктәбен тамамлаған....

РАВВИН

РАВВИН (боронғо йәһүдсә рабби – минең остазым), иудаизмдағыдәрәжә, дини белем алғандан һуң бирелә һәм конгрегацияға йәки общинаға идара итеү, юғары дини уҡыу йортонда (иешива) уҡытыу, дини суд ағзаһы булыу хоҡуғын бирә. Рәсәйҙә Р. община ағзалары тарафынан 3 йылға һайлана, губерна власы органдары тарафынан...

РАДИАЦИЯ ХИМИЯҺЫ

РАДИАЦИЯ ХИМИЯҺЫ, физик химия бүлеге, матдәләрҙең юғары энергия нурланышы (рентген, α‑, β‑, γ‑нурҙар, ауыр зарядланған өлөшсәләр, күп зарядлы иондар, нейтрондар, ядро реакциялары продукттары) тәьҫире аҫтында химик, физик- химик әүерелештәрен өйрәнә. Р.х. юғары энергиялар химияһының ҡушма өлөшө, радиохимия,...

РАДИКАЛЛЫ РЕАКЦИЯЛАР

РАДИКАЛЛЫ РЕАКЦИЯЛАР, атомдар һәм радикалдар — ирекле (парһыҙ) электронлы әүҙем аралыҡтағы өлөшсәләр, ҡатнашлығында барған әүерелеүҙәр. Ирекле радикалдарҙың үҙ‑ара (рекомбинация — 2 бер үк йәки төрлө радикалдың тәьҫир итешеүе, 2 парһыҙ электронды дөйөмләштереп, ковалент бәйләнеш барлыҡҡа килтерә; диспропорциялау...