Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАРЫ МӘТРҮШ

ҺАРЫ МӘТРҮШ (Hypericum), һары мәтрүш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да субтропик бүлкәтендә, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм тропик тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, һирәгерәк 4...

ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ

ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ (Nuphar), аҡ томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25‑кә тиклем) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Һыу төбө субстратына күмелгән 3—4 м тиклем оҙонлоҡтағы тарбаҡлы тамырһабағы булған күп...

ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ

ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ, төньяҡ‑көнсығыш төркөмгә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Һары уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Ганьсу провинцияһы Минхуа р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 4 меңгә яҡын кеше (1985). Айырыуса хакас теленә һәм шор теленә яҡын. Боронғо уйғырҙар теленә барып тоташа, тип фараз ителә...

ҺАРЫ УМЫРЗАЯ

ҺАРЫ УМЫРЗАЯ (Adonis), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Евразияның уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: себер Һ.у., яҙғы Һ.у., иҙел Һ.у., йәйге Һ.у. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр, япраҡтары күп тапҡыр тар өлөштәргә теленгән....

ҺАРЫ ҮЛӘНЕ

ҺАРЫ ҮЛӘНЕ (Erysimum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары ҡыяҡ, таҫмалы ланцет формаһында,...

ҺАРЫ‑ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

ҺАРЫ‑ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР, төрлө ҡамсылы ылымыҡтар (Xanthophyta, Heterocontae), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 600 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап һыу ятҡылыҡтарында (күбеһенсә сөсө), тупраҡта, ер өҫтөндәге йәшәү урындарында, ҡайһы берҙә һауа ҡатламында таралған. Эукариоттар, бер күҙәнәкле (яңғыҙ, һирәгерәк...

ҺАРЫ, археологик ҡомартҡы

ҺАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Һары ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1928 й. Д.И.Захаров тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1993 й. В.Н.Васильев һәм В.К.Фёдоров өйрәнгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр...

ҺАРЫГҮҘ

ҺАРЫГҮҘ (Centaurium), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Көньяҡ Африканан һәм Азияның ҙур өлөшөнән башҡа ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы, төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге...

ҺАРЫҒОШ

ҺАРЫҒОШ, ү т ә б и к ә (Oriolus oriolus), турғай һымаҡтар отрядының һарығоштар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (Көнсығышта Урта Себерҙең һәм Һиндостандың көньяғына тиклем), Төньяҡ һәм Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 25 см, ауырлығы 50—90 г, ҡанат йәйеме 45 см тиклем. Ҡауырһыны...

ҺАРЫҠ БӘШМӘГЕ

ҺАРЫҠ БӘШМӘГЕ (Russula), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр заты. Яҡынса 270 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө осрай. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, тәүҙә шар йәки ярым шар һымаҡ, һуңыраҡ буранка формаһында, йәйенке йәки яҫы, сите төрөлгән йәки тура (валуйҙыҡы — һары, ашарға яраҡлы...

ҺАРЫҠСЫЛЫҠ

ҺАРЫҠСЫЛЫҠ, һарыҡ үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Еңел сәнәғәт өсөн ҡиммәтле сеймал төрҙәре (йөн, иләнгән һарыҡ тиреһе, илтер) һәм аҙыҡ продукттары (ит, һөт, май) бирә. Һарыҡ һөтөнән сыр әҙерләнә. Йөнөнән туҡыма, трикотаж, баҫылған әйберҙәр эшләнә. Һарыҡ тиреһе мех һәм тун өсөн иләнә. Һ. продуктлылығының...

ҺАРЫҠТАРҘЫҢ ҺӘМ КӘЗӘЛӘРҘЕҢ ЙОҒОШЛО ПУСТУЛЁЗ ДЕРМАТИТЫ

ҺАРЫҠТАРҘЫҢ ҺӘМ КӘЗӘЛӘРҘЕҢ ЙОҒОШЛО ПУСТУЛЁЗ ДЕРМАТИТЫ, йоғошло эктима, инфекцион ауырыу, лайлалы тиресәлә һәм тирелә төйөрҙәр, везикулалар, пустулалар һәм ҡутырҙар барлыҡҡа килеү хас. Тыуҙырыусыһы — Poxviridae ғаиләһенә ҡараған вирус. Ирен, аяҡ һәм енси ағза формалары айырыла. Шулай уҡ был вирусҡа ҡырағай...

ҺАРЫҠТАШ РАЙОНЫ

ҺАРЫҠТАШ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1931 й. 4 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 3600 км2. Адм. үҙәге — Һарыҡташ ҡасабаһы. Районда 20 ауыл советы, 77 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 40,1 мең кеше (2010), ш. иҫ. 3,8% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән...

ҺАРЫМҺАҠ

ҺАРЫМҺАҠ (Allium sativum), һуған затына ҡараған үҫемлек. Ҡырағай Һ. — Кавказда, Урта Азия, Һиндостан тауҙарында, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Ҡаҙағстанда; культуралы Һ. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африканың, Австралияның тропик райондарында таралған. Башҡортостанда йәшелсә культураһы булараҡ...

ҺАРЫНА ЗАВОДТАРЫ

ҺАРЫНА ЗАВОДТАРЫ, Һарына й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында нигеҙ һалына; Түб. Һарына тимер етештереү заводы 1760 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡара‑Танып улусы баш­ҡорттары ерҙәрендә — П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар), Үрге Һарына ярҙамсы тимер етештереү заводы 1817 й. Түб. заводтан 9 саҡрым алыҫлыҡта А.А.Кнауф...

ҺАРЫТАУ ГУБЕРНАҺЫ

ҺАРЫТАУ ГУБЕРНАҺЫ, 1798 й. Пенза губ. көнсығыш өлөшөнән ойошторола. 19 б. уртаһында төньяҡ‑көнбайышта — Тамбов губ., төньяҡта — Пенза һәм Сембер губ., көнсығышта — Һамар губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта — Әстерхан губ., көньяҡ‑көнбайышта — Дон ғәскәре өлк. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Һарытау ҡалаһы. Майҙаны...

ҺАРЫТАУ ӨЛКӘҺЕ

ҺАРЫТАУ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Волгоград, Воронеж, Пенза, Тамбов, Ульяновск, Һамар өлкәләре, Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Һарытау ҡалаһы. 1934 й. 10 ғин. Түб. Волга өлк. терр‑яһында Һарытау крайы булараҡ ойошторола (ҡара: Һарытау губернаһы), 1936 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 38 районды,...

ҺАРЫТАУ, Күгәрсен р‑нындағы утар

ҺАРЫТАУ, Күгәрсен р‑нындағы утар, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 181 кеше; 1920 — 461; 1939 — 554; 1959 — 220; 1989 — 78; 2002 — 103; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҺАРЫТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ҺАРЫТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 879; 1939 — 543; 1959 — 207; 1989 — 111; 2002 — 132; 2010 — 148 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1868 й....

ҺАРЫҺАҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺАРЫҺАҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Подлуб а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 229 кеше; 1959 — 196; 1989 — 112; 2002 — 138; 2010 — 90 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында нигеҙ һалына. 1925...