Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӨҘ ҘӘ УТЫҘ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ

ЙӨҘ ҘӘ УТЫҘ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ, 1943 й. ғин.—мартында оборона халыҡ комиссары урынбаҫары ген.‑полк. Е.А.Щаденко директиваһы б‑са БАССР‑ҙың Ҡандра (Ҡандра р‑ны) һәм Бүздәк (Бүздәк р‑ны) т. юл ст. ойошторола. Бригадаға 5‑се уҡсылар һәм пулемёт батальондары, артиллерия һәм танкыға ҡаршы истребитель...

ЙӨҘ ҘӘ ҺИКҺӘН АЛТЫНСЫ ИНЖЕНЕР-САПЁРҘАР БРИГАДАҺЫ

ЙӨҘ ҘӘ ҺИКҺӘН АЛТЫНСЫ ИНЖЕНЕР‑САПЁРҘАР БРИГАДАҺЫ, 1942 й. окт. Камышин ҡ. янында 61‑се  (1991 й. алып 237‑се) айырым инженер‑сапёрҙар бригадаһы булараҡ ойошторола, 1946 й. башлап 26‑сы (1949 й. һәм 1997 й. алып 56‑сы) инженер‑сапёрҙар полкы, 1947 й. — 422‑се айырым инженер‑сапёрҙар батальоны, 1994 й....

ЙӨҘИМӘН, Ғафури р‑нындағы ауыл

ЙӨҘИМӘН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 257 кеше; 1920 — 366; 1939 — 436; 1959 — 458; 1989 — 397; 2002 — 337; 2010 — 317 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ЙӨҘЛӘҮ ТАШТАРЫ

ЙӨҘЛӘҮ ТАШТАРЫ, декоратив үҙенсәлектәре булған тау тоҡомдары. Төрлөсә барлыҡҡа килгәндәр: магматик (гранит, сиенит, диорит, габбро, долерит, лабрадорит, туф, порфир һ.б.), ултырма (эзбизташ, доломит, ҡомташ, гипс), метаморфик (мәрмәр, кварцит). Й.т. сифаты уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре (ныҡлығы,...

ЙӨҘӨҮ

ЙӨҘӨҮ, спорт төрө, күкрәккә (ирекле стиль) йәки арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөү (кроль), брасс, баттерфляй һ.б. ысулдар м‑н дистанцияларға (50—1500 м) йөҙөүҙе берләштерә. Башҡортостанда Й. 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1923 й. Й. 1‑се Бөтә Башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелгән. 1927 й. Өфөлә...

ЙӨЙӘК, Белорет р‑нындағы ауыл

ЙӨЙӘК, Белорет р‑нындағы ауыл, Йөйәк а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 150 км алыҫлыҡта Йөйәк й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 355; 1939 — 502; 1959 — 839; 1989 — 820; 2002 — 858; 2010 — 849 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Асы...

ЙӨК АВТОМОБИЛЕ

ЙӨК АВТОМОБИЛЕ, рельсһыҙ юлдар буйлап йөк һәм пассажирҙар ташый торған тәгәрмәсле транспорт машинаһы. Й.а. шассиҙан (йөрөү өлөшө һәм двигатель м‑н кабина) һәм кузов (платформа) йәки махсус конструкция рәүешендәге йөк ташыу өлөшөнән тора. Ташыла торған йөктөң төрө б‑са Й.а. универсаль һәм махсуслаштырылған...

ЙӨКЛӘМӘЛӘР

ЙӨКЛӘМӘЛӘР, дәүләт йәки алпауыт файҙаһына халыҡ тарафынан башҡарылған мәжбүри эштәр. Рәсәйҙәге төп Й.: хәрби хеҙмәт (граждандарҙы хәрби хеҙмәткә йәлеп итеү; тәүҙә ул ополчение рәүешендә була, 1705 й. алып рекрут Й., 1874 й. — дөйөм хәрби Й.), барщина (алпауыт хужалығында эшләү), йәмәғәт эше (ауыл йәки...

ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК

ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК (Ascalaphus macaronius), селтәр ҡанатлылар отрядының көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кавказ аръяғында, Көнбайыш Себер, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡара йөндәр менән ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары —...

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ

ЙӨКЛӨЛӨК ПАТОЛОГИЯҺЫ, кеше һәм хайуандарҙа йөклөлөктөң нормаль барышын боҙоусы патологик хәлдәр һәм ауырыуҙар. Кешенең Й.п. түбәндәге төрҙәре була: гестоз (ауырлы ҡатындарҙың һары һыу ауырыуы, нефропатия, преэклампсия, эклампсия), экстрагениталь патология фонындағы йөклөлөк (йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы,...

ЙӨННӨ, Илеш р‑нындағы ауыл

ЙӨННӨ, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 5 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 102 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1311 кеше; 1920 — 1772; 1939 — 1577; 1959 — 1198; 1989 — 848; 2002 — 889; 2010 — 814 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ЙӨНТӘҪ БӘШМӘК

ЙӨНТӘҪ БӘШМӘК (Lactarius torminosus), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла таралған. Эшләпәһенең диам. 4—13 см, яҫы, үҙәгендә батынҡы, төрөлгән йөнтәҫ ситле, ҡыҙарып торған урындары булған алһыу ҡыҙыл йәки тоноҡ һары төҫтә, сүсле. Пластинкалары йоҡа, һабына...

ЙӨНТӘҪ КҮРӘН

ЙӨНТӘҪ КҮРӘН (Trichophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың һалҡын һәм уртаса өлкәләрендә, ш. уҡ субтропик һәм тропик Азияның бейек тауҙарында таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ҡыҫҡа йәки йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...

ЙӨРӘГҮЛӘН

ЙӨРӘГҮЛӘН (Cardamine), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 160 төрө билдәле, Ер шарының башлыса уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—60 см. Япраҡтары сиратлы, һаплы...

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ

ЙӨРӘК ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ, йөрәк һәм унан башланған эре ҡан тамырҙарының урын торошонда һәм морфологик структураһында (клапандар, тишектәр, ҡыуышлыҡтар араһындағы бүлгеләр) норманан ситкә тайпылыштар. Й.е. тыумыштан булған, тормошта барлыҡҡа килгән һ.б. төрҙәргә айырыла. Тыумыштан булған Й.е. сәбәптәре:...

ЙӨРӘКТАУ

ЙӨРӘКТАУ, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а. көнбайышҡа табан 1 км, Стәрлетамаҡ ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 336 м, оҙонлоғо 1,0 км, киңлеге 0,8 км. Конус рәүешендә. Тау итәктәре аҫтында битләүҙәре текә, ҡая ташлы,...

ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЙӨРӘКТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡажат й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 335 кеше; 1920 — 349; 1939 — 414; 1959 — 262; 1989 — 176; 2002 — 175; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ

ЙӨРӘКТЕҢ ИШЕМИЯ АУЫРЫУЫ (гр. ischo — туҡтатам һәм haima — ҡан), коронар ҡан әйләнешенең боҙолоуы һәм йөрәк мускулы (миокард) ишемияһы (кислород етешмәүе) м‑н характерланған йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуы. Асыҡланыуы һәм миокард ишемияһы эҙемтәләренә бәйле кинәт коронар үлем, стенокардия, миокард инфаркты,...

ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ

ЙӨРӨҮ САРАЛАРЫ. Башҡорттарҙың ер өҫтөндә (артмаҡлы‑менге транспорт, егеүле транспорт, саңғы һ.б.) һәм һыуҙа йөрөү саралары булған. Традицион Й.с. үҫешендә бер нисә этап айырыла: тәүгеһе Көньяҡ Уралдағы һунар, балыҡсылыҡ, емеш‑еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгән боронғо  ҡәбиләләрҙең хужалыҡ‑мәҙәни тибына (йөк...

ЙҮКӘ

ЙҮКӘ (Tilia), йүкә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 45 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, һирәгерәк субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда йөрәк япраҡлы, йәки ваҡ япраҡлы Й. үҫә. 300—400 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры киң йәки пирамида формаһында, ҡуйы япраҡ м‑н...