Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЛИӘХМӘР, Учалы р‑нындағы ауыл

ҒӘЛИӘХМӘР, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 67 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 367 кеше; 1920 — 379; 1939 — 351; 1959 — 201; 1989 — 80; 2002 — 118; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҒӘЛИӘХМӘТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ҒӘЛИӘХМӘТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й.  — 95 кеше; 1959 — 206; 1989 — 565; 2002 — 498; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ҒӘЛИӘХМӘТОВ Рәил Ниғәмәтйән улы

ҒӘЛИӘХМӘТОВ Рәил Ниғәмәтйән улы (28.11.1956, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Арыҫлан а.), химик. Техник ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1980 й. тиклем, 1985—89 йй. һәм 2005—11 йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1985 й. алып сектор нач.,...

ҒӘЛИЕВ Альберт Әбүбәкер улы

ҒӘЛИЕВ Альберт Әбүбәкер улы (19.10.1940, Өфө), физик. РФА акад. (1992), физика-матем. ф. д‑ры (1968), проф. (1980). Новосибирск ун-тын тамамлаған (1963). 1961 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Ядро физикаһы ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй, 1968 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р. 1971 й. башлап Мәскәүҙә эшләй:...

ҒӘЛИЕВ Әнүәр Лотфрахман улы

ҒӘЛИЕВ Әнүәр Лотфрахман улы (1.6.1946, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Тауҡай‑Гәйнә а.), радиоинженер. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ташкент элемтә электротехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н); 1994 й. алып Стәрлетамаҡ...

ҒӘЛИЕВ Венер Зәйнулла улы

ҒӘЛИЕВ Венер Зәйнулла улы (1.7. 1975, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Универсаль алыш б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006), самбо б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2009) һәм Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). БР-ҙың күренекле спортсыһы (2007). “Содовик” (Стәрлетамаҡ; грек-рим көрәше...

ҒӘЛИЕВ Вил Барый улы

ҒӘЛИЕВ Вил Барый улы (1.9.1932, БАССР-ҙың Учалы районы Ахун а. — 4.3.2015, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың нефть...

ҒӘЛИЕВ Ғатаулла Фәсхетдин улы

ҒӘЛИЕВ Ғатаулла Фәсхетдин улы [16.9.1861, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы Ниғмәтулла а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 1939, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә(1881—86), Троицк ҡ. мәҙрәсәлә (1886—92) уҡыған. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен белгән. 1892—1929 йй. тыуған ауылында мөҙәрис,...

ҒӘЛИЕВ Ғәли Талха улы

ҒӘЛИЕВ Ғәли Талха улы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтер- Арыҫлан а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1972). 1974 й. алып...

ҒӘЛИЕВ Марс Ансар улы

ҒӘЛИЕВ Марс Ансар улы (24.4.1951, Бөрө ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1983). БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1977) Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй (1995 й. башлап ғилми эштәр б-са дир. урынбаҫары), 1996 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре...

ҒӘЛИЕВ Мәхмүт Әхмәтвәли улы

ҒӘЛИЕВ Мәхмүт Әхмәтвәли улы (16.9.1928, Ырымбур ҡ. — 22.8.2014, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. Чкалов мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) 1955 й. тиклем Ҡаҙаҡ ССР‑ының Тимер р‑нында табип булып эшләй. 1958 й. алып БДМУ‑ла: 1968—70 йй....

ҒӘЛИЕВ Миҙхәт Ғәббәс улы

ҒӘЛИЕВ Миҙхәт Ғәббәс улы (25.10.1925, Ҡазан — 10.2.2002, Өфө), йырсы (драматик баритон). БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1969) артисы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын (1951; А.И.Батурин класы) тамамлаған. 1952 й. алып — Татар филармонияһының (Ҡазан) Йыр, бейеү һәм музыка ансамбле,...

ҒӘЛИЕВ Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы

ҒӘЛИЕВ Мөнәүир Мөхәмәтәмин улы (1.8.1934, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рәжәп а. — 6.9.2012, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Балаҡатай р‑нының “Билән” с‑зында, 1959 й. алып Дүртөйлө р‑нында (1968—94 йй. “Уңыш” к‑зы...

ҒӘЛИЕВ Наил

ҒӘЛИЕВ Наил [ысын исеме Голов Николай Афанасьевич; 9.10.1928, БАССР- ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Юрковка а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 7.2.2005, Өфө], баянсы. БАССР‑ҙың халыҡ (1988) һәм атҡ. (1968) артисы. Музыка уч‑щеһын тамамлаған (Чкалов ҡ., 1948). 1952 й. алып Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең...

ҒӘЛИЕВ Наил Әхмәт улы

ҒӘЛИЕВ Наил Әхмәт улы (1.3.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туғай а. — 14.11.1997, Өфө), агроном. А.х. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Йылайыр сорт һынау участкаһы мөдире, 1961 й. Балашов а.х. тәжрибә ст. лаб. мөдире (Һарытау өлк.), 1962...

ҒӘЛИЕВ Радик Гәрәй улы

ҒӘЛИЕВ Радик Гәрәй улы (15.6.1956, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Яңы Ишле а.), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлаған (1982), 1987 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге стоматолог-ортопедтарҙың һөнәри әҙерлек алымдарын камиллаштырыуға арналған. Ғ. “ИСТОК” интеграциялы стоматологик өйрәтеү комплексын,...

ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы

ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы (13.6.1947, Чимкент ҡ. — 16.9.1999, Өфө ҡ.), химик-технолог. Химия фәндәре докторы (1999). Ҡаҙаҡ химия-технология институтын тамамлағандан һуң (Чимкент ҡ., 1970) 1973 й. тиклем “Альметьевнефть” НГДУ‑һында, 1974 й. алып “Чимкентоблгаз” тресында, 1985 й. — Нефтехимия эшкәртеү...

ҒӘЛИЕВ Рафаэль Фәррәх улы

ҒӘЛИЕВ Рафаэль Фәррәх улы (23.2.1951, БАССР-ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а. — 24.9.2011, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д-ры (2000), проф. (2000). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Мәләүез р-нының “Ашҡаҙар” с‑зында ветеринар врач булып эшләй. 1976 й. алып Баҡалы район ветеринария лаб. дир., 1982...

ҒӘЛИЕВ Тимерғәзи Арыҫлан улы

ҒӘЛИЕВ Тимерғәзи Арыҫлан улы (30.11.1938, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡышлауйылға а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2009). БАХИ- ны тамамлаған (1963). 1971 й. алып Дәүләкән р‑нында эшләй: совхоз дир., а.х. идаралығы начальнигы. 1978— 82 йй. һәм 1990—91 йй. Дәүләкән, Тәтешле р‑ндарында партия эшендә,...

ҒӘЛИЕВ Фәрит Сөләймән улы

ҒӘЛИЕВ Фәрит Сөләймән улы (16.12.1945, Өфө — 3.11.2008, шунда уҡ), анестезиолог-реаниматолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). М.Н. Ғайсинаның улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Асҡын үҙәк район дауаханаһында, 1974 й. башлап Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла: уҡыта, 1995 й....