Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕТЕН

ЕТЕН (Linum), етен һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да урта һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп, һирәкләп бер йыллыҡ үлән, ҡайһы берҙә тәпәш ярым ҡыуаҡ (урал Е.). Һабағы төҙ йәки бер аҙ күтәрелеүсән, ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 10—100 см....

ЕТЕН ҠЫРЛЫҒЫ

ЕТЕН ҠЫРЛЫҒЫ (Spergularia), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70 төрө билдәле, Ер шарының уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабағы тармаҡлы, түшәлмә йәки төҙ, бейеклеге 5—20 см. Япрағы ябай, таҫма, осло йәки еп формаһында,...

ЕТЕНСӘ

ЕТЕНСӘ (Thesium), һандал һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 350 төрө билдәле. Евразияның һәм Африканың тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡолаҡсынһыҙ Е., ялан Е., һындырылған Е. үҫә. Күп йыллыҡ ярым паразит үлән, бейеклеге 7—45 см. Һабағы нәҙек, ҡырлы йәки...

ЕТЕНҮЛӘН

ЕТЕНҮЛӘН (Linaria), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың урта бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсән, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—100 см. Япрағы һыҙатлы-еп йәки һыҙат-ланцет формаһында,...

ЕТЕХАНОВ Билал Исмәғил улы

ЕТЕХАНОВ Билал Исмәғил улы (12.3.1934, Урта Волга крайы Александровка а. — 12.2.2011, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-механик. Ҡазан химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) “Авангард” з‑дында эшләй: 1970 й. алып махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы нач., 1984 й. — баш инженер. 1986—2004 йй. “Шихан”...

ЕТЕШТЕРЕҮ КӨСТӘРЕН УРЫНЛАШТЫРЫУ

ЕТЕШТЕРЕҮ КӨСТӘРЕН УРЫНЛАШТЫРЫУ, төбәктәрҙә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы, транспорт, хеҙмәт ресурстары тармаҡтарын терр. йәһәттән урынлаштырыу. Хеҙмәт һәм тәбиғәт ресурстарын, фәнни-техник ҡеүәтте һәм иҡт.‑географик урынды иҫәпкә алып, милли иҡтисадтың бөтә тармаҡтарының бер тигеҙ үҫешен...

ЕТЕШТЕРЕҮ САРАЛАРЫ

ЕТЕШТЕРЕҮ САРАЛАРЫ, матди байлыҡ етештереүҙә файҙаланылған матди ҡиммәттәр берлеге; йәмғиәттең етештереү көстәренең һәм илдең милли байлығының бер өлөшө. Е.с. хеҙмәт сараларына (улар ярҙамында кеше хеҙмәт предметына йоғонто яһай) һәм предметтарына (йоғонтоға бирелә торған төрлө материалдар һәм сеймал)...

ЕТЕШТЕРЕҮ СЫҒЫМДАРЫ

ЕТЕШТЕРЕҮ СЫҒЫМДАРЫ, пр‑тие хужалыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырһын өсөн кәрәкле булған производство тотоноуҙарының аҡсалата сағылышы. Е.с. төрҙәре: бухгалтер (продукцияның үҙҡиммәтен сағылдырған ғәмәли сығымдар), иҡт. (билдәле бер производство өсөн йүнәлтелгән бөтә ресурстарҙың хаҡы), альтернатив (иҡт....

ЕТЕШТЕРЕҮ ФАКТОРҘАРЫ

ЕТЕШТЕРЕҮ ФАКТОРҘАРЫ, тауар етештереү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн кәрәкле сығанаҡтар. Е.ф. булып ер (үҙ эсенә бөтә тәбиғәт ресурстарын ала), хеҙмәт һәм капитал тора. Шулай уҡ иҡтисадта үҙенсәлекле Е.ф. айыралар: эшҡыуарлыҡ һәләте (етештереүҙе ойоштороу, идара итеүҙә ҡарарҙар ҡабул итеү оҫталығы һ.б.),...

ЕТМЕШ АЛТЫНСЫ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ

ЕТМЕШ АЛТЫНСЫ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. авг.—окт. Дәүләт оборона ком‑тының №459сс ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Благовещен Заводы ҡасабаһында ойошторола. Див. составына 198‑се, 203‑сө, 208‑се кавалерия полктары, химик һаҡланыу эскадроны, мед.-санитария взводы һәм радиовзвод инә. Урал, нояб....

ЕТМЕШ ДҮРТЕНСЕ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ

ЕТМЕШ ДҮРТЕНСЕ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. авг.—окт. Дәүләт оборона ком‑тының №459сс ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Благовар а. ойошторола. Див. составына 197‑се, 202‑се, 207‑се кав. полктары һәм химик һаҡланыу эскадроны инә. Урал, нояб. алып — Волга буйы хәрби округтары, дек. башлап Волхов фронтының...

ЕФАНОВ Владимир Николаевич

ЕФАНОВ Владимир Николаевич (13.7.1951, Курск өлкәһе Түбәнге Борки а.), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (1998—2011 йй. авиация приборҙары эшләү каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре системалы...

ЕФИМ, һаҙлыҡ

ЕФИМ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ, Краснокама р‑ны Яңы Нуғай а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 754 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,55 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, ябай балан, ябай ҡарағай, ҡара ҡарағат, билдәһеҙ кәкүкбаш, ҙур сөйәл үләне, ябай ҡуян ҡолағы...

ЕФИМОВ Александр Анатольевич

ЕФИМОВ Александр Анатольевич (21.10.1960, Ҡасим ҡ.), тренер. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), халыҡ‑ара категориялы судья (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). ӨАИ‑ны (1983), Ҡурған юғары хәрби‑сәйәси авиация училищеһын (1988) тамамлаған. 1990 й. алып БР‑ҙың...

ЕФИМОВ Георгий Емельянович

ЕФИМОВ Георгий Емельянович (1.3.1946, БАССР-ҙың Шаран р-ны Яңы Георгиевка а. — 22.12.2014, Өфө), эпидемиолог. Мед. ф. д-ры (2000), проф. (2001). РФ-тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ-ны тамамлаған (1971), 1974 й. алып шунда уҡ эшләй (1979—88 йй. лаб. мөдире). 1988 й. башлап Үҙәк курортология һәм...

ЕФИМОВА Аделаида Александровна

ЕФИМОВА Аделаида Александровна (30.7.1929, Түб. Новгород крайы Гагино а.), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1979). М.И.Калинин ис. Мәскәү художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлаған (1953). 1963—84 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ‑нда, 1994—96 йй. “Горлица” производство пр‑тиеһында (икеһе...

ЕФИМОВА Әминә Кәрим ҡыҙы

ЕФИМОВА Әминә Кәрим ҡыҙы (7.11.1917, Ҡазан — 18.11.2000, Өфө), химик-органик. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967), БАССРҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1981). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1947) Өфө ҒТИ‑нда (1950 й. алып лаб. етәксеһе), 1956—77 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (1962 й. алып...

ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ

ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1893 й. башланғыс земство мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1917 й. — 1-се баҫҡыс мәктәп, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1969 й. хәҙ. статусын ала. Уҡыу оҫтаханаһы, компьютер кабинеты, хәрби дан музейы, биҙәүҡулланма сәнғәте художество галереяһы бар. Урта мәктәпте...

ЕФРЕМКИН, Денискүл, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ЕФРЕМКИН, Денискүл, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.Көнс. 15 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 669 кеше; 1920 — 605; 1939 — 865; 1959 — 991; 1989 — 727; 2002 — 896; 2010 — 889 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ефремкин урта...

ЕФРЕМОВ Александр Григорьевич

ЕФРЕМОВ Александр Григорьевич (30.11.1946, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1991). Силәбе а.х. механизациялау һәм электрлаштырыу ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Ҡурған өлк. Шадринск р‑нының “Ҡыҙыл Йондоҙ” с‑зында эшләй (1978 й. алып дир.). 1991 й. башлап РФ‑тың а.х. министры урынбаҫары, 1997—2001 йй....