Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҺҮҘЛЕГЕ”

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҺҮҘЛЕГЕ”, башҡорт теленең 2 томдан торған норматив аңлатмалы һүҙлеге (М., 1993). Ә.Ғ.Бейешев етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тел белгестәре И.М.Агишев, Г.Д.Зәйнуллина, З.Ҡ.Ишмөхәмәтов, Т.Х.Күсимова, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов, У.М.Яруллина һ.б. тарафынан әҙерләнгән. 1981...

“БАШҠОРТ ТУЙЫ”, мелодрама

“БАШҠОРТ ТУЙЫ”, М.А.Буранғоловтың 3 шаршауҙан, 5 күренештән торған мелодрамаһы. 1926 й. яҙылған. Пьесаның композицион нигеҙен башҡ. туй йолалары тәшкил итә. Төп сюжет һыҙығы — Юлдыбай менән Гөлзифаның мөхәббәте. Гөлзифаның ире булыу хоҡуғын яулау өсөн ете ырыу батырҙары көрәштә көс һынаша. Юлдыбай еңә,...

“БАШҠОРТ ХАЛҠ ЙЫРҘАРЫ”, йырҙар һәм көйҙәр йыйынты

“БАШҠОРТ ХАЛҠ ЙЫРҘАРЫ”, халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәр йыйынтығы (Өфө, 1954). Төҙөүсе-мөхәррирҙәре, инеш мәҡәлә һәм комментарий авторҙары: Л.Н.Лебединский, Ә.И.Харисов, Х.Ф.Әхмәтов. Башҡ. һәм урыҫ телдәрендәге инеш мәҡәләнән, нота яҙмаларынан (248) һәм комментарийҙарҙан (урыҫ телендә) тора....

“БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫ: ЭТНИК СОСТАВЫ, УРЫНЛАШЫУ ТАРИХЫ”

“БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ КИЛЕП СЫҒЫШЫ: ЭТНИК СОСТАВЫ, УРЫНЛАШЫУ ТАРИХЫ” (“Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения”), Р.Ғ.Кузеевтың монографияһы (М., 1974; 2‑се баҫма, тулыландырылған. Өфө, 2010). Хеҙмәт тарихи сығанаҡтарҙы, автор һ.б. тикшеренеүселәр тарафынан йыйылған этнографик...

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ”, башҡ. фольклоры баҫмаһы

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ”, башҡ. фольклоры өлгөләренең системалаштырылған ғилми баҫмаһы. “Б.х.и.” тәүге баҫмаһын 1954—1959 йй. СССР ФА БФ‑ы 3 томда нәшер итә: 1‑се томға эпик хикәйәттәр, ҡобайырҙар, бәйеттәр, сеңләүҙәр, йырҙар, мәҡәлдәр (1954), 2‑се томға әкиәттәр һәм көләмәстәр (1959; икеһенең дә төҙөүсеһе...

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ”, урыҫ теленә тәржемәһе

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ” (“Башкирское народное творчество”), башҡ. фольклоры өлгөләрен системалаштырған ғилми баҫманың (ҡара: “Башҡорт халыҡ ижады”) урыҫ теленә тәржемәһе. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Н.Т.Зарипов етәкс. фольклорсылар коллективы 1987—2010 йй. эшләй. 12 томдан тора: “Эпос” (1‑се т.,...

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ ҺӘМ КӨЙҘӘРЕ”, йыйынтык

“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ ҺӘМ КӨЙҘӘРЕ” (“Башкирские народные песни и наигрыши”), халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәр йыйынтығы (М., 1962). Төҙөүсе мөхәррире, инеш мәҡ., комментарийҙар, фонояҙмалар, фонорасшифровкалар һәм тәржемәләр авторы — Л.Н.Лебединский. Аналитик инеш мәҡ., “Бөрйән тауҙарында” очеркынан...

“БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ” , фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ”, БР‑ҙың дәүләт автономиялы фән учреждениеһы. 1993 й. февралендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡ. энциклопедияһы бүлеге (1991—92 йй. төркөм) базаһында Башҡ. энциклопедияһының Баш редакцияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып “Б.э.” ғилми нәшриәте, 2012 й. — “Б.э.” ғилми‑нәшриәт...

“БАШҠОРТ”, гәзит

“БАШҠОРТ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт мәркәз шураһы органы. 1917 й. 20 июленән Ырымбур ҡ., 1918 й. 6 июненән Силәбе ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Б.” Башҡорт милли хәрәкәте идеялары пропагандалана. Шулай уҡ Башҡорт хөкүмәтенең бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары, съездарға, конференцияларға...

“БАШҠОРТОСТАН АВИАЛИНИЯЛАРЫ”

“БАШҠОРТОСТАН АВИАЛИНИЯЛАРЫ”, авиакомпания (“БАЛ”), ААЙ. Һауа транспорты менән пассажирҙар һәм йөк ташый, шулай уҡ халыҡҡа авиамедицина хеҙмәте күрһәтә, авария-ҡотҡарыу, янғынға ҡаршы көрәш эштәрен башҡара. Өфө ҡ. урынлашҡан. Самолёттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ангар комплексы бар. Ту‑154М, Ту‑134 пассажир...

“БАШҠОРТОСТАН АРТЕГЫ”, балалар лагеры

“БАШҠОРТОСТАН АРТЕГЫ”, балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры. Бөрө р‑нында, Бөрө т. юл ст. 110 км алыҫлыҡта Шәмсетдин күле эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра –14°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 2006 й. “Шәмсетдин күле” балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры...

“БАШҠОРТОСТАН АССР‑Ы ЭШСЕ‑КРӘҪТИӘН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ЗАКОН ҺӘМ БОЙОРОҠТАР ЙЫЙЫНТЫҒЫ”

“БАШҠОРТОСТАН АССР‑Ы ЭШСЕ‑КРӘҪТИӘН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ЗАКОН ҺӘМ БОЙОРОҠТАР ЙЫЙЫНТЫҒЫ” (“Собрание законов и распоряжений рабоче-крестьянского правительства БАССР”), Халыҡ комиссарҙары советы эштәре идаралығы баҫмаһы. Өфөлә төрлө даимилыҡ м‑н 1923 й., 1928—31 йй. урыҫ телендә “БАССР эшсе һәм крәҫтиән хөкүмәтенең...

“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, журнал

“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, ғилми‑производство журналы. БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы министрлығы органы. Өфө ҡ. 1955—62 йй. айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. Журнал биттәрендә ауыл хужалығының көнүҙәк проблемалары, производство алдынғыларының тәжрибәһе яҡтыртыла, ауыл хужалығы фәне ҡаҙаныштары...

“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛДАРЫ ТАРИХЫ” (“История сёл и деревень Башкортостана”), монография

“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛДАРЫ ТАРИХЫ” (“История сёл и деревень Башкортостана”), Ә.З.Әсфәндиәровтың монографияһы. Хеҙмәт үҙәк һәм урындағы архивтар, төрлө сығанаҡтар һәм әҙәбиәт [“Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”, “Көньяҡ Урал археографик йыйынтығы” (“Южноуральский археографический сборник”), рәүиз...

“БАШҠОРТОСТАН БАҠСАЛАРЫ”

“БАШҠОРТОСТАН БАҠСАЛАРЫ”. 1962 й. БАССР А.х. министрлығының Баҡсасылыҡ һәм емеш-еләк питомнигы с‑здары бүлеге булараҡ ойошторола, 1977 й. Башҡ‑н “Плодопром” бүлеге, 1978 й. алып Башҡ‑н “Плодопром” тресы, 1988 й. — “Б.б.” дәүләт ПБ, 1999 й. ябыла. Берекмә нигеҙендә БР-ҙың питомник ҡарау хужалыҡтарының...

“БАШҠОРТОСТАН ЕГЕТТӘРЕ”, атлы цирк труппаһы

“БАШҠОРТОСТАН ЕГЕТТӘРЕ”, атлы цирк труппаһы. 1973 й. Өфө циркында “Арғымаҡтарға атланған шаян һунарсылар” исеме аҫтында ойошторола, 1981 й. алып “Б.е.” тип атала, 2005 й. эшмәкәрлеген туҡтата. Тәүге сығышы ш. уҡ исемле номер м‑н 1973 й. 7 сент. Өфө циркы аренаһында “Сәскә ат, Башҡортостан!” программаһында...

“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, гәзит

“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. 27 мартынан 1930 й. 30 мартына тиклем (1926 й. 1 октябренән алып 1928 й. 1 февраленә тиклем — ике аҙнаға 1 тапҡыр журнал-гәзит булараҡ) нәшер ителә. “Б.й.”...

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”, журнал

“БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ”, ҡатын‑ҡыҙ һәм ғаилә өсөн ижт.-сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы» ДУП‑ы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 12 мең дананан ашыу (2011). 1968 й. ғин. алып...

“БАШҠОРТОСТАН ПИОНЕРҘАРЫ”

“БАШҠОРТОСТАН ПИОНЕРҘАРЫ” Төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. Респ. балалар йәмәғәт ойошмаһы булараҡ төҙөлә, 2010 й. хәҙ. статусын ала. “Пионер ойошмалары союзы — балалар ойошмалары...

“БАШҠОРТОСТАН ПРОМСТРОЙПРОЕКТЫ”

“БАШҠОРТОСТАН ПРОМСТРОЙПРОЕКТЫ” проект һәм конструкторлыҡ институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. трест №21 Өфө проект бюроһы нигеҙендә “Башгипрооргпромстрой” ин‑ты булараҡ асыла, 1965 й. алып “Госхимпроект” ин‑тының (Мәскәү) Өфө бүлексәһе, 1969 й. — “Куйбышев Промстройпроекты”, 1977 й. — “Төмән Промстройпроекты”...