Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БӘҘРЕТДИНОВ Ратмир Сәрүәр улы

БӘҘРЕТДИНОВ Ратмир Сәрүәр улы [15.11.1931, БАССР‑ҙың Дыуан-Мәсетле районы Ҡотош а. (БР‑ҙың Мәсетле районы) — 30.10.2020, Өфө ҡ.], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1963) артисы. Башҡ. театр‑художество училищеһын тамамлағандан һуң (1952) Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә (ҡара: Ғәскәров...

БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы

БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы [1901, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Сорғолдо а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 29.9.1943, Украина ССР‑ы Войсковое а. янында, Вовниги а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Тәтешле районының “Спартак” колхозында...

БӘҘРӘШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

БӘҘРӘШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 13 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Бәҙрәш й. буйында (Тере Танып й. басс.) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 132 кеше; 1920 — 238; 1939 — 234; 1959 — 305; 1989 — 383; 2002 — 394; 2010 — 361 кеше. Башҡорттар...

БӘҘРӘК

БӘҘРӘК, йәрембәт, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғаһы . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Бәҙрәк” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, нуғайҙарҙа, төркмәндәрҙә, үзбәктәрҙә билдәле. Б. ата-бабалары араһында нуғай мырҙаһы Аҡман телгә алына....

БӘҘӘМШИН Рөстәм Әхмәр улы

БӘҘӘМШИН Рөстәм Әхмәр улы (12.09.1950, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Уяҙытамаҡ а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй: 1990 й. алып фәнни эштәр б‑са...

БӘҘӘЙШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл

БӘҘӘЙШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 127 кеше; 1959 — 118; 1989 — 129; 2002 — 103; 2010 — 100 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). 1920 й. һәм 1925 й. араһында Өфө кантонында, фаразланыуынса,...

БӘҒӘНӘШ

БӘҒӘНӘШ (Actaea), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 10 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: башаҡлы Б., ҡыҙыл емешле Б. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тигеҙ япраҡланған, 60—70 см бейеклектә. Япрағы ике, өс бүлемле өсәрле, япраҡсаһы киң оҙонса, тупаҫ...

БӘГӘНӘШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БӘГӘНӘШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 59 кеше; 1939 — 92; 1959 — 388; 1989 — 240; 2002 — 334; 2010 — 290 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дергачевка урта мәктәбе...

БАЯНОВ Рим Ғәли улы

БАЯНОВ Рим Ғәли улы [15.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Саҡмағош а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 10.2.1996, Салауат ҡ.], актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1980) һәм атҡ. (1974) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1950; К.Ф.Ғәҙелшин курсы). 1953—90 йй. Салауат драма театры актёры, бер үк...

БАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улы

БАЯНОВ Мөкамил Ғаязетдин улы [14.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Рәжәп а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 20.12.2019, Өфө ҡ.], зоолог. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). БАХИ‑ны тамамлаған (1952). 1956 й. алып Иркутск ветеринария...

БАЯНОВ Илмир Мәсүил улы

БАЯНОВ Илмир Мәсүил улы (1.1.1966, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2008). МДУ-ны тамамлаған (1989). 1992 й. алып Бөрө соц.‑педагогия акад. эшләй (1996 й. башлап дөйөм физика каф. мөдире), 2009 й. сент. — Ҡазан техник ун‑тында, 2009 й. нояб. — Ғәмәли фәндәр ун‑тында...

БАЯНОВ Илдар Рәүис улы

БАЯНОВ Илдар Рәүис улы (9.9.1959, Өфө ҡ. — 27.9.2019, шунда уҡ), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе, 1975—87 йй. “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (тренеры —...

БАЯН (Баянов) Әхсән Фәтхелбаян улы

БАЯН (Баянов) Әхсән Фәтхелбаян улы [8.12.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ашман ҡсб (БР‑ҙың Илеш р-ны)], яҙыусы. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2004). ТАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1956) “Социалистик Татарстан” гәз. бүлек мөдире, 1962—81 йй. “Казан утлары” (“Ҡазан уттары”)...

БАЯЗИТОВА Зифа Ғаяз ҡыҙы

БАЯЗИТОВА Зифа Ғаяз ҡыҙы (4.6.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Күсей а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1998), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Өфө дәүләт сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай драма театры актрисаһы. Үҙ героиняһының эске...

БАЯЗИТОВ Мөхәммәтсафа Атаулла улы

БАЯЗИТОВ Мөхәммәтсафа Атаулла улы (11.12.1877, С.‑Петербург — 1937 дек.), дин әһеле, Ырымбур мосолман дини йыйылышы мөфтөйө (1915—17). Ахун (1912). “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) һәм С.‑Петербург ун‑тында (1903—06) уҡыған. 1911 й. алып С.‑Петербургтың 2‑се мосолман мәхәлләһе имам‑хатибы, мөҙәрисе....

БАЯЗИТОВ Мәсәғүт Хәйрулла улы

БАЯЗИТОВ Мәсәғүт Хәйрулла улы [8.10.1930, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Әхмәт а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1981). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Благовар р‑нында эшләй: Һынташтамаҡ МТС‑ында баш агроном, 1955 й. алып “Ҡыҙыл байраҡ” к‑зы, 1959—91 йй. “Октябрь” к‑зы...

БАЯЗИТ, Миәкә р‑нындағы ауыл

БАЯЗИТ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Сатый а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 27 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Сарбай й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1012 кеше; 1920 — 1253; 1939 — 888; 1959 — 943; 1989 — 725; 2002 — 715; 2010 — 640 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

БАЯЗИТ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

БАЯЗИТ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ташлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 132 кеше; 1959 — 173; 1989 — 89; 2002 — 100; 2010 — 81 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1923 й. Бәләбәй кантонында...

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ

БАЯЗИТ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ, Миәкә р‑нында урынлашҡан. 1930‑сы йй. һүтелгән ағас мәсет урынына 1997 й. төҙөлә. Мәсетте һалыуҙа район хакимиәте, пр‑тиелар һәм айырым кешеләр ярҙам күрһәтә. БР Диниә назаратына ҡарай. Мәсет (8×16×5 м) бер ҡатлы, 2 кимәлле, 4 яҡлы ҡыйыҡлы, сталактит кәрнизле; стеналары ҡыҙыл кирбестән...

БАШТИН, һырт

БАШТИН, Биштин, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Белорет р‑ндарында Нөгөш й. уң ярында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 12 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 3 км, төньяҡ өлөшөнөң — 4 км; абс. бейеклеге 889 м. Асыҡ күренгән 2 өлөштән тора. Көньяҡ өлөшө 705 м һәм 730 м бейеклектәге...