Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ

СӘНҒӘТ ИНСТИТУТЫ, З а һ и р И с м ә ғ и л е в  и с е м е н д ә г е  Ө ф ө  д ә ү л ә т  с ә н ғ ә т  и н с т и т у т ы, 1968 й. асыла (2003—15 йй. академия). 2003 й. З.Ғ.Исмәғилев исеме бирелә. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Институт составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы,...

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ

СӘНҒӘТ ҒИЛЕМЕ, с ә н ғ ә т ф ә н е, йәмғиәттең тотош художество мәҙәниәтен, сәнғәтте һәм уның айырым төрҙәрен, уларҙың барлыҡҡа килеүен, үҫешен, художестволы әҫәрҙең эстәлеген һәм формаларын өйрәнгән фәндәр (әҙәбиәт ғилеме, музыка ғилеме, театр ғилеме, кино ғилеме һ.б.) комплексы; тарыраҡ һәм йышыраҡ...

СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ

СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ, 1968 й. Өфө дәүләт сәнғәт ин‑ты булараҡ асыла, 2003 й. алып З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Академия составына 4 ф‑т: музыка, башҡ. музыкаһы, театр, һынлы сәнғәт инә. Тамамлаусыларға белгес, бакалавр квалификацияһы...

СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ

СӘНӘҒӘТСЕЛӘР ҺӘМ ЭШҠЫУАРҘАР (ЭШ БИРЕҮСЕЛӘР) СОЮЗЫ, БР‑ҙа сәнәғәтселәргә һәм эшҡыуарҙарға һәр төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. алып эшләй. Союз составында 200‑ҙән ашыу пр‑тие, коммерция фирмалары, БР‑ҙың төрлө сәнәғәт тармаҡтарында эшләгән шәхси...

СӘНӘҒӘТ УЗЕЛЫ

СӘНӘҒӘТ УЗЕЛЫ, транспорт йәһәтенән һәм географик урынлашыуы уртаҡ, халыҡ йәшәгән урындары билдәле бер системала булған һәм үҙ‑ара производство бәйләнештәре м‑н берләшкән сәнәғәт пр‑тиелары төркөмө. С.у. бер ҡала эсендә булыуы мөмкин (моноцентрик), ләкин йышыраҡ эргәһендәге торама пункттар м‑н бергә...

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ

СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ, производство биналарын һәм ҡоролмаларын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонтлау, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау эштәрен башҡарған төҙөлөш тармағы. Ауыр сәнәғәт (электр станциялары, күмер шахталары һ.б.) һәм еңел сәнәғәт пр‑тиеларын төҙөү айырыла. Матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн объекттарҙы,...

СӘНӘҒӘТ ТАШЛАНДЫҠТАРЫ

СӘНӘҒӘТ ТАШЛАНДЫҠТАРЫ, етештереү йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынтыһыуҙар), ҡаты (онтаҡтар,...

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ

СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ, эсендә бирелгән йылылыҡ режимын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, сикләнгән арауыҡ рәүешендәге йылытыу камераһы булған ҡоролма. Йылылыҡ энергияһы сығанағы б‑са — яғыулыҡ (башлыса газ йәки шыйыҡ яғыулыҡ файҙаланыла) һәм электр (электр энергияһы ҡаршылыҡлы, индукциялы, дуғалы һәм электрон‑нурлы...

СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ

 СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ, производство йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынты һыуҙар), ҡаты (онтаҡтар,...

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ, катализды химия, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланыу. Донъя производствоһының дөйөм күләмендә барлыҡ продукцияның яҡынса 18%‑ын тәшкил иткән 300‑ҙән ашыу (дөйөм һандың 80—90%‑ы) каталитик процесс файҙаланыла. Органик булмаған синтезда — көкөрт кислотаһы, азот кислотаһы...

СӘНӘҒӘТ

СӘНӘҒӘТ, йәмғиәттең етештереүсе көстәренең иҡт. үҫеше кимәленә хәлиткес йоғонто яһаған иҡтисад тармағы; предприятиелар йыйылмаһы. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенән тора. 18 б. башында Башҡортостанда тәбиғәт ресурстарын сәнәғәт үҙләштереүе башлана, тәүге тау з‑дтары төҙөлә...

СӘМСИТОВА Луиза Хәмзә ҡыҙы

СӘМСИТОВА Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.2.1973, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Әшәй а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2015). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 2000 й. алып БДПУ‑ла эшләй: 2007 й. башлап башҡ. теле каф. мөдире, 2012 й. — башҡ. филол. ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре грамматика,...

СӘМИҒУЛЛИНА Анна Сергеевна

СӘМИҒУЛЛИНА Анна Сергеевна (28.2.1978, Бәләбәй ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре когнитив лингвистика, семиотика, лингвосинергетика һәм текст теорияһы (инглиз теле, немец теле һәм урыҫ теле материалында) проблемаларына арналған....

СӘМИҒУЛЛИН Сәйфулла Нурулла улы

СӘМИҒУЛЛИН Сәйфулла Нурулла улы (11.6.1940, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡарамалы а.), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1995), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Ҡыйғы р‑нының К.А.Тимирязев ис. к‑зында, 1966 й. алып Биол. ин‑тында, 1971 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлегендә...

СӘМИҒУЛЛИН Рәдис Ниғәмәтйән улы

СӘМИҒУЛЛИН Рәдис Ниғәмәтйән улы (16.4.1939, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Оло Баҙраҡ а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2008), РСФСР‑ҙың а.х. соц. ярышы отличнигы (1976, 1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) “Новогорский” с‑зының (Удмурт АССР‑ы) баш ветеринар...

СӘМИҒУЛЛИН Венир Кәлимулла улы

СӘМИҒУЛЛИН Венир Кәлимулла улы (15.11.1947, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Сураш а.), хоҡуҡ белгесе, педагог. Юридик ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2015). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ, 1976 й. алып Омск ун‑тында, 1982 й. — Себер автомобиль‑юл ин‑тында (Омск...

СӘМИҒУЛЛИН Әнүәр Сәмиғулла улы

СӘМИҒУЛЛИН Әнүәр Сәмиғулла улы [20.4.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Әгертамаҡ а., хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны, — 19.8.2006, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимиря- зев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1941), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия...

СӘЛМӘНОВА Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы

СӘЛМӘНОВА Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы (2.1.1957, Өфө), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2007). Композиторҙар союзы ағзаһы (1988). Р.В.Сәлмәновтың ҡыҙы. Алма‑Ата консерваторияһын тамамлағандан һуң (1983; А.В.Бычков класы) 11‑се музыка мәктәбендә уҡыта, 1993—95 йй. “Башҡортостан” ТРК‑ның “Музыка” ижади...

СӘЛМӘНОВ Салауат Рафиҡ улы

СӘЛМӘНОВ Салауат Рафиҡ улы (30.4.1952, Мәскәү), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2008). Композиторҙар союзы ағзаһы (1995). Р.В.Сәлмәновтың улы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1979; Н.И.Пейко класы) Учалы музыка уч‑щеһында, 1988 й. алып ӨДСИ эргәһендәге урта махсус...

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы [15.9.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асҡар а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 3.7.2003, шунда уҡ], композитор. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1961). 1947—53 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһында уҡыған...